Мадара һыбайлыһы
| Мадара һыбайлыһы | |
| Нигеҙләү датаһы | VIII быуат |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Мадара (Болгария), Шумен[d] һәм Шуменская область[d] |
| Жанр | барельеф[d], монументальная скульптура[d] һәм паблик-арт[d] |
| Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы[1] |
| Майҙан |
1,2 гектар, 501,7 гектар |
| Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d][2] һәм (iii)[d][2] |
Мадара һыбайлыһы (болг. Мадарски конник — археологик ҡомартҡы, 23 метр бейеклектәге ҡая йөҙөнә уйылған һыбайлы һүрәтләнгән рельеф. Ул Болгарияның төньяҡ-көнсығышында, Мадара ауылы янында урынлашҡан. 1979 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
Археологик характерҙағы тикшеренеүҙәр 1903 йылда башлана. Иң һөҙөмтәле тикшеренеүҙәр 1924—1936 йылдарға тура килә, артабан 1981—1983 һәм 1989—1990 йылдарҙа өҫтәмә экспедициялар ойошторола.
Яңы тикшеренеүҙәрҙән һуң, ике төп һорау тыуа: һыбайлы һүрәте нимәне аңлата һәм боронғо болгарҙар нимәгә ышанған.
Һәйкәл тасуирламаһы һәм өйрәнеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл «Мадара» археологик ҡурсаулығында урынлашҡан. Ул ғибәҙәтхананы, торлаҡ йорттарҙы һәм башҡа боронғо ҡоролмаларҙы үҙ эсенә ала Дөйөм ҡабул ителгән версия буйынса, һәйкәл яҡынса беҙҙең эраның 710 йылына ҡарай һәм Болғар ханы Тервел идара иткән осорҙа төҙөлгән. Бер версия буйынса, ҡаяла хандың үҙе һүрәтләнә.
«Мадар һыбайлыһы» — Урта быуат осорондағы Европала берҙән-бер ҡаялы рельеф. Ҡыҙыл буяу эҙҙәрен һаҡлап ҡалған фигуралар яҫы таулыҡта 23 метр бейеклектә урынлашҡан. Һыбайлы кафтан, салбар һәм йомшаҡ итек кейгән; өҙәңгеһе булған ат тантаналы аҙымдар менән хәрәкәт итә, һөңгө менән сәнселгән арыҫлан уның аяҡ аҫтында ята, ә арттан эт — боронғо болгарҙарҙың изге йәнлеге йүгерә[3].
"Мадар һыбайлыһы"н өйрәнеү тарихы Венгрия сәйәхәтсеһе Феликс Каництан башлана. Һәйкәлде ғалим тәүге тапҡыр 1872 йылда тасуирлай. Каниц «Мадар һыбайлыһы» Рим оҫталарының ижады тип һанай. Һәйкәл һүрәттәре бик күп бәхәстәр тыуҙыра. Тик ХХ быуатта ғына ғалимдар төп деталгә — өҙәңгегә иғтибар итә, ә өҙәңге Балҡанда протоболгарҙар килгәс кенә барлыҡҡа килә[4].
Яҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаяла атлы һүрәт тирәләй Византия телендә өс яҙыу уйылған, уларҙа Болгария тарихында был осор тураһында мөһим мәғлүмәттәр бар. Профессор Веселин Бешевлиев «Протоболгары» китабында яҙыуҙарҙың иң боронғоһо — Тервел эше булыуын, хан етәкселегендә һәйкәлдең дә булдырылыуын күрһәтә. Башҡа яҙмаларҙың авторын Крум (796—814) һәм Омортагу (814—831) хандары билдәләй.
Тәңкәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1981 йылда «Мадара һыбайлыһы» баҡыр-никель 2 лев тәңкәһенә һуғыла. Тәңкә Болгарияның 1300 йыллығын иҫкә алыу серияһының бер өлөшө булып тора.
| Гурт | Ҡабырсаҡлы |
| Ауырлыҡ | 11 грамм |
| Диаметры . | 30 мм |
| Ҡалынлығы | 2,2 мм |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Болгарияла ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлеге
- Мадара һыбайлыһы ордены
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Веселин Бешевлиев, Первобулгарск яҙмалары (Болгар), Болгарската академияһы нәшриәте Наукит, София, 1979.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мадара һыбайлыһы Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
- Мадара һыбайлыһы (ингл.) — ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы үҙәге
- ↑ https://whc.unesco.org/en/list/43
- 1 2 http://whc.unesco.org/en/list/43
- ↑ Хрисимов Н. Мадара. Большая российская энциклопедия 2004-2017. bigenc.ru (9 февраль 2023). Дата обращения: 24 декабрь 2025.
- ↑ Мадара. yestravel.ru (2022-061-0). Дата обращения: 24 декабрь 2025.
