Макаров Валерий Леонидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Макаров Валерий Леонидович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 25 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Новосибирск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, математик
Эшмәкәрлек төрө Математика
Эш урыны Новосибирск дәүләт университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
Новосибирск дәүләт университеты[1]
Университет Обафеми Аволово[d][1]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] һәм иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Ғилми етәксе Канторович Леонид Витальевич[1]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d] һәм Эконометрическое общество[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Макаров Валерий Леонидович (25 май 1937 йыл, Новосибирск) — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы һәм математигы. СССР Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1990, 1979 йылдан ағза-корреспонденты). РФА Үҙәк иҡтисад-математика институты директоры (1985-2017). Дәүләт гуманитар фәндәр академик университетының иҡтисад факультеты деканы

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валерий Леонидович Макаров 1937 йылдың 25 майында Новосибирск ҡалаһында тыуа. Академик Юрий Леонидович Ершовтың ағаһы[3].

Мәскәү дәүләт иҡтисад институтында уҡый. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1965), физика-математика фәндәре докторы (1969, Лениград дәүләт университеты).

СССР фәндәр академияһының Себер бүлексәһенең Математика институтында (1960—1983) һәм Новосибирск университетында (теоретик кибернетика кафедраһы мөдире) эшләй. Ойоштороу һәм идара итеү проблемаларының Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтының директоры (1983—1985).

РФА Үҙәк иҡтисад-математика институты директоры (1985 йылдан), Дәүләт гуманитар фәндәр академик университетының иҡтисад теорияһы факультеты деканы (1996 йылдан), Мәскәү дәүләт университетының Дәүләт идара итеү юғары мәктәбе директоры (2006 йылдан), Мәскәү дәүләт университеты иҡтисади-математик моделләштереүҙең ғәмәли проблемалары кафедраһы мөдире, «Экономика и математические методы» журналының баш мөхәррире, Рәсәй иҡтисад мәктәбен ойоштороусыларҙың береһе, беренсе ректоры (1992—2004) һәм президенты (2004), Никита клубы советы ағзаһы, Юғары иҡтисад мәктәбе профессоры, «Economic Change and Restructuring» (США) журналы редколлегияһына инә, йәмғиәт белеме буйынса мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы Рәсәй советының эксперт комиссияһы ағзаһы булып тора.

2002 йылдан 2008 йылға тиклем РФА Ижтимағи фәндәр бүлегенең академик- секретары. РФА Президиумы составына инә. Хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми этика буйынса комиссия ағзаһы.

Эконометрик йәмғиәт ағзаһы (1978). Халыҡ-ара иҡтисади ассоциацияһының башҡарма комитеты ағзаһы (1995).

Баҫмалар исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР Министраҙар Советы премияһы
  • Л. В. Канторович исемендәге премия (1996) — иҡтисади динамика һәм яңылыктар теорияһы буйынса эштәр циклы өсөн
  • Л. В. Канторович исемендәге премия ( А. Р. Бахтизин, Е. Д. Сушко менән берлектә, 2020 йыл өсөн) — «Ижтимағи фәндәрҙә суперкомпьютер технологиялар» ғилми эштәр циклы өсөн
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1978, 1987)
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1997)[5]
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2008)[6]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2022)[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  2. https://www.econometricsociety.org/society/organization-and-governance/fellows/current
  3. Наука в Сибири. www.nsc.ru. Дата обращения: 16 октябрь 2017. 2017 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.
  4. Журнал «Банковское дело», 2004, номер 12. (недоступная ссылка). Дата обращения: 29 май 2011. Архивировано 17 апрель 2011 года. 2011 йылдың 17 апрель көнөндә архивланған.
  5. Указ Президента Российской Федерации от 19.07.1997 № 736. kremlin.ru. Дата обращения: 25 июль 2020.
  6. Указ Президента Российской Федерации от 26.05.2008 № 840. kremlin.ru. Дата обращения: 25 июль 2020.
  7. Указ Президента Российской Федерации от 21 февраля 2022 года № 70 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]