Малышев Николай Александрович
Малышев Николай Александрович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 23 ноябрь (6 декабрь) 1911 |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 март 2005 (93 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | гидроэнергетика[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты |
Ғилми исеме | РФА ағза-корреспонденты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Малышев Николай Александрович (6 декабрь 1911 йыл — 13 март 2005 йыл) — ғалим-инженер. гидроэнергетика, һыу хужалығы һәм гидротехник ҡоролмалары буйынса белгес. Техник фәндәр докторы, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1976). Мысырҙа Асуан гидроузелы проектының һәм «Гидропроект» институтының Куйбышев ГЭС-ы проектының баш инженеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Николай Александрович Малышев 1911 йылдың 23 ноябрендә (6 декабрендә) Крапивино ауылында (хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе) тыуған.
1934 йылда Ленинград индустриаль институтын тамамлай. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
1935—1941 йылдарҙа Волгостройҙа, 1941—1942 йылдарҙа — Оборона эштәре идаралығында, 1942—1943 йылдарҙа — Широков ГЭС төҙөлөшөндә эшләй.
1944 йылдан 1947 йылға тиклем бер нисә гидротехник ҡоролмалар пректы буйынса етәксе булып эшләй (шул иҫәптән Беломор-Балтик каналын тергеҙеүҙә, Куйбышев ГЭС-ын, Асуан быуаһын төҙөүҙә). 1947 йылдан — «Гидропроект» институтының начальник урынбаҫары.
Төп хеҙмәттәре уникаль комплекслы гидроузелдар проектын әҙерләүгә арналған (шул иҫәптән Волга, Нил, Евфрат йылғаларында). Теләһә ниндәй тәбиғи нигеҙҙәрҙә ҡеүәтле ГЭС-тарҙы һәм бейек плотиналарҙы төҙөү мөмкинлеген иҫбатлай һәм тәҡдим итә.
Техник фәндәр докторы, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1976).
2005 йылдың 13 мартында вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958)
- ике Ленин ордены
- Октябрь Революцияһы ордены, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Почет Билдәһе» ордены[2]
- миҙалдар
- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1951) — Волга, Куйбышев ГЭС-ын проект эштәре төҙөү өсөн
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Николай Александрович Малышев хөрмәтенә 2005 йылда Мысыр етәкселеге Асуан ҡалаһының бер урамын уның исеме менән атарға ҡарар ҡабул итә[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Московские могилы — Малышев Н. А.
- ↑ Васильев Ю. С. Инженер и ученый Николай Александрович Малышев // Научно-технические ведомости СПбПУ. Наука и образование. 2012, № 1, стр. 291—292
- ↑ Улицу в египетском Асуане назовут именем российского инженера Малышева. РИА Новости (27 апреля 2005). Дата обращения 15 марта 2017.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тольятти ҡала округы мэрияһы сайты — Социалистик Хеҙмәт Геройыҙары
- Малышев Николай Александрович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Профиль Николая Александровича Малышева РФА рәсми сайтында
- Малышев Николай Александрович . «Герои страны» сайты.
- 6 декабрҙә тыуғандар
- 1911 йылда тыуғандар
- Түбәнге Новгород губернаһында тыуғандар
- 13 мартта вафат булғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Санкт-Петербург политехник университетын тамамлаусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Түбәнге Новгород өлкәһендә тыуғандар
- КПСС ағзалары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр