Малакка солтанлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Малакка солтанлығы
Солтанлыҡ
Flag of None.svg
1402 — 1511


Flag of None.svg
 
Flag of None.svg
 
Flag of None.svg


Malacca Sultanate en.svg
Баш ҡалаһы Малакка
Тел (телдәр) малай
Дин ислам (сөнниллек)
Идара итеү формаһы Монархия

Малакка солтанлығы (мал. Kesultanan Melayu Melaka) — 1400—1511 йылдарҙа Малайзияла (Малакка ярымутрауы) һәм көнбайыш Индонезияла (Суматра утрауы) урынлашҡан мосолман дәүләте.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1299 йылда Шривиджая кенәзе Санг Нила Утама Сингапурға нигеҙ һала. Уның вариҫы Парамешвара Сингапурҙан тыш Палембангта һәм Бинтанда хакимлыҡ иткән. Парамешвараның вариҫтары оҙайлы ваҡыт Сингапурҙа идара иткән: улы Шри Три Буана (1372—1386), ейәне Падука Сери Рана Вира Керма (1386—1399) һәм бүләһе Падука Шри Махараджа Парамешвара (1399—1413).

1401 йылда Маджапахит Сингапурҙы яулап ала, Парамешвара төньяҡҡа ҡасып ҡотолорға мәжбүр була һәм 1402 йылда Малакка ҡалаһына нигеҙ һала. 1409 йылда Парамешвара Пасайҙан принцессаны кәләш итеп алғандан һуң солтан Искәндәр Шаһ титулын ала һәм ислам динен ҡабул итә. Тиҙҙән ислам дине солтанлыҡтың барлыҡ биләмәләрендә тарала.

Парамешваранан һуң солтан Әхмәт Шаһ идара итә. Малакка дәүләте диңгеҙ империяһынан сауҙа империяһына әүерелә. Малакка солтанлығы Мин империяһы, Аютия, Гуджарат, ғәрәптәр һәм европалылар менән сауҙа итә.

1445 йылда дәүләт түңкәрлеше һөҙөмтәһендә кесе йәштәге үлтерелә, ә тәхеткә принц Ҡасим ултыртыла. Тәхеткә ултырғас ул Мозафар-шаһ (1445—1459) исемен ҡабул итә.

Солтан Аладдин Рият Шаһ хакимлығы осоронда, XV быуат аҙағында, португалдар Малакка менән сауҙа итә башлай. Солтанлыҡ 1511 йылда португалдар тарафынан юҡ ителә.

Солтандары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Парамешвара (Искәндәр Шаһ; 1400—1414)
  • Мегат Искәндәр Шаһ (1414—1424)
  • Мөхәммәт Шаһ (1424—1444)
  • Абу Сәйет (1444—1446)
  • Мозафар Шаһ (1445—1459)
  • Мансур Шаһ (1459—1477)
  • Алад-дин Риайят Шаһ (1477—1488)
  • Mәхмүт Шаһ (1488—1511)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]