Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы
Тыуған көнө

18 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы, Нәби ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

ауыл хужалығы

Эшләгән урыны

ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһы

Альма-матер

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Ғилми дәрәжәһе

ауыл хужалығы фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (18 май 1941 йыл) — ғалим-зоотехник, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында баш ғилми хеҙмәткәр.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы Маликова 1941 йылдың 18 майында БАССР-ҙың Бөрйән районы Нәбиулла ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Нәби ауылы) тыуған.

Атаһы Маликов Ғүмәр Ғәлиәхмәт улы 1916 йылғы, ауылда тимерсе булып эшләгән.

Әсәһе — Искужина Хәйерниса Зәкәриә ҡыҙы, 1921 йылдың 15 майында Килдеғол ауылында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан саҡ ҡына алдараҡ донъяға килгән Мәрйәмгә үҙ атаһының һөйөүен татыу бәхете насип булмай. Атаһы һуғыштың тәүге көндәренән ук фронтҡа алына һәм яу ҡырында һәләк була.

1945 йылда һуғыш бөткәс, октябрь айында Мәрйәмдең 24 йәшлек әсәһен Байназар ауылы кешеһе, үҙенән 22 йәшкә өлкән булған Хафизов Сәләхетдин исемле фронтовикка димләп кейәүгә бирәләр. Сәләхетдин бабайҙың ул һуғыштан ҡайтҡансы ике ҡатынынан 6 балаһы ҡалған була, Мәрйәм — етенселәре. Күмәкләп арыу ғына йәшәп китәләр. Тора-бара ғаиләлә тағы туғыҙ бала тыуа.

1949 йылда Мәрйәм Байназар ете йыллыҡ мәктәбенә уҡырға бара. Ашау яғы бик наҡыҫ, өҫ-башына кейер кейеме булмаһа ла, уҡыуға ынтылышы көслө була бәләкәй Мәрйәмдең. Тырышып уҡып, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Ләкин уҡырға китеү өсөн аҡсаһы ла, өҫ-башына кейергә кейеме лә булмай үҫмер ҡыҙҙың. Күмәк балаларҙы ҡарашыр кеше лә кәрәк, уҡырға теләге көслө булһа ла, Мәрйәм ауылда ҡалырға мәжбүр була. Йәйҙәрен Уралда йәйләүҙә сепаратсы булып эшләп, өҫ-башына үҙе йүнәтеп, 1960 йылда мәктәптең 10-сы класын уңышлы тамамлай. Ике йыл колхозда сепаратсы-хисапсы, аҙаҡ һауынсы булып эшләй. Ошо эшләгән дәүерҙә КПСС-ҡа ағза булып инә.

1962 йылда Баймаҡ ҡалаһының тау-механика техникумына Урал аръяғы йәштәре өсөн асылған 5 айлыҡ әҙерлек курсына уҡырға инә. Ул саҡта йәш эшсе көстәрҙе ситкә ебәрмәй колхозда алып ҡалырға тырышалар ине. Ферманан ысҡыныуы еңел булмай уға. Белем алам тип ашҡынып торған йәш ҡыҙ йәйәүләп райкомға барып етһә-етә, ләкин һүҙен-һүҙ итеп барыбер уҡырға китә. Аҙаҡ әлеге Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехниктар әҙерләү факультетын тамамлай. Матди ҡыйынлыҡтар кисереүе сәбәпле II курстан алып уҡып бөткәнсе кистәрен иҙән йыуыусы булып эшләй.

1967 йылда уҡыуын уңышлы тамамлаған дипломлы йәш белгесте Алтай крайына юллама буйынса эшкә ебәрәләр. Унда дүрт йыл дәүләт тоҡомсолоҡ станцияларында баш зоотехник булып эшләй.

1971 йылда Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Өфөлә Башҡортостан ветеринария ғилми-етештереү лабораторияһы аспирантураһына уҡырға инә. Ярты йыл уҡығас, һайланған һөнәрен төплөрәк өйрәнер өсөн, ситтән тороп Мәскәүҙәге К. А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһында аспирантурала уҡый башлай. Ләкин Мәскәүҙәге уҡыуын тамамларға насип булмай уға. Береһенән-береһе бәләкәй балаларын ҡалдырып әсәһе үлеп китә. Туғандарының иң бәләкәйҙәре булған Булат менән Мәстүрәне үҙенең ҡыҙы Лариса менән бергә тәрбиәләп үҫтерергә тура килә уға.

Өмөтлө белгесте Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтына эшкә алалар. Ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһына өлкән ғилми хеҙмәткәр итеп тәғәйенләнә.

1982 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

2003 йылда Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһына төп ғилми хеҙмәткәр итеп тәғәйенләнә.

2004 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр.

Ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында яратҡан эшендә ул 1980 йылдан бирле эшләй. Ә дөйөм хеҙмәт стажы 55 йылдан ашыу.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы — ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре, ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында баш ғилми хеҙмәткәр.

Маликова Мәрйәм 1967 йылда ауыл хужалығы институтын тамамлай. Юллама менән Алтай өлкәһенең Мамонтов дәүләт тоҡомсолоҡ станцияһында баш зоотехник булып эш башлай. 1969-71 йылдарҙа Кемерово өлкәһенең Прокопьевск дәүләт тоҡомсолоҡ станцияһында шул уҡ эшен дауам итә.

1974 йылда кире Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. 1974—1980 йылдарҙа Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһында ғилми еҙмәткәр булып эшләй.

1980—2004 йылдарҙа ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында өлкән, 2002 йылдан алып төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1992-94 йылдарҙа Өфөлә «Суперконцентрат» ассоцияһында эшләп ала. Унда 1993 йылдан алып төп белгес була.

2004 йылдан алып Башҡорт ғилми-тикшеренеү институтының ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан хужалыҡтарында ауыл хужалығы малдарын ашатыу мәсьәләләренә арнала. Мәрйәм Маликова ҡатнашлығында төп мал аҙығы төрҙәренең химик составы һәм туҡлыҡлылығы өйрәнелә.

1982 йылда «Ремонт йәш малдың рационын микроэлементтар буйынса баланслау» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

2003 йылда «Башҡортостан Республикаһында малдарҙы туҡландырыуҙың оптимилләштереү системаһында һәм продуктлылығын күтәреүҙә протеин һәм һәм минерал матдәләрҙең традицион булмаған сығанаҡтары» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.


Фәнни эшмәкәрлек йүнәлештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы зоналарының минерал составы (тупраҡ — үҫемлек — хайуандар организмының үҙ-ара йоғонтоһо);

— үҫемлектәрҙә макро- һәм микроэлементтар һәм уларҙың хайуандар организмында үҙ-ара йоғонтоһо;

— ауыл хужалығы малдары һәм ҡош-ҡорттоң рационында микробиологик синтез продукттарын (БВК, паприн, эприн, биотрин) ҡулланыуҙың фәнни һәм теоретик нигеҙҙәре;

— ауыл хужалығы малдары һәм ҡош-ҡорттоң рационында Башҡортостан тәбиғи цеолиттарын ҡулланыуҙы фәнни һәм теоретик нигеҙләү;

— Башҡортостан Республикаһының төрлө тәбиғи-климатик зоналарында мал аҙығының химик составы һәм туҡлыҡлылығы, малдарҙың төрлө төркөмдәре рационында ҡулланылған мал аҙыҡтарының файҙалы матдәләр менән тәьмин ителеү дәрәжәһе.

1988—2000 йылдарҙа Маликованың эшмәкәрлеге малдар һәм ҡош-ҡорт аҙығына баланслы өҫтәмәләр индереүгә йүнәлдерелә. Ул үткәргән тикшеренеүҙәрҙән Сибай һәм Түзбәк ерҙәрендә табылған тәбиғи цеолит башҡа урындағыларҙан макро- һәм мироэлементҡа байлығы , үҙенсәлекле абсорбцион, ион-алмашыу, бактерицид һәм каталик сифаттары менән айырылыуы асыҡлана. Ошонан сығып, ҡатнаш аҙыҡ составында цеолит ҡуллана башлайҙар. Иҡтисади һөҙөмтәлелек бермә-бер арта.

Маликованың хеҙмәте менән сусҡалар рационына «Биотрин» микробиологик синтез продуктын уйлап табылыуы ауыл хужалығына ҙур табыш килтерә: үрсем кимәле күтәрелә, аҙыҡ экономиялана.

2003 йылда төп ғилми хеҙмәткәр итеп тәғәйенләнгән Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы етәкселегендәге тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә мал аҙығына минераль өҫтәмәләр рецептары, эре малдар, сусҡа, ҡоштар өсөн ҡатнаш аҙыҡ сығарыла. Уларҙы «Илешкомбикорм» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә етештереү һәм Илештә генә түгел, ә Башҡортостандың башҡа райондарында, Татарстанда таратыу өсөн лицензия, һимертеүгә ҡуйылған һыйыр малдарын туҡландырыу өсөн аҡһым-витамин-минераль концентраты рецебына патент алына.

Ауыл хужалығында мал аҙығы культураларын силосҡа һалғанда ҡулланыу өсөн өр-яңы сүпрә «Биолакс — У», йәғни Биолакс — Универсал, уйлап табыла. Был сүпрә быҙауҙар үҫтергәндә дауалау препараты булараҡ та ҡулланыла.

Һуңғы йылдарҙа Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы эре һәм ваҡ мал ялай торған тоҙ блоктарын яңы минераль-витаминлы өҫтәмәләр менән байыҡтырыу һәм киң масштабта ауыл хужалығы производствоһына индереү өҫтөндә эшләй. Был эшләнмәләре өсөн XV Халыҡ-ара «Агрокомплекс» күргәҙмәһендә (2015) алтын миҙал яулай.

Ғөмүмән, Маликованың эшләнмәләре Башҡортостандың Өфө, Стәрлетамаҡ, Илеш, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил, Дүртөйлө һәм башҡа райондары аграр хужалыҡтарында киң ҡулланыла, юғары һөҙөмтә бирә.

140 статья, өс монография, 13 баһалама һәм дәреслек авторы Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы йәш белгестәрҙе үҫтереүгә лә күп көс һала. 2000—2012 йылдарҙа ул әҙерләгән 6 аспирант кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

2011 йылда фәнни-педагогик эшмәкәрлеге, уңышлы фәнни-тикшеренеү эштәре, үҙенең эшләнмәләрен һәм алдынғы эш тәжрибәләрен һәм фән ҡаҙаныштарын әүҙем пропагандалағаны өсөн Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙына профессор исеме бирелә. Ошо уҡ йылда Башҡортостан Респуликаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Маликова Мәрйәм ҙур фәнни-ойоштороу эштәре алып бара. Ул Урал дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы (Троицк ҡалаһы) янындағы диссертацион совет ағзаһы булып тора. Докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларының оппоненты булараҡ сығыштар яһай. Ауыл хужалығы малдарын һәм ҡоштарын туҡландырыуҙы ойоштороу һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса консультациялар үткәрә, фәнни-методик ярҙам күрһәтә. 2009 йылда Урал дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы янындағы совет тарафынан уға «Урал дәүләт ветеринария медицинаһы академияһының маҡтаулы докторы» тигән исем бирелә.

Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы күп тапҡыр Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән буләкләнгән. Алдынғы эш тәжрибәләрен ауыл хужалығы производствоһына индереү буйынса радио һәм телевидениела сығыштар яһай. Зона кәңәшмәләрендә, Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша. Тәбиғи цеолитты етештереү һәм производствоға индереү өсөн күрһәткән хеҙмәттәре өсөн уға бронза миҙал һәм III дәрәжә диплом бирелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Урал дәүләт ветеринария медицинаһы академияһының маҡтаулы докторы» исеме (2009)
  2. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме (2011)
  3. 2015 XV Халыҡ-ара «Агрокомплекс» күргәҙмәһендә алтын миҙал (2015)
  4. Тәбиғи цеолитты етештереү һәм производствоға индереү өсөн бронза миҙал һәм III дәрәжә диплом менән бүләкләнгән

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Опыт создания высокопродуктивного стада черно-пестрой породы. Уфа, 1986
  2. Химический состав, питательность кормов Республики Башкортостан и пути их рационального использования. Уфа, 2002

Һылтанма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]