Эстәлеккә күсергә

Мажар теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мажар теле
Телдең үҙатамаһы

Magyar nyelv

Илдәр

Венгрия, Румыния, Словакия, Украина, Сербия, Хорватия, Австрия, Словения

Рәсми хәле

Венгрия Венгрия
Төбәктәге йәки урындағы рәсми тел:
Сербия Сербия:

Румыния Румыния:

    • Секей крайы (танылмаған)

Украина Украина:

Идара итеүсе ойошма

Венгрия Фәндәр академияһының Лингвистика институты

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

14 млн

Телде белеүселәр

52

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Урал телдәре

Фин-уғыр телдәре
Уғыр телдәре
Әлифба

латин алфавиты
(мажар әлифбаһы)

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

вен 133

ISO 639-1

hu

ISO 639-2

hun

ISO 639-3

hun

Был телдә Википедия
Венгр теленең Европала таралышы

Мажар теле (magyar, magyar nyelv) — венгр халҡының милли (туған) теле. Фин-уғыр телдәре ғаиләһенә ҡарап, манси һәм хант телдәре менән бергә уның уғыр төркөмөн барлыҡҡа килтерә.

Европала мажар теленең алыҫ туғандары булып фин һәм эстон телдәре һанала, әммә XIX быуат аҙағына тиклем мажар теленең фин-уғыр тел ғаиләһенә ҡарауы шик аҫтында ҡала килде. Икенсе яҡтан, Рәсәй биләмәләрендә йәшәүсе фин-уғыр халыҡтары — коми, мари, мордва һәм удмурт телдәрендә мажар теле менән күп уртаҡ тамырҙар бар.

Венгриянан тыш Украинаның Карпат аръяғы өлкәһендә, шулай уҡ Сербияла (Воеводина автономиялы крайы), Румынияла (Трансильвания тарихи өлкәһе), Словакияла, Хорватияла һәм Словенияла аҙсылыҡта йәшәгән мажарҙар араһында таралған.

Мажар теле — бөгөнгө Аурупаның һинд-аурупа телдәренә ҡарамағандары араһынан хәтһеҙ һөйләшеүселәре булған әллә ни күп булмаған телдәрҙең береһе. Беҙҙең дәүерҙең 900—1000 йылдары тирәһендә Себер һәм Уралдан Дунай йылғаһы буйҙарына күсенгән боронғо мажар ырыуҙары Урта Дунай уйһыулығында һәм Карпат алдында (Трансильванияла) төпләнә. Быға тикем өс-дүрт быуат алда уйһыулыҡ буйлап күсеп йөрөгән славян ҡәбиләләренән айырмалы, мажарҙарҙың был биләмәләргә килеп инеүе сағыштырмаса һуңыраҡ һәм етерлек дәрәжәлә һуғышсан була, сөнки төньяҡтан һәм көньяҡтан — славяндар, көнбайышта — алмандар һәм көнсығышта — валахтар (румандар) менән ресурстар өсөн киҫкен ярыш шарттарында бара. Был халыҡтар менән аралашыу барышында мажарҙар, валахтар (румандар) кеүек, славян лексикаһының күп элементтарын үҙләштерә, һәм улар хәҙерге мажар теле лексикаһының биштән бер өлөшөнә яҡынын тәшкил итә. XII—XIII быуаттарҙа Мажарстан ҡыраллығы байтаҡ славян ерҙәрен тулыһынса үҙенә бойһондора.

Төркиә менән 1526 йылғы һуғышта Мажарстандың еңелеүе илдәге дини тарҡаулыҡа һәм Мажарстан ислах итеүенә — католик сиркәүенә һәм папа хакимлегенә ҡаршы дини көрәш ҡалыбын алған феодализмға ҡаршы ижтимағи-сәйәси хәрәкәткә алып килә. Ислах итеү мажар телендәге баҫма әҙәбиәтте тыуҙыра һәм уны артабан үҫтерә, ә уның күпселек өлөшө теге йәки был католик постулаттарға ҡаршы килеү маҡсатында баҫыла. Ислах итеүҙең билдәле эшмәкәре Деваи Матьяш мажар телендә «Мажар имләһе» исемле тәүге баҫма хеҙмәт нәшер итә.

1541 йылдан 1699 йылғаса мажарҙарҙың байтаҡ өлөшө төрөк хакимлеге аҫтында көн күрә. Быға тиклем дә шаҡтай төрки ҡатламы булған мажар теленә төрөк теле тағы ла һиҙелерлек йоғонто яһай. Трансильвания яртылаш бойондороҡһоҙ булып ҡала килә, унда мажар протестант әҙәбиәте әүҙем үҫеш кисерә. Мажар ерҙәренең ҙур булмаған өлөшө Австрия ҡулы аҫтында була.

Австрия империяһы тәркибенә инеү менән протестанттарға ҡаршы башланған репрессияларҙан һуң мажар теле алман теленең көслө тәьҫиренә эләгә, шулай ҙа, Австро-Венгрияның мажарҙар йәшәгән өлөшө — Транслейтанияла берҙән-бер рәсми тел булараҡ, аҡрынлап үҙенең өҫтөнлөгөн тергеҙә.

1867 менән 1918 йылдар арауығын хаҡлы рәүештә мажар теленең алтын быуаты тип әйтергә була: был осорҙа ул Үҙәк Аурупаның Карпаттан алып Адриатик диңгеҙгә тиклемге киң биләмәләрендә дөйөм тел булып тора. Мажар телен үҙҙәре өсөн беренсе һәм икенсе тел итеп һанаусылар өлөшө һиҙелерлек күбәйә, мажар булмаған халыҡтар араһында телде белеүселәр 1880 йылдағы 5,6 проценттан 1915 йылда 15,3 процентҡа тиклем арта. Трансильванияның күп ҡалалары тулыһынса мажар теллегә әйләнә, мәҫәлән, Клуж-Напока йәки, мажарса, Коложвар. Румандарҙың байтағы, хатта Мажарстанда йәшәгән алмандар, шул иҫәптән трансильвания сакстары, шулай уҡ йәһүдтәр һәм хатта сиғандар мажар телендә аралашыуға күсә.

Шулай ҙа мажар теленең уларҙан ныҡ айырылып тороуы арҡаһында атап кителгән халыҡтар телдәренең ассимиляцияһы тотҡарлана, быға шулай уҡ мажар теленең ситтән үҙләштерелгән һүҙҙәр урынына үҙ лексикаһын булдырыу тенденцияһы ла йоғонто яһай. XIX быуат аҙағына юғары мажар даирәләре яғынан ҡыраллыҡтың аҙ һанлы милләттәре телдәренә ҡарата истиғаби ҡыҫым һәм эҙәрлекләүҙәр көсәйә. Трианон килешеүе төп мажар биләмәләренең ныҡ бәләкәйләнеүенә килтерә. 1918 йылдан һуң дөйөм алғанда Мажарстандан ситтә мажар телен ҡулланыуҙың һиҙелерлек кәмеүе күҙәтелә.

Мажар телендә беҙҙең көндәргә килеп еткән яҙма ҡомартҡы — «Ҡәбер өҫтө телмәр һәм доға» (Halotti Beszéd és Könyörgés) яҡынса 1200 йыл тирәһендә ижад ителгән. Шул уҡ ваҡытта XVI быуаттың 2-се яртыһына тиклем мәтендәрҙе ҡағыҙға теркәү өсөн мажарҙар башлыса латин һәм алман телдәрен ҡулланған. Шуғалырмы, әле лә мажарҙар араһында иң таралған сит тел булып алман теле ҡала килә, XX быуат уртаһына тиклем мажарҙарҙың күбеһе уны икенсе тел булараҡ яҡшы белә ине. XVI һәм XVII быуаттарҙа милли үҙаң үҫеү һөҙөмтәһендә мажарҙар туған телдәренә тағы ла нығыраҡ өҫтөнлөк бирә башлай.

Хәҙерге мажар теле латин әлифбаһын ҡуллана. Дөйөм фекергә ярашлы, латин яҙмаһына күсеү мажарҙарҙың христианлыҡты ҡабул итеүе менән бәйле була. Мажар халҡы вәкилдәре компактлы йәшәгән биләмәләрҙә үткән быуат аҙағында табылған артефакттар күрһәтеүенсә, уға тиклем мажар тамға яҙыуы (rovás írás, «ровааш иирааш») ҡулланылған. Székely (Секей халҡы)

Хәреф Исеме Өн
A a a ɒ
Á á á a:
B b b
C c ʦ
Cs cs csé ʧ
D d d
Dz dz dzé ʣ
Dzs dzs dzsé ʤ
E e e ɛ
É é é e:
F f ef f
G g g
Gy gy gyé ɟ
H h h
I i i i
Í í í i:
J j j
K k k
L l el l
Ly ly el ipszilon j
M m em m
N n en n
Ny ny eny ɲ
O o o o
Ó ó ó o:
Ö ö ö ø
Ő ő ő ø:
P p p
R r er r
S s es ʃ
Sz sz esz s
T t t
Ty ty tyé c
U u u u
Ú ú ú u:
Ü ü ü y
Ű ű ű y:
V v v
Z z z
Zs zs zsé ʒ
Бары тик сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе яҙыу өсөн
Q q
W w dupla vé
X x iksz
Y y ipszilon

Саутиәт һәм өнәйтелеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мажар телендә 14 һуҙынҡы өн бар. Туғандаш фин йәки күрше алман һәм словак телдәренән айырмалы унда дифтонгылар булмаһа ла, дифтонгоидтар бар (ó, ő, ű өндәре u өнө кеүек, é — i өнөнә оҡшатып әйтелергә мөмкин). Шулай уҡ урыҫ йәки инглиз телдәрендәге кеүек редукцияға бирелгән һуҙынҡы өндәр ҙә юҡ. Мажар телендә һуҙынҡылар рус теленә ҡарағанда анығыраҡ әйтелә, ижектәр асығыраҡ яңғырай. Дөйөм алғанда, мажар теленә көслө артикуляция хас.

Һуҙынҡыларҙың ҡыҫҡалары (a, e, i, o, ö, u, ü) һәм оҙондары (á, é, í, ó, ő, ú, ű) бар: vad ‘ҡырағай’ — vád ‘ялыу’; tör ‘һыҙлай’ — tőr ‘хәнйәр’. А/á һәм e/é һуҙынҡы ҡуштары, оҙонлоҡҡа өҫтәп, үҙҙәренең күтәренкелеге (икенсе төрлө әйткәндә, һуҙынҡыларҙың «ябыҡлығы») менән дә айырыла.

Һуҙынҡылар артҡы (a, á, o, ó, u, ú) һәм алғы рәт (e, é, i, í, ö, ő, ü, ű) һуҙынҡыларына бүленә. Был билдә буйынса барлыҡ һуҙынҡылар бер иш булырға тейеш (Аурупа телдәре өсөн һирәк булған рәт сингармонизмы күренеше): barnulásotokról ‘һеҙҙең тәндең янғаны хаҡында’ — zöldülésetekről ‘һеҙҙең йәшелләнеү тураһында’, һәм бының менән бәйле ҡушымсаларҙың күпселеге иң кәмендә ике нөсхәлә йөрөй.

Баҫым көслө, һәр ваҡыт беренсе ижеккә төшә (ар теленән башҡа фин-уғыр телдәрендәге, шулай уҡ ҡайһы бер славян телдәрендәге, мәҫәлән, словак телендәге кеүек).

  • Венгерские литература и язык // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Венгерский язык // Брасос — Веш. М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 4).
  • Д. И. Ермолович, Имена собственные на стыке языков и культур. Заимствование и передача имён собственных с точки зрения лингвистики и теории перевода. С приложением правил практической транскрипции имён с 23 иностранных языков, в том числе, слоговых соответствий для китайского и японского языков. — М.: Р. Валент, 2001. — ISBN 5-93439-046-5. — Стр. 141—143.
  • Р. С. Гиляревский, Б. А. Старостин, Иностранные имена и названия в русском тексте. — М.: Высшая школа, 1985 (3-е изд.). — Стр. 117—126.
Википедия
Википедия