Эстәлеккә күсергә

Мадридтың король ботаник баҡсаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мадридтың король ботаник баҡсаһы
исп. Real Jardín Botánico -Csic[1]
Нигеҙләү датаһы 17 октябрь 1755
Рәсем
Дәүләт  Испания[2]
Административ-территориаль берәмек Мадрид[2][1]
Ойошма ағзаһы Consortium of European Taxonomic Facilities[d][3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 641 метр
Хужаһы Высший совет по научным исследованиям[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) Высший совет по научным исследованиям[d]
Бойһонған ойошма (филиал) Q131290837?
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Q21031176?, Мадрид, Испания
Каталог коды 59[4]
Рәсми асылыу датаһы 1781
Мираҫ статусы объект культурного наследия Испании[d][2]
Рәсми сайт rjb.csic.es
Ландшафтный архитектор Сабатини, Франческо[d] һәм Хуан де Вильянуэва[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 41 743
Страница учреждения на Викискладе Royal Botanical Garden (Madrid)[5]
Карта
 Мадридтың король ботаник баҡсаһы Викимилектә

Мадридтың король ботаника баҡсаһы (исп.Jardín de Madrid Botánico Real) — Испанияның баш ҡалаһы Мадридта Прадо музейы менән йәнәш урынлашҡан ботаника баҡсаһы.

Ботаника баҡсаһында Хосе Кер һәйкәле.

Баштағы баҡса 1755 йылдың 17 октябрендә король Фердинанд VI бойороғо буйынса барлыҡҡа килә. Ул Мансанарес йылғаһы буйында, хәҙерге Пуэрта- де-Йерро районы эргәһендә урынлашҡан булған. Унда ботаник Хосе Кер үҫтергән ике меңдән ашыу үҫемлектәр урынлаштырыла. 1774 йылда Карл III баҡсаны хәҙерге урынына күсерергә ҡуша. Баҡса асылғас, һуңғы күсеүе 1781 йылда була. Архитекторҙары Франческо Сабатини һәм Хуан де Вильянуэва.

Баҡса 1794 йылда Алессандро Маласпина тарафынан Испанияға алып килгән үҫемлектәр арҡаһында ҙурая. 1857 йылда директор Мариано де ла Пас Граэльс ваҡытында яңы оранжерея һәм ҙур булмаған баҡса төҙөлә, ул һуңынан Буэн-Ретиро паркына күсерелә.

1886 йылда баҡса территорияһында күп ағастар дауыл арҡаһында юҡҡа сыға.

1942 йылда король ботаника баҡсаһы Испанияның Тарихи баҡсаларҙың мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелә.

1974 йылдан алып 1981 йылға тиклем ботаника баҡсаһы реконструкцияға ябыла, уның барышында тәүге планировкаһы тергеҙелә.

Әлеге ваҡытта баҡса ете төп өлөшкә бүленә, шулай уҡ уның территорияһында биш оранжерея бар. Баҡсала бөтәһе 90 мең самаһы үҫемлектәр үҫә, улар араһында яҡынса 1500 ағас бар.

Миллиондан ашыу үҫемлектәр өлгөһөнән торған ботаника баҡсаһының гербарийы ике бүлеккә — криптогамикка (бәшмәк, мүк һәм башҡа үҫемлектәр өсөн) һәм фанерогамикка (сәскәле үҫемлектәр өсөн) бүленә.

1941 йылдан ботаника баҡса Anales del Jardín Botánico de Madrid журналы сығара.

  • Гинеа, Эмилио
  1. 1,0 1,1 https://directoriomuseos.mcu.es/dirmuseos/mostrarDetalleMuseo.do?idMuseo=2011
  2. 2,0 2,1 2,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=es&srlang=es&srid=RI-52-0000019 — 2017.
  3. https://web.archive.org/web/20210506191221/https://cetaf.org/members/cetaf-members
  4. https://paisajedelaluz.es/paisaje.html
  5. https://commons.wikimedia.org/wiki/Institution:Royal_Botanical_Garden_(Madrid)