Мазепа Иван Степанович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иван Степанович Мазепа
укр. Іван Степанович Мазепа, пол. Jan Mazepa Kolędyński, лат. Iohannes Mazeppa
Иван Степанович Мазепа
Иван Степанович Мазепа
Герб Мазепы
Флаг
Днепрҙың ике яғында урынлашҡан Войско Запорожское гетманы
4 август 1687 — 6 ноябрь 1708
Монарх: Иван V (1696 йылға тиклем)
Пётр I
Алдан килеүсе: Иван Самойлович
Дауамсы: Иван Скоропадский (Рәсәйҙән ҡуйылған вәкил (ставленник) булараҡ); Филипп Орлик (ҡыуылған гетман)
 
Дине: православие[1]
Тыуған: 20 март 1639({{padleft:1639|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (383 йәш)
Белая Церковь янындағы яямазепинцы ауылы, Речь Посполитая, хәҙер — Белоцерковский районы Киев өлкәһе
Үлгән: 21 сентябрь 1709({{padleft:1709|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (70 йәш)
Бендеры,
Ғосман империяһы
Ерләнгән: Изге Юрий сиркәүе, Галац
Династия: Мазепы[d]
Атаһы: Степан Михайлович Мазепа
Әсәһе: Мария-Магдалина (Мазепа)
Ҡатыны: Анна Половец (Фридрикевич) (1642—1702)
Балалары: ҡыҙы (бала сағында үлгән)
Белеме: Киево-Могилянская академия[d]
 
Автограф: Ivan Mazepa Signature.svg
 
Наградалары:
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
(мәхрүм ителгән)
Аҡ бөркөт ордены

Йәһүҙә ордены

Ива́н Степа́нович Мазе́па (Мазепа-Колединский[2]; укр. Іва́н Степа́нович Мазе́па (Іван Мазепа-Колединський), пол. Iwan Mazepa (Jan Mazepa Kołodyński), лат. Iohannes Mazepa; 20 март 1639, Белая Церковь янындағы Мазепинцы ауылы Речь Посполитая — 21 сентябрь [2 октябрь1709[3], Бендеры, Ғосман империяһы) — Войско Запорожское (Гетманщина)ның хәрби, сәйәси һәм дипломатик эшмәкәре.

Запорожский Ғәскәре (1687—1704) гетманы, Рус батшалығы протектораты аҫтында «Днепрҙың ике яғындағы Запорожье Ғәскәре гетманы» тигән исемгә үҙгәртелә (1704—1709). XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башында Рәсәйҙең тышҡы һәм эске сәйәсәтен үткәреүҙә Пётр Iнең көрәштәше. Запорожская Сечь биләмәһе сәйәси үҙаллылығын сикләп, Украинаның һул яры һәм Киев менән идара итә. Уның ҡарамағындағы территорияларҙы иҡтисади йәһәттән күтәреү өсөн күп эш башҡара[4]. Палий ихтилалы ваҡытында ваҡытлыса Уң яр Украинаһы контролдә тота.

1708 йылда Төньяҡ һуғышта Рәсәй менән Швеция араһындағы ваҡиғалар барышында Швеция короле Карл XII яғына күсә. Карл XII Полтава янында еңелгәндән һуң (1709), Ғосман империяһына ҡаса һәм Бендеры ҡалаһында үлә.

Рәсәй империяһы тарихнамәһе һәм рәсми публицистикаһы дәүләткә хыянат итеүсе тип ҡарала. Хәҙерге Украинала милли герой булараҡ хөрмәт ителә.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мазепа Киевщинала Белоцерковский старостваһы Мазепинцы ауылында[5] шляхет православие[1] ғаиләһендә тыуған[5]. Буласаҡ гетмандың документтар буйынса билдәле ата-бабаһы, Иван Мазепаның ҡарт ҡартатаһы — Николай Мазепа-Колединский[5], уға хәрби хеҙмәте өсөн поляк короле Сигизмунд II Август Каменице йылғаһындағы утарҙы, һуңынан Мазепинцы ауылын бүләк иткән.

Ивандың олатаһы Михаил Мазепа[5], фаразланыуынса, рус батшаһына хеҙмәт иткән: Рус батшалығының көньяҡ сиктәрен татарҙар сапҡынынан һаҡлаған һәм 1620 йылда төрөктәр менән һуғышта һәләк булған[5]

Атаһы Адам-Степан Мазепа Богдан Хмельницкийҙың көрәштәштәренең береһе була. Урыҫ баярҙары менән Переяслав һөйләшеүҙәрендә ҡатнаша. Переяславский килешеүен хупламай һәм артабан Гетман Выговский менән Речь Посполитая составында Бөйөк Рус кенәзлеген ойоштороуҙа ҡатнаша, әммә һөҙөмтәләргә өлгәшә алмай. 1662 йылда поляк короле уны Черниговский подчашийы вазифаһына тәғәйенләй һәм был вазифаны 1665 йылда вафатына тиклем биләй[5].

Иван Мазепаның әсәһе Марина Мокиевская Белоцерковщинала боронғо шляхта православие нәҫеленән булған. Улар Киев казак полкында етәксе вазифалар биләгән[6]. Хәҙерге Рәсәй тикшеренеүсеһе Т. Г. Таирова-Яковлева үҙенең «Мазепа» монографияһында Маринаның атаһы һәм ағаһы Хмельницкийҙың старшинаһы булған һәм поляктар менән һуғышта — атаһы Чортков эргәһендә (1655), ә ағаһы Дрожи-полела (1655) һәләк булған. Ире үлгәндән һуң, Марина, сәсен ҡырҙырып, Мария исеме менән Киев-Печерский Вознесенский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры башлығы (настоятельница) һәм Глуховский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры игуменьяһы була.

65 йәшендә Мазепа үҙенең исем ҡыҙы (крестница) Матрёнаға, Василий Кочубейҙың ҡыҙына (Пушкиндың «Полтава» поэмаһында Мария тип аталған), ғашиҡ була. Әммә ҡануни хоҡуҡ буйынса бындай бәйләнеш тыйылған була һәм инцесҡа тиңләштерелә, шуға күрә улар өйләнешә алмай[7][8]. Мазепаның Матрёна менән хат алышыуы өлөшләтә һаҡланған.

Уҡыуы һәм Польша короле һарайындағы тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Мазепа Киев-Могилян коллегиумында (рухани академияһы), һуңынан Варшавала Иезуит коллегиумында уҡыған. Һуңыраҡ атаһы ҡушыуы буйынса поляк короле Ян Казимирҙың һарайы эргәһендә ҡабул ителә, ул «батша йоҡо бүлмәһе» дворяндары иҫәбендә тора.

Королгә яҡынлығы уға белем алыу мөмкинлеге бирә: ул Голландияла, Италияла, Германияла һәм Францияла уҡый, украин, рус, поляк, татар, латин телдәрендә иркен аралашҡан. Шулай уҡ ул итальян, немец, француз телдәрен белгән[9]. Күп уҡыған, күп телдәрҙә бына тигән китапханаһы булған. Уның яратҡан китабы — Никколо Макиавеллиҙың «Хөкөмдар» әҫәре.

Н. И. Костомаров, Мазепа менән бергә Ян-Казимир һарайында хеҙмәт иткән поляк Пасектың яҙмаларын һөйләп бирә. Яҙмаларҙан күренеүенсә, 1661 йылда Мазепа үҙенең иптәше Пасекка юҡ ғәйеп таға, ул ҡулға алына, эште тикшерәләр, аҡлайҙар, һәм батша уға 500 червонец бүләк итә, ә Мазепа ваҡытлыса һарайҙан ситләтелгән булған. Киләһе 1662 йылда үҙен кәмһетеүҙәрен онотмаған ҡыҙмаса булып алған Пасек, Мазепаға һуҡҡан, тегеһе ҡоралға тотонған. Шаһиттарҙың ҡайһылары — Мазепа, ҡалғандары Пасек яҡлы булған. Батша: «Яла яғыу яранан да яманыраҡ күренә», — тигән. Ул Пасек менән Мазепаны үҙенә саҡырған, уларға үҙ күҙҙәре алдында ҡосаҡлашып, бер-береһенә кәмһетеүҙәрҙе ғәфү итергә ҡушҡан[10].

Православие динле Мазепаһының Ян Казимир католик һарайындағы тормошо ҡатмарлы була. Костомаров был ваҡиғаның тамамланыуын бына нисек һүрәтләй: «Тиҫтерҙәре һәм иптәштәре, католик дине һарайы янындағылар, мыҫҡыллағандарына сыҙай алмай, асыуланып тегеләрҙең береһенә ҡаршы шпагаһына үрелә, ә батша һарайында ҡоралды яланғасландырыу үлемесле енәйәт тип иҫәпләнә. Әммә батша Иоанн Казимир, Мазепа аңлы рәүештә шундай аҙымға бармағанын, тип уйлап, уны язаламай, тик һарайҙан сығара. Мазепа әсәһенең имениеһына, Волынь биҫтәһенә ҡайта»[11]. Пасек үҙенең яҙмаларында, Мазепа унда, Волында, пан Фальбовскийҙың ҡатыны менән бәйләнешкә ингән, йәнәһе лә, шуға, яланғас Мазепаны, яланғас көйө атҡа бәйләгән, атты ҡамсы, ҡысҡырыу һәм атыу менән ҡурҡытҡан, һәм ат ҡырағай гөлйемееш һәм күгән (терновник) ҡыуаҡлыҡтары араһынан сапҡан, тип раҫлаған[10].

Ләкин Величканың йылъяҙмаһы (шулай уҡ Костомаров унан өҙөмтә килтерә), «Мазепа король Ян-Казимир Украинаның һул яғына Глухов эргәһенә ғәскәр менән поход яһағандан һәм юлда Белая Церковь торағында туҡтағандан һуң, тимәк, 1663 йылдың аҙағында һарай хеҙмәтен ҡалдырған. Бында Мазепа батша ғәскәренән ситләшә һәм үҙенең имениеһында, Мазепинцы ауылында атаһы эргәһендә тороп ҡала»[10].

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1665 йылда атаһы вафатынан һуң Черниговский подчашийы вазифаһын биләй[12].

1668 йылда Мазепа Белоцерковский полковнигының тол ҡатыны Анна Фридрикевичҡа өйләнә.

1669 йылдың аҙағында уның ҡайныһы, генераль ылаусы Семён Половец уға гетман Дорошенко даирәһенән сығырға ярҙам итә: Мазепа Гетман һарай гвардияһы ротмистры, һуңынан генераль писары булып үрләй.

1674 йылдың июнендә Дорошенко Мазепаны Көньяҡ Ҡырым ханлығына һәм Төркиәгә илсе итеп ебәрә. Делегация солтанға 15 һул яҡ яр казактарын тотҡон-аманат сифатында алып барған. Константинополгә барышлай делегация кошевой Иван Серко ҡулына эләгә[13]. Мазепаны ҡулға алған Запорожье казактары уны, ңҙҙәренең иптәштәрен тотҡонлоҡҡа оҙатып барыуҙа ҡатнашҡаны өсөн, язаға тарттырырға теләй, әммә һуңынан уны һул яҡ ярҙағы гетман Самойловичҡа оҙата. Тегеһе Мазепаға балаларын тәрбиәләргә ҡуша, ғәскәри иптәш исемен, ә бер нисә йылдан уға генераль яҫауыл дәрәжәһен бирә[11].

Гетмандың ысын һүрәте иҫәпләнгән Иван Мазепа портреты Галициялағы Подгорцы ауылында кенәз Сангушко һарайында һаҡланған

Софья Алексеевна идараһында власть ғәмәлдә уның фавориты Голицын ҡулында була. Мазепа уға оҡшай, ә Самойлович ҡолағандан һуң, 1687 йылдың 25 июлендә (4 август) Коломак эргәһендәге (хәҙерге Харьков өлкәһенең Коломак районы) радала Голицын Мазепаның һул яр гетманы итеп һайланыуына хәл иткес йоғонто яһай. «Голицын менән Матвеев икеһе лә үҙ заманы кешеләре булған һәм Мазепаны башҡаларҙан айырылып торорлоҡ һәм таң ҡалдырырлыҡ иткән поляк-малорус белемлелеге алымдарына теләктәшлек күрһәтә. Уңышһыҙ Ҡырым походынан һуң, кемгәлер бәлә яғыу ниәтенән, Голицын гетман Самойловичты ғәйепләй: ул гетманлығынан мәхрүм ителеп, туғандары һәм үҙе яҡлылар менән Себергә һөрөлә, улы Григорийҙың башы киҫелә, һәм уны яратҡан Голицынға шулай кәрәккәнлектән, Мазепа гетман итеп һайлана»[11]. Ошонда уҡ гетман Мазепаның Коломак мәҡәләләренә ҡул ҡуйыла.

Үҙенең «Уның төп эшмәкәрҙәренең тормош тасуирламаларында рус тарихы» китабында Н. И. Костомаров былай тип яҙа: «Беҙ Мазепаның гетман Самойловичҡа ҡаршы алып барылған интригала ҡатнашыу дәрәжәһен белмәйбеҙ, шуға күрә был мәсьәлә буйынса хөкөм һүҙҙәрен әйтергә тейеш түгелбеҙ»[11]. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: «Мазепа» (1-се бүлек) китабында Н. И. Костомаров «уның ваҡытлы етәксе Василий Васильевич Голицын алдында гетман Самойловичты һәләк итеү өсөн ҡулланған интригаларын» телгә ала, ә «Руина» китабында был интригаларҙы ентекләберәк һүрәтләй. С. Соловьёвтың «Рәсәй тарихы» («История России») һәм Украинаның «Літописі Самовидця» китабында[14] Самойловичты урынынан төшөрөү буйынса интригала Мазепаның әүҙем ҡатнашыуы күрһәтелгән, старшиналарҙың Голицынға тапшырылған коллектив ошағында уның ҡултамғаһы ла тора.

Мазепа гетман ролендә кенәз Василий Голицындың икенсе Ҡырым походында ҡатнаша.

Мазепаны ла, Голицынды ла йәмһеҙ күренештә тасуирлау ҡарашы киң таралған: «Һайланыуы менән ул кенәз В. В. Голицынды һатып алыуына һәм старшинаға йомарт вәғәҙәләре менән бурыслы булған. Мазепа имениелар, полковник һәм башҡа вазифалар менән бүләкләгән. Гетман-администратор булараҡ Мазепа әллә ни айырылып тормаған»[15].

Батша ҡыҙы Софияның хаттары менән бергә, Мазепаның Дәүләт архивында һаҡланып ҡалған яҙмаһы ҡыҙыҡлы. Бында Мазепаның гетманға һайланыуында ярҙам иткәне өсөн кенәз Голицынға ришүәт түләгәнлеге күренә[16]. Хәҙерге Украина тикшеренеүсеһе О. Ковалевская фекеренсә, ришүәт тураһындағы версия ысынбарлыҡҡа тап килмәй, сөнки Мазепа һайланыуға булышлыҡ иткәне өсөн бүләктәрен Голицынға һайланғандан һуң бер йыл үткәс ебәргән[17]. Шуға ҡарамаҫтан, ришүәт биреү версияһы барлыҡҡа килеүе Мазепаның үҙенә бәйле. 1689 йылда, Софья менән Голицындың ваҡытлы хакимлығы ҡолағандан һуң, Мазепа батшаға үтенес ҡағыҙы (челобитная) биргән. «Ул батшаға, Леонтий Неплюев янауҙары менән ҡурҡытып, ваз кискән гетман Самойловичтың милегенән һәм үҙенең гетманлыҡ эш хаҡынан червонец һәм ефимкалар менән 11 000 һум, өс боттан ашыу көмөш һауыт-һаба, 5000 һумлыҡ зиннәтле әйберҙәр һәм сбруйы менән өс төрөк аты бирергә мәжбүр итеүе хаҡында еткерә»[16].

Н. И. Костомаров Мазепа карьераһына шундай әхлаҡи йомғаҡ яһай: «Иван Степановичтың әхлаҡи ҡағиҙәләренән күренеүенсә, ул, әүәлерәк үҙе таянған көстөң юҡҡа сығыуын күргәндә лә, бер ниндәй оят хисе кисермәгән, уны батырған. Изгелек итеүселәренә хыянат ҡылыуы беренсе тапҡыр ғына булмаған. Үҙенең яуыз дошманы Дорошенкоға күсеп, Польшаға хыянат иткән; хакимлығы сайҡала башлауын күргәс тә, Дорошенконан да киткән; һыйындырып, старшина дәрәжәһенә күтәргән Самойловичты оятһыҙ рәүештә һатҡан. Үҙ отошо хаҡына күптән түгел генә ярамһаҡланып, ҡоштабаҡ ялап йөрөгән бөйөк игелекле кешеһенә ҡарата ла шул рәүешле эш иткән»[16].

Төньяҡ һуғышының тәүге йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1689 йылдан алып Пётр Мазепаның үҙенә хыянат итеүе тураһында һөйләүсе ошаҡтар ала. Пётр ошаҡтарға ышанырға теләмәгән; ошаҡсылар язаланған, ә батшаның гетманға ҡарата ышанысы артҡан ғына[11][18]. 1700 йылда Мазепа Пётр ҡулынан Рәсәйҙең иң юғары наградаһын — Изге Андрей Первозванный орденын ала һәм ил тарихында был ордендың икенсе кавалеры була. Яҡын йылдарҙа Мазепа батшаның бөтә күрһәтмәләрен теүәл үтәгән.

1704 йылдың июлендә Мазепа фастовский полковнигы Семён Палийҙы Петрға хыянат итеүҙә һәм украин тормошо тәртибен казактарҙың ярлы-ябағайы һәм ҡара халҡы файҙаһына үҙгәртергә ынтылыуҙа ғәйепләй. Палий Мәскәүгә килтерелгән, унан Тубылға һөргөнгә ебәрелгән.

1705 йылдың аҙағында Мазепа тол кенәз ҡатыны Дольская (тәүге ире буйынса Вишневецкая) менән Швеция яғына сығыу һәм Малороссиянан Польша короле хакимлығы аҫтында «үҙ аллы биләмә» булдырыу ниәтен (Дольскаяның хаттары билдәле) тикшергән. Мазепаны ңҙ яғына йәлеп итер өсөн, 1706 йылда «княгиня Дольская Мазепаға Б. П. Шереметев менән генерал Рендың, Меншиков Черниговский гетман йә кенәзе булырға ниәтләнеүен һәм Мазепаға „соҡор ҡаҙыуын“ еткерә»[9].

1706 йыл Рәсәй дәүләтенең сәйәси уңышһыҙлыҡтары йылы була: 1706 йылдың 13 февралендә Швеция армияһы Фрауштадт янындағы алышта Карл Густав Реншëльдтың саксони-рус армияһын тар-мар итә. 1706 йылдың 13 (швед календары буйынса 14 сентябрендә) Петр союздашы, Саксония курфюрсы һәм поляк короле Көслө Август II шведтар яҡлы Станислав Лещинский файҙаһына поляк тәхетенән баш тартырға мәжбүр була һәм Рәсәй менән союзды өҙә. 1706 йылдың 18 октябрендә Калиш янындағы алышта еңеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәй Швеция менән яңғыҙ ҡапма-ҡаршылыҡта тороп ҡала.

Шундай шарттарҙа Мазепа Карл XII-нең ҡуйылыусыһы яңы поляк короле Станислав Лещинский менән иезуит Заленский аша йәшерен һөйләшеүҙәр алып барған[9]. Таирова-Яковлева үҙенең китабының 13-сө бүлегендә хәбәр итеүенсә[18], Мазепа менән Лещинскийҙың һөйләшеүҙәренең башланыу ваҡыты билдәһеҙ, әммә 1707 йылдың 17 сентябрендә Мазепа үҙенең генераль писары Филипп Орликка асыла. «Орлик Мазепа менән әңгәмәһендә Лещинскийға ғөмүмән хәрби хәүеф янауы хаҡында һөйләшеүҙәрен аңлатып биргән». Ул, «Станислав украин сиктәренә ниндәй көс менән килерен һәм Мәскәү дәүләтендә Швеция ғәскәрҙәренең ниндәй уңыштары булыуын күрмәйенсә»", «батша хәҙрәттәренә тоғро ҡалырмын» ти[18]. 16 сентябрендә Мазепа Станиславтан хат ала, унда «Станислав Мазепаның, Швед ғәскәрҙәре Украина сигенә еткәс, уйланылған эште башлауын һорай». Күренеүенсә, «алдан уйланылған план тураһында һүҙ барғаны аңлашыла»[18].

Кочубейҙың ошағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1707 йылдың август аҙағында генераль судья Василий Кочубей Мазепа өҫтөнән ошаҡ хаты ебәрә. 1707 йылдың 17 сентябрендә уның белдереүе Кочубей менән Мазепа араһындағы яҡшы билдәле шәхси дошманлыҡ юҫығында ялған тип таныла: 1704 йылда исем атаһы Мазепаның Кочубей ҡыҙы Матрёна менән романы башлана, бындай бәйләнеш, инцест булараҡ, тыйыла.

1708 йылдың ғинуарында Кочубей Петр Янценканы (Яковлевты) Мазепаның хыянаты тураһында хәбәр итергә ебәрә. Яковлев Мәскәү Кремленең Благовещен соборы протопопына (батша духовнигы) килә, батша улы Алексей Петрович менән таныша. Батша, йәнә ялған тип һанап, гетмандың дуҫтарына: Гавриил Головкинға һәм Петр Шафировҡа тикшерергә ҡуша.

Был хәбәрҙән ҡурҡып, Мазепа тәфтиш эшенең яҡшы һөҙөмтәһенән һуң (Кочубей, шулай уҡ Мазепа тураһында ошаҡ хәбәр иткән Полтава полковнигы Иван Искра язалауҙарға дусар ителә, ә 1708 йылдың 14 июлендә Киевта башы сабылып өҙөлә[11]). Мазепа Станислав Лещинский һәм Карл XII менән һөйләшеүҙәрен тағы ла әүҙемерәк алып бара, улар менән йәшерен килешеүҙәр төҙөй. Мазепа шведтарға Төньяҡта ҡышҡы фатирҙар итеп нығытылған пункттар биргән, аҙыҡ-түлек илтеп торған, Запорожье һәм Дон казактарын, хатта ҡалмыҡ ханы Айыуҡаны ла Карл яғына ауҙарырға ебәрергә һүҙ бирә.

Карл XII яғына сығыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1708 йылдың көҙөндә Пётр батша Мазепаны Стародуб янындағы рус ғәскәренә казактар менән ҡушылырға саҡыра. Сирләүенә һәм Карл XII-нең көньяҡҡа хәрәкәт итеүе һәм уның тәҡдимдәре менән бәйле Малороссиялағы болаларға һылтанып, Мазепа мыштырлай. Шул уҡ ваҡытта ул уға ҡушылған старшиналар менән кәңәшләшә һәм Быстрицкий аша Карл менән һөйләшеүҙәр алып бара, А. Войнаровский аша Меншиков менән хат алыша. Меншиков, йәнәһе, сирле Мазепаның хәлен белешергә була.

Фаш ителеүенән ҡурҡып, Мазепа октябрь аҙағында гетман ҡаҙнаһы менән Деснаның һул ярынан Новгород-Северскийҙан көньяҡ-көнсығыштараҡ (Горки (Путивль районы) урынлашҡан Карлға ҡаса; Мазепа менән ни бары 1500 казак була. Швед лагерынан гетман Скоропадскийға, стародубский полковнигына, үҙенең шведтар яғына сығыуы сәбәптәрен аңлатып, старшина менән казактарҙы ла үҙенең өлгөһөнә эйәрергә саҡырып хат яҙа.

Батурин ваҡиғалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карл XII-гә Мазепа ҡышты Батурин ҡалаһында[19] — гетман резиденцияһында ойошторорға вәғәҙә иткән. Унда байтаҡ провиант һәм артиллерия запастары, яҡшы әҙерлекле һәм полковник Дмитрий Чечель етәкселек иткән Мазепаға тоғро гарнизон булған. Мазепа менән Карлдың пландарына 1708 йылдың 2 (13) ноябрендә ҡәлғәне һәм ундағы бөтә запастарҙы баҫып алған алған ғәскәрҙәр ҡамасаулай. Батурин талана, ә Сердюков гарнизоны юҡ ителә.

Ошо ваҡиғалар ваҡытында, төрлө баһалар буйынса, Батуриндың 5-15 мең хәрби һәм тыныс халҡы һәләк булған: С. Павленко буйынса 5-6,5 мең казак ғәскәре һәм 6-7,5 мең ябай халыҡ, бөтәһе 11-14 мең[20]; В. В. Петровский, Л. А. Радченко, В. И. Семененко. История Украины. Непредубеждённый взгляд. Харьков: Издательский дом «Школа», 2007. С. 176 (укр.)</ref>

Украинаның Министрҙар Кабинеты документтарына ярашлы, шул осорҙоң Батуриндағы ваҡиғаларҙың рәсми украин исеме[21] — «Батурин трагедияһы». 2007 йылдың 21 ноябрендә Украина президенты Виктор Ющенко «Гетман баш ҡалаһы» Милли тарихи-мәҙәни ҡурсаулығын һәм Батурин ҡасабаһын үҫтереүҙең ҡайһы бер мәсьәләләре тураһында" тип исемләнгән указға ҡул ҡуйҙы, уның сиктәрендә 2009 йылда бында «Украина өсөн доға» скульптура композицияһы асылды.

Карл XII һөжүме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Гадячҡа күскәндә шведтарға йылы өйҙәрҙән һыуыҡҡа сығырға тура килгән. Йөҙҙән ашыу швед һалдаты ҡул-аяғын өшөтә, бер нисә тиҫтәһе һәләк була. Ярһыған Карл ғинуар башында үҙ ғәскәрҙәрен Веприкка ташлай. Көсөргәнешле оборонанан һуң, дары бөткәс, ҡала бирелә. Швеция армияһы ике меңгә яҡын кешене һәм бик күп офицерҙарын юғалта. Әсирлеккә алынған казактарҙы Мазепеға бирә, ул уларҙы соҡорға ултыртырға бойороҡ бирә һәм ас тота»[18]. Батша армияһы һалдаттары иһә, хәрби әсирҙәр кеүек, яҡшыраҡ мөғәмәлә иткән Карл ҡулында була[22]. Хәйер, батшаның мәрхәмәте иректе аңлатмай. Әсирҙәр ғинуарҙан июнгә тиклем махсус лагерҙарҙа тотола һәм Полтава һуғышы алдынан ихтилал һөҙөмтәһендә рус армияһы ярҙамы менән азат ителә.

«Бынан һуң Карл Зеньковты, Опошняны һәм Лебединды алды. Ҡалалар ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Күп осраҡта улар буш торған. Карл уларҙы таларға, өйҙәрҙе яндырырға, кешеләрҙе үлтерергә ҡушҡан. Ғинуар аҙағында Слобожанщинаға поход ойошторола, уның һөҙөмтәһендә тағы тиҫтәләгән ауыл һәм ҡала юҡ ителә. Шведтарҙың бындай ғәмәлдәре партизандар һуғышына килтерҙе; бвл Карлдың хәлен тағы ла ауырайтты»[18]. Терей биҫтәһендә генә 1 000-дән ашыу кеше үлтерелгән[23]. 1709 йылдың февралендә шведтар Коломакты яндыра[24].

Гетман Мазепа, Карл XII һәм Запорожская Сечь араһында союз килешеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Еңелеүе, анафемаһы һәм үлеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карл XII һәм гетман Мазепа Полтава алышынан һуң

Карл XII 1709 йылдың 8 апрелендә Мазепа менән рәсми килешеү төҙөгән. Уға «Украинаның законлы кенәзе» тигән маҡтаулы исем биргән. Мазепа иһә, былар араһында, Стародуб, Малин, Батурин, Полтава, Гадяч ҡалаларын да «һуғыш һәм хәүеф-хәтәрҙәр осоронда» Карл XII-гә бирергә вәғәҙә иткән.

1708 йылдың 6 ноябрендә Пётр батша Глухов ҡалаһында үткән радала яңы гетман һайларға бойороҡ бирә. Пётрҙың теләге буйынса, Иван Ильич Скоропадский һайлана.

600 / 1000ТӘРЖЕМӘ ИТЕҮ 1708 йылдың 12 ноябрендә Глуховтың Троицк соборында Пётр I алдында Киев, Галич һәм Малороссия митрополиты Иоасаф (Кроковский), башҡа архиерейҙар менән, литургия һәм доға атҡарған һәм «гетман Мазепаға һәм яҡындарына мәғгелек ләғнәт иғлан ителә»[25].

Шул уҡ көндө Глуховта элекке гетманды символик язалау тасуирлана: «Мазепаның ҡарасҡыһын майҙанға алып сыҡтылар. Енәйәте өсөн язалау тураһында хөкөм ҡарары уҡыла; кенәз Меншиков һәм граф Головкин тарафынан Гетман вазифаһына жалованный грамоталар, мөхбир йәшерен кәңәшсе дәрәжәһе, изге апостол Андрей Первозванный ордены йыртыла, ҡарасҡынан таҫма сиселә. Шунан йәлләдкә хыянатсының һүрәтен ташланылар; барыһы ла уны аяҡ аҫтына һалып тапанылар һәм ҡаланың урам-майҙандарында бауға тағылған ҡарасҡыны һөйрәп йөрөттөләр һәм язалау урынында аҫтылар»[25].

Шул уҡ йылдың 12 ноябрендә Мәскәүҙең Успение соборында батша улы Алексей Петрович алдында Мәскәү Патриарх тәхетенең митрополиты Рязань һәм Муром (Яворский) митрополиты Стефан (Яворский) архиерейҙар соборы хеҙмәтендә Скоропадскийҙың гетман итеп һайланыуы сәбәпле рәхмәт доғаһы уҡылған, шунан һуң руханиҙарға:[25]. Бынан тыш, Пётр I-нең ҡушыуы буйынса, гетман Мазепаға махсус рәүештә Йәһүҙә Ордены яһалған. Полтава эргәһендә шведтар ғәскәре 1709 йылдың 27 июнендә (8 июлдә) рус армияһы тарафынан ҡыйратыла[26], Швецияның Европала йоғонтоһо һиҙелерлек кәмей, ә Рәсәй йоғонтоһо арта. Полтава һуғышынан һуң Карл менән Мазепа Днепрҙың көньяғына ҡаса, Переволочны ауылы янында саҡ рус ғәскәрҙәре ҡулына эләкмәй, һәм Бендерға килеп етә.

Ғосман империяһы Мазепаны рус властарына биреүҙән баш тарта. Константинополдәге батша илсеһе Пётр Толстой бының өсөн бөйөк төрөк вәзиренә элекке гетманды биреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн 300 000 ефимка тотонорға әҙер булһа ла.

Мазепа 1709 йылдың 21 сентябрендә[3]Бендерыла вафат була. Войнаровскийҙың ҡустыһының улы бойороғо буйынса уның кәүҙәһе Галац ҡалаһына күсерелә һәм ундағы Изге Георгий сиркәүендә ҙур хөрмәт күрһәтеп ерләнә. 1962 йылда сиркәү һәм ҡәбер һүтелә[27].

Гетман Скоропадскийҙың үтенесе буйынса, великоростар яғынан малоростарға ҡарата көс ҡулланыу осраҡтарына һылтанып, 1710 йылдың 11 мартында батша манифесы менән «малороссийский халҡын» кәмһетеүҙе, кәрәкмәгәндә, Мазепаның хыянаты менән битәрләү тыйыла; аяуһыҙ яза биреү һәм хатта үлем язаһы биреү менән янайҙар[28]. Шуға ҡарамаҫтан, 1711 йылда Гетманщинаға килгән дат илсеһе Юст Юль раҫлауынса, батша, үҙ сиратында, казактарға бик ышанмаған, ә украин ҡәлғәләренең бөтә гарнизондары һәм коменданттары рустар булыуына, үҙ сиратында, казактар риза булмаған[29].

Запорожская Сечтең юҡҡа сығарылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анафеманы алып ташлау мәсьәләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гетман Мазепаның тышҡы ҡиәфәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Полтава һуғышы яланы» ҡурсаулығы музейының ғилми хеҙмәткәрҙәре — Шендрик Л. К. һәм Янович А. В. хәбәр итеүенсә, Пётр I һәм башҡа императорҙар дәүләт структуралары һәм сиркәү алдына гетман Мазепаны хәтерләтә алырлыҡ бөтә нәмәне юҡ итеү (Damnatio memoriae) бурысын ҡуйған[30][30] Ошо маҡсатта Украинала Рәсәй хөкүмәте йыл һайын яҙылған анафемалар менән бер рәттән[31]картиналарҙа, сиркәүҙәрҙә, иконаларҙа һәм гравюраларҙа гетман Мазепаның бөтә һүрәттәрен юҡ иткән[32].

Mazepa v Lavre.jpg Ivan Mazepa 3.png Iwan Mazepa 1706.jpg Nikitin Getman.jpg Ivan Mazepa2.jpg Image hetman.jpg
№ 1, Киев-Печера лавраһы. № 2, С. Величко йылъяҙмаһы. № 3, Днепр художество музейы. № 4, Украинаның Милли музейы № 5, немец баҫмаһында сыҡҡан М.
Бернингротг гравюраһы, 1704 йыл.
№ 6, И. Никитин эше. Портрет оҡшашлығы юҡ.

«Иван Мазепа — уртаса буйлы, һомғол; ҡулдары нәҙек, оҙон, аҡ; ғорур башында аҡ төйөрлө; йөҙө ағарынған, шыма һәм бейек маңлайлы; күҙҙәре ҡуңыр, тәрән, ялтырауыҡ, йүгерек, сағыу; ҡарашы ғорур, талапсан, уйсан; ирене нәҙек; мыйыҡтары — поляк мода буйынса, һалынҡы»[33][34].

Гетман Мазепа сәйәсәтенең төп маҡсаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Украина тарихсыһы Александр Оглоблин фекеренсә, Украина гетманы булараҡ Мазепа сәйәсәтенең төп маҡсаттары булып Украина ерҙәрен: үҙе хакимлыҡ иткән Гетманщина, Украинаның уң яры, Запорожье, Слободская Украина һәм Хан Украинаһы берҙәм Украина державаһы составында берләштереү, шулай уҡ Европа тибындағы дәүләт нигеҙе булараҡ казак үҙидара системаһын һаҡлап ҡалыу менән Гетман власын булдырыу торған[35].

Ғүмеренең һуңында Мазепа поляк короле, шведтарҙың союздашы Станислав Лещинскийҙың Белая Рустә гетман вазифаһын алыуға ризалаша. Бына шулай, ул ваҡиғаларға туранан-тура йәлеп ителгән, Төньяҡ һуғышында ҡатнашыусы Густав Адлерфельд, Карл XII-нең камергеры Мазепа менән Станислав Лещинский араһындағы килешеүҙе һүрәтләй:

Бөтә Украина, Северское, Киев, Чернигов һәм Смоленск кенәзлектәрен индереп, Польша хакимлығы аҫтында ҡалырға тейеш, бының өсөн Мазепа кенәз титулы менән бүләкләнә һәм, үҙ ерендә Курляндия герцогы эйә булған хоҡуҡтарға тиңләштерелеп, Витебск һәм Полоцк воеводаларын ала[36]

Санкт-Петербург дәүләт университеты профессоры Татьяна Таирова-Яковлева фекеренсә, Мазепаның ысын идеялары икенсе булған: «Мазепа Лещинский менән союзды шведтар баҫып инеү осрағына мөмкин булған иң ситке алым итеп ҡараған, бәлки, Гетманщинаны үҙгәртеп ҡороу шарттарында старшиналар араһында бола ҡубып осрағына яйлаштырылыуы ихтимал. Украина халҡы бер фекерле түгел. Берәүҙәре Мәскәүгә теләктәшлек күрһәткән, икенселәре төрөк протекцияһына йүнәлешле, өсөнсөләәре — фәҡәт „тыумыштан поляктарға антипатиянан“ — татарар менән туғанлашырға теләй. Самусь һәм башҡа Уң яр халҡы поляктарҙың үс алыуынан ҡурҡа, һәм Речь Посполитаяға буйһонорға теләмәгәндер, моғайын. Шуға күрә Мазепа башта Украинала фекерҙәр берҙәмлеге булдырырға һәм Речь Посполитая менән берләшеүгә, һәм һуңынан союз тураһында уйларға тәҡдим иткән булыуы бар. Бындай изге теләктәрҙең ваҡыт отошона иҫәпләнгән декларация ғына булыуы аңлашыла»[18].

Гетман Мазепа батша Пётр І-гә ике тапҡыр Слободской Украинаны ҡушыу мәсьәләһен ҡуйған һәм ике тапҡырында ла кире яуап алған.

Гетман Мазепаың эске сәйәсәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Казактар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гетман Мазепаның эске сәйәсәте казак старшинаһының йоғонтоһон көсәйтеүгә, уның иҡтисади базаһын һәм социаль хәлен нығытыуға, уны Гетманщинаның идара итеүсе ҡатламына әүерелдереүгә йүнәлтелә. Гетман власы йәиһә полковниктарҙың старши́на һәм руханиҙарға (күпселек осраҡта монастырҙарға) имениелар биреүе һиҙелерлек артҡан.

Гетманлығының тәүге көндәрендә һәм айҙарында уҡ Мазепа иҫке биләмәләрҙе раҫлаған йәки «ирекле хәрби» имениелар фондынан яңыларын алырлыҡ бер нисә универсал бирә. Мазепа гетманлығы осоронда старши́на һәм монастырҙарҙың ер һатып алыуы ныҡ таралған.

Ләкин ер биләү һәм ауыл хужалығы казак старши́наһының берҙән-бер финанс хәле сығанағы булмай. Старши́налар төрлө сауҙа-сәнәғәт операцияларына ҙур иғтибар бүлә.

Старши́наға төрлө финанс операциялары, атап әйткәндә, араҡы, тәмәке һәм дегет «ҡуртымы», ҙур табыш килтергән. Был операцияларҙа генераль, рядовой старши́на ла, ир-егеттәр ҙә, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашҡан.

Ул заманда старши́на, бигерәк тә уның юғары ҡатламы, Гетманщинаның көньяғында ла, төньяғында ла сәнәғәт эшҡыуарлығын киң йәйелдерә.

Старшина поместьеларын туплау процесы юғары старши́на ҡулында сәйәси властың тупланыуы менән бергә бара. Полковник власы күләме арта. Элек тауыш биреү юлы менән үҙ вазифаһына һайланған полковник хәҙер полктың нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән хужаһы була.

Старши́наның был категорияһын билдәләгән яңы исем барлыҡҡа килгән — «бунчук ширҡәте», «затлы хәрби ширҡәт», ул гетман власына туранан-тура ҡараған урындағы һәр төрлө (полк йәки сотня) бурыстарынан һәм юрисдикциянан азат ителгән, «гетман бунчугы» һәм «оборона» власы ҡарамағында булған, тик Генераль суд тарафынан ғына хөкөм ителгән.

Шул рәүешле Иван Мазепа үҙенең дәрәжәһе менән уға ғына буйһонған һәм уның юрисдикцияһына ғына ҡараған казактарҙың юғары ҡатламын булдырған.

Крәҫтиәндәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Казак старшинаһы ҡулында ер биләү һәм сәйәси властың тупланыуы крәҫтиән массаһын эксплуатацияһы үҫешенә килтерә. Мазепа осоронда, бер яҡтан, йөкләмәләр үҫкән, икенсе яҡтан, уларҙың нисбәте үҙгәргән. Атап әйткәндә, аҡсалата түләү һәм ба́рщина арта. Ләкин аҡсалата һәм натураль йөкләмәләр «ирекле хәрбиҙәр» һәм айырыуса рангалыларҙа (шул иҫәптән гетмандарҙың) поместьеларында өҫтөнлөк итһә, барщинаның көсәйеүе поместьеларға, тәү сиратта, монастырб биләмәләренә хас була.

XVII быуат аҙағында подданныйҙарҙың йөкләмәләренең артыуы старшиналар власына ҡаршы асыҡ сығыштарға күскән крәҫтиәндәр массаһында ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Мазепа хөкүмәте дәүләт һәм йәмғиәт ҡоролошо мәнфәғәттәрендә, власть башындағыларҙың башбаштаҡлығын һәм посполиттарҙың эксплуатацияһын сикләп, ҡыҫылырға мәжбүр булған.

Быуат аҙағында һул ярҙағы Украинала барщинаның ғәҙәти күләме аҙнаһына ике көнгә тиклем артты. Ләкин күп кенә властар подданныйҙарҙы барщинала эшләргә мәжбүр итеп ошо норманан артыҡ эшләргә мәжбүр итә.

XVII быуат аҙағында Һул яр Украинала барщинаның ҡәҙимге күләме аҙнаһына ике көнгә тиклем артҡан. Ләкин күп кенә власть эйәләре, норманы күбәйтеп, подданныйҙарҙы барщинала байтаҡҡа артыҡ эшләргә мәжбүр иткән.

Мазепаның сиркәүҙәр төҙөүе һәм тергеҙеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мазепа гетманлығын өйрәнеүселәр, тарих фәндәре докторы Юрий Мицик һәм Сергей Павленко мәғлүмәттәре буйынса, үҙ аҡсаһына Иван Мазепа 26 собор, сиркәү һәм ҡыңғыраулыҡ төҙөй[37][38], шул иҫәптән Украинанан ситтә лә.

Яңы монументаль ғибәҙәтханалар төҙөү Мазепаның төҙөлөш эшмәкәрлегенең ҙур ҡаҙанышы була. Киевта, башҡа ҡалаларҙа боронғо сиркәүҙәр яңыртыла һәм яңылары төҙөлә. Киевта ул замандың иҫтәлекле урындары — Братский монастырындағы Богоявленск соборы, Пустынно-Николаевский монастырындағы Николай соборы, Печерский монастырының Экономический ҡапҡаларындағы Бөтә Изгеләр сиркәүе — оҙаҡ ваҡыт сиркәү төҙөлөшө өлгөһө булып торған[39]. Киевта София соборы ҡыңғыраулығы ла Мазепа заказы буйынса төҙөлгән.

Юғары сиркәү иерархтары үҙҙәренең хеҙмәттәрендә Украиналағы сиркәү төҙөлөшөнә ҡарата Мазепа сәйәсәтен юғары баһалай. Мазепа төҙөгән бөтә сиркәүҙәргә гетмандың гербы төшөрөлгән һәм Иван Мазепаның башланғысы буйынса, уның аҡсаһына сиркәү төҙөлгән тип яҙылған керамик пластиналар һалына. Митрополит Стефан Яворский үҙенең «Заря славная» хеҙмәтендә Иван Мазепаны «ваҡыт Мәңгелек Китаптарында яҙып ҡалдырған» юлбашсы тип һүрәтләй[40].

Шулай уҡ ҡарағыҙ
  • Бречицкий Андроников монастыры (Черниговщина)
  • Николаев хәрби соборы (Киев)
  • Изге Вознесенский соборы (Переяслав-Хмельницкий)
  • Покровская сиркәүе (Дегтяревка)
  • Троицкий соборы (Чернигов)

Нәфис әҙәбиәттә Мазепа образы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Мазепаның яҙмышы Америка, Канада, Англия, Германия, Польша, Рәсәй һәм башҡа илдәрҙән күп кенә күренекле яҙыусыларында, шағирҙарында, рәссамдар һәм композиторҙарында һ. б. ҡыҙыҡһыныу уятты.

XXI быуатта урыҫ телле Америка яҙыусыһы Рафаэль Гругмандың «Завещание Мазепы, князя Священной Римской империи, открывшееся в Одессе праправнуку Бонапарта» мажаралы романы 2021 йылдың 13 сентябрь көнөндә архивланған.

Мазепа тураһында хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иван Мазепа Тәреһе — Украинаның дәүләт наградаһы Иван Мазепа исемен йөрөтә.
  • Украинала Мазепа хөрмәтенә торама пункттар, урамдар аталған, һәйкәлдәр ҡуйылған, уларҙың береһе — Полтавала[41].
  • Мазепа хөрмәтенә Румыниялағы Галац ҡалаһының ике кварталы — Мазепа-І һәм Мазепа-ІІ, аталған; элек унда Иван Мазепа исемендәге урам булған, ә урындағы Пречистая Дева сиркәүе әлегәсә «Мазепинская» тип атала[42].
  • Курск өлкәһендә (Рәсәй) И. Мазепаның элекке имениеһы — Мазеповка ауылы бар[43].
  • Украина ҡораллы көстәренең 54-се айырым механизацияланған бригадаһы Мазепаның исемен йөрөтә.
  • Румынияла, Америка Ҡушма Штаттарында һәм Украинаның Австрия илселегендә Мазепа һәйкәлдәре бар. 2009 йылдың 21 сентябрендә Черниговта Коллегиум эргәһендә гетман-меценатҡа һәйкәл (мәрмәр колоннала герб төшөрөлгән бронза бюст, скульпторы Геннадий Ершов) ҡуйыла.
  • Уның портреты купюрала, 10 гривна тәңкәлә һәм почта маркаһында һүрәтләнгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәһүҙә ордены
  • Мазепа палаталары (Мәскәү)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Мазепа Иван Степанович / В. А. Артамонов // Ломоносов — Манизер [Электронный ресурс]. — 2011. — С. 444—446. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 18). — ISBN 978-5-85270-351-4.
  2. Костомаров, Н. И. Мазепа. — М.: Терра — книжный клуб, 2004. — С. 3.
  3. 3,0 3,1 Historical Dictionary of Ukraine — Ivan Katchanovski, Zenon E. Kohut, Bohdan Y. Nebesio, Myroslav Yurkevich — Google Boeken
  4. Оглоблин, О. Внутрішня політика гетьмана Івана Мазепи
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Олександер Оглоблин. Гетьман Іван Мазепа та його доба.// Розділ І. Іван Мазепа до гетьманства. Друге доповнене видання. — Нью-Йорк • Київ • Львів • Париж • Торонто. — 2001.
  6. Олександер Оглоблин «Гетьман Іван Мазепа та його доба»
  7. Либретто П. Буренина по поэме А. С. Пушкина «Полтава» (недоступная ссылка). Дата обращения: 23 октябрь 2008. Архивировано 17 май 2008 года. 2018 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
  8. Взлёт и падение гетмана Мазепы
  9. 9,0 9,1 9,2 Яковлева Т. Г. Мазепа — гетман: в поисках исторической объективности // Новая и новейшая история, 2003, № 4.
  10. 10,0 10,1 10,2 Костомаров Н. И. Мазепа, глава 1.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Костомаров Н. И. Русская история в жизнеописаниях её главнейших деятелей. Второй отдел: Господство дома Романовых до вступления на престол Екатерины II. Глава 16. Гетман Иван Степанович Мазепа
  12. Мазепа Иван Степанович Большой Русский Биографический Словарь, сетевая версия
  13. Ольга Ковалевская, «Мазепа», Изд. «Темпора» 2008
  14. Літопис Самовидця.-К.: Наукова думка, 1971.-С. 144.
  15. Новый энциклопедический словарь. Петроград, Т. 25, стр. 366.
  16. 16,0 16,1 16,2 Костомаров Н. И., Мазепа 2008 йылдың 25 декабрь көнөндә архивланған., Глава 2.
  17. Ковалевская О., Иван Мазепа в вопросах и ответах, Киев: Изд. Темпора, 2008
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 18,4 18,5 18,6 Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Таирова төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  19. Документальных свидетельств о деталях предварительных предложений Мазепы Карлу не сохранилось. Однако известно, что переговоры велись и довольно долго. Как сообщает в своей книге «Мазепа» Т. Г. Таирова-Яковлева, он открылся своим приближённым 17 сентября 1707 года. В своей книге Таирова-Яковлева приводит высказывание Мазепы, записанное его верным последователем писарем Орликом: «Я не желал и не хотел христианского кровопролития, но намеревался, придя в Батурин с шведским королём, писать к царскому величеству благодарственное за протекцию письмо, в нём описав все наши обиды…». Тем самым, планы привести Карла в Батурин существовали. Кроме того, в подписанном позднее договоре с Карлом Мазепа обязуется отдать ему как базу на время войны, помимо прочих городов, Батурин (который уже полностью сожжён и не подходит для этих целей). По всей видимости, само соглашение готовилось до сожжения Батурина.
  20. Сергей Павленко. Не батуринская комедия, а трагедия! (недоступная ссылка). Дата обращения: 6 сентябрь 2008. Архивировано 15 декабрь 2007 года. 2007 йылдың 15 декабрь көнөндә архивланған.
  21. Розпорядження від 2 квітня 2008 р. № 567-р Київ «Про підготовку та відзначення 300-річчя подій, пов’язаних з воєнно-політичним виступом гетьмана Івана Мазепи та укладенням українсько-шведського союзу» См. пп 14, 16 Распоряжения
  22. Крман Д., Итинерарий. Малоизвестный источник по истории Северной войны. Вопросы истории. № 12 1976.
  23. «„10 декабря полковник Функ с 500 кавалеристами был командирован, чтобы наказать и образумить крестьян, которые соединялись в отряды в различных местах. Функ перебил больше тысячи людей в маленьком городке Терее (Терейской слободе) и сжёг этот городок, сжёг также Дрыгалов (Недрыгайлово). Он испепелил также несколько враждебных казачьих деревень и велел перебить всех, кто повстречался, чтобы внушить ужас другим“, — рассказывает с полным одобрением Адлерфельд.» — Тарле Е. В., Сочинения. Том 10. — М.: Издательство Академии Наук СССР, 1959. С. 363—800, «Северная война и шведское нашествие на Россию» Глава III. От вторжения шведов в Северскую Украину до начала осады Полтавы (Сентябрь 1708 г. — апрель 1709 г.)
  24. Справка-презентация Коломакского района на сайте Харьковской областной государственной администрации.
  25. 25,0 25,1 25,2 Дмитрий Бантыш-Каменский. История Малой России от водворения славян в сей стране до уничтожения гетманства. Киев, 1903, стр. 401.
  26. Васильев А. А. О составе русской и шведской армий в полтавском сражении. 2008 йылдың 29 март көнөндә архивланған. Военно-исторический журнал. 1989. № 7.
  27. Cine a fost cazacul Mazepa, războinicul care tulbură Europa chiar şi după 300 de ani de la moarte. Răpus pe pământ românesc, a fost îngropat de şase ori  (инг.), adevarul.ro (1440731139). 27 октябрь 2018 тикшерелгән.
  28. Бантыш-Каменский Дмитрий Николаевич. История Малой России, со времён присоединения оной при царе Алексее Михайловиче, с кратким обозрением первобытного состояния сего края. Часть 4. — Приложения к четвёртой части: XX. Манифест государя Петра I о запрещении всякого чина людям оказывать малороссийскому народу обиды, озлобления, укоризны, порицание изменниками, и излишнее требование подвод, и проч. — С. 230—232. — Москва, типография Семёна Селивановского, 1822 (переиздание: Киев, Издательство «Час», 1993).
  29. Юст Юль. Записки датского посланника в России при Петре Великом// Лавры Полтавы. — М.: Фонд Сергея Дубова, 2001. — С. 285. На Интернет-ресурсе: Восточная Литература. Средневековые источники Востока и Запада
  30. 30,0 30,1 Після знищення гетьманських портретів та спотвотрення присвячених йому творів, що було здійснено за наказом Петра І, в Україні автентичні зображення Мазепи майже зникли
  31. Шендрик Л. К., Янович А. В. Мазепа. Дослідження портретів гетьмана.// Вступ. Полтава: «Верстка». — 2004. — С. 6.
  32. Новый «червонец»: дизайн изменили, а «Мазепу» — нет
  33. Шендрик Л. К., Янович А. В. Мазепа. Дослідження портретів гетьмана.// Вступ. Полтава: «Верстка». — 2004. — С. — 33.
  34. В’ячеслав Станіславський. Про питання про зовнішність Івана Мазепи
  35. Оглоблин Олександер, Гетьман Іван Мазепа та його доба. (укр.)
  36. Adierfeld, Gustav. «Leben Karls des Zwolften Konigs von Schweden aufdesselben Befehl beschrieben von Hemi Gustav von Adierfeld, Koniglichen Cammerherm, mit Anmerkungen eriautert und fortgesatzt, wie auch mit nothingen Abripen versehen» (немецкий перевод с оригинального шведского издания), 1742, часть 3, с.236.
    Н. И. Костомаров. «Собрание сочинений», СПб, 1905, кн. 6, т. XVI: «Мазепа и мазепинцы», с.607
    Н. И. Костомаров. «Мазепа», М.: «Республика», 1992, с.229
  37. Юрій Мицик. Гетьман Іван Мазепа як покровитель Православної Церкви (недоступная ссылка). Дата обращения: 11 апрель 2009. Архивировано 28 апрель 2009 года. 2009 йылдың 28 апрель көнөндә архивланған.
  38. Сергей Павленко. Иван Мазепа. Издательский дом "Альтернативы. Киев — 2003, стр.241.
  39. Владимир Грипась. Для процветания Украины. Гетман Иван Мазепа и ренессанс национальной культуры
  40. Павленко С. Іван Мазепа як будівничий української культури.// Панегірики на честь керманича. ВД «Києво-Могилянська академія», 2005, стр. 70-71.
  41. В Полтаве открыли памятник гетману Мазепе «Украинская Правда», 07.05.2016
  42. ІІІ. Перепоховання тіла І. Мазепи у м. Галац та збереження в Румунії історичної пам’яті про українського гетьмана.(недоступная ссылка) — Всесвітня служба Радіо Румунія
  43. Сергей Павленко. Иван Степанович Мазепа (укр.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Н. Костомаров, «Руина» и «Мазепа и мазепинцы»;
  • Николай Маркевич. История Малой России, в 2-х томах. Москва. В типографии Августа Семена, при Императорской Медико-Хирургической Академии. 1842 год.
  • Статьи и заметки о Мазепе в «Киев. стар.» (1882, № 4; 1883, № 7; 18 8 4, № 12; 1885, № 7 и 12; 1886, № 12; 1887, № 1 и 2; 1888, № 5);
  • «Liste alphab é tique des portraits russes», par A. Wassiltschikoff (1875, I, 497, с портретом);
  • Статья А. М. Лазаревского в «Русск. арх.» (1876, № 12);
  • Статья А. Е. Д-ого, в «Киевск. телегр.» (1866, № 1, 2, 3 и 4);
  • А. Терещенко в «Русск. арх.» (1865, № 9),
  • О Мазепе и Палии в «Черниг. лист.» (1862, № 4, 5, 6 и 8),
  • О Мазепе и Горленках в «Вест. Европы» (1872, т. III, ст. де Пуле).
  • Павленко С. Іван Мазепа як будівничий української культури. — К. : Вид. дім «КМ Академія», 2005. — 304 с.
  • Павленко С. Іван Мазепа. — К. : Вид. дім «Альтернативи», 2003. — 416 с.: іл.
  • Павленко С. Оточення гетьмана Мазепи: соратники та прибічники. — К. : Вид. дім «КМ Академія», 2004. — 602 с.
  • Павленко С. Військо Карла XII на півночі України. — К.: Видавничий дім «Києво-Могилянська академія», 2017. — 512 с.
  • Павленко С. Іван Мазепа. Прижиттєві зображення гетьмана та його наближених. — К.: Мистецтво, 2018. — 208 с.
  • Павленко С. Іван Мазепа. Догетьманський період. Київ : Мистецтво, 2020. 263 с. : іл. ISBN 978-966-577-289-7
  • Україна доби Івана Мазепи. 1708—1709 роки в документальних джерелах / Упоряд. Сергій Павленко. К. : Мистецтво, 2019. 496 с. : іл. ISBN 978-966-577-273-6
  • Мазепина Атлантида. Творча спадщина доби 1687—1709 рр. / Упоряд. Сергій Павленко. Київ : Мистецтво, 2021. 503 с.: іл. ISBN 978-966-577-302-3
  • Чухлиб Т. Путь к Полтаве. Украина и Россия во время гетманства Мазепы. — Киев: Наш час, 2008. — 289 с. с. — 5000 экз.
  • Север А. Русско-украинские войны. — М.: Яуза-пресс, 2009. — С. 81—95. — 384 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-9955-0033-9.
  • Таирова-Яковлева Т. Г. Мазепа. — М.: Молодая гвардия, 2007. — 271[1] с. — (Жизнь замечат. людей: Сер. биогр.; Вып. 1041). — 5000 экз. — ISBN 978-5-235-02966-8.
  • Задонский Н. А. Смутная пора. Историческая хроника. — М.: Советская Россия, 1959. — 224 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Гетманы Войска Запорожского