Мальцев Анатолий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мальцев Анатолий Иванович
рус. Анатолий Иванович Мальцев
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 (27) ноябрь 1909[3]
Тыуған урыны Мишеронский[d], Шатурский район[d], Мәскәү өлкәһе[4][5][6]
Вафат булған көнө 7 июль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[7][6][8] (57 йәш)
Вафат булған урыны Новосибирск, РСФСР, СССР[7]
Ерләнгән урыны Көньяҡ зыярат[d][9]
Балалары Людмила Анатольевна Беклемишева[d], Аркадий Анатольевич Мальцев[d] һәм Иван Анатольевич Мальцев[d]
Һөнәр төрө математик, сәйәсмән, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө моделдәр теорияһы[d], алгебра[10], алгебра Ли[d], математик логика[d][10], төркөмдәр теорияһы һәм математика[10]
Эш урыны Иваново дәүләт университеты[6]
РФА-ның математика институты[d][6]
Институт математики СО РАН[d][6]
Новосибирск дәүләт университеты[6]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d] һәм депутат[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[11][6]
МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Ғилми исеме профессор[d], академик АН СССР[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d][11]
Диссертация Абелевы группы конечного ранга без кручения[d][11]
Ғилми етәксе Колмогоров Андрей Николаевич
Аспиранттар Юрий Леонидович Ершов[d][11], Михаил Абрамович Тайцлин[d][11], Лариса Львовна Максимова[d][11], Виктор Михайлович Глушков[d][11], Смирнов, Дмитрий Матвеевич[d][11] һәм Игорь Андреевич Лавров[d][11]
Әүҙемлек урыны СССР[10]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены Ленин премияһы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Вики-проект Проект:Математика[d]

Анатолий Иванович Мальцев (14 (27) ноябрь 1909[3], Мишеронский[d], Шатурский район[d][4][5][6]7 июль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[7][6][8] (57 йәш), Новосибирск[7]) — совет математигы, Себер алгебра һәм логика мәктәбенә нигеҙ һалыусы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1958). Ленин премияһы лауреаты.

Дөйөм алгебра өлкәһендәге һөҙөмтәләре араһында — дөйөм һыҙыҡлы төркөмдөң сикле булдырылған аҫтөркөмдәренең ҡалдыҡлы сиклелеге тураһында Мальцев теоремаһы, Ли алгебраларының (Мальцев алгебралары тип аталған) дөйөмләштереү үҙсәлектәрен өйрәнеү, универсаль алгебраны булдырыусыларҙың береһе булып тора, атап әйткәндә, беренселәрҙән булып математик логиканың ысулдарын алгебраик системаларға ҡуллана башлай һәм квазитождестволарҙың квазитөрлөлөк теорияһын төҙөүгә килтергән фундаменталь үҙсәлектәрен таба, моделдәр теорияһында үҙсәлектәрҙе моделдәрҙең локаль өлөштәренән бөтә моделға күсереү мөмкинлеген күрһәтә (нәтижәһе Мальцевтың локаль теоремаһы булараҡ билдәле).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫмер йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1909 йылдың 14 (27) ноябрендә Мишерон завод ҡасабаһында, Мишерон быяла заводының быяла өрҙөргөсө ғаиләһендә тыуған. 1927 йылда мәктәпте тамамлай, һуңынан Мәскәү университетына уҡырға инә. Дүртенсе курста уҡығанда, Мәскәү иген һәм он технологияһы институтының юғары математика кафедраһында ассистент булып эшләй башлай[12].

Фәнни карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1931 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағас, Ивановоға эшкә ебәрелә, унда башта Энергетика институтының юғары математика кафедраһында ассистент булып эшләй, һуңынан Иваново дәүләт педагогия институтына (хәҙер ИвДУ) эшкә күсә. 1960 йылға тиклем шунда эшләй.

1934—1937 йылдарҙа А. Н. Колмогоров етәкселегендә Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһында уҡый. 1937 йылда «Абелевы группы конечного ранга без кручения» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1936 йылда Мальцевтың локаль теоремаһы булараҡ билдәле булған математик логиканың төп теоремаларының береһен иҫбатлай. Ул уйлап тапҡан «моделдәрҙе тасуирлау» алымы бығаса шәхси позицияларҙан хәл ителгән бер төркөм проблемаларҙы дөйөм хәл итергә мөмкинлек бирә.

1939—1941 йылдарҙа В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының докторантураһында уҡый. 1941 йылда «Структура изоморфно представимых бесконечных алгебр и групп» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлағандан һуң ошо институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре булып китә.

1946 йылда төркөмдәр теорияһы өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн 2-се дәрәжә Сталин премияһы ала.

1953 йылда СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

1956 йылда фән өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Мальцевҡа «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеме бирелә.

1958 йылда академик М. А. Лаврентьев Мальцевты Себер ғилми үҙәгенә эшкә саҡыра. Шул уҡ йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

1959 йылда Новосибирск Академҡаласығына күсә һәм яңы ғына ойошторолған Новосибирск дәүләт университетында Механика-математика факультетын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1960—1967 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Математика институтының алгебра бүлеген етәкләй, шулай уҡ Новосибирск дәүләт университетының механика-математика факультетында алгебра һәм математик логика кафедраһын етәкләй.

1964 йылда математик логиканы алгебраға һәм моделдәр теорияһына ҡулланыу буйынса эштәр циклы өсөн Ленин премияһы бирелә. 1967 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә.

Анатолий Иванович Мальцев 1967 йылдың 7 июлендә ҡапыл вафат була. Новосибирсктың Көньяҡ зыяратында ерләнгән[13].

Сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1947, 1950 һәм 1953 йылдарҙа Мальцев Иваново өлкә Советы депутаты, ә 1951 йылдан 1955 йылға тиклем СССР Юғары Советы депутаты була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1931 йылда Мальцев үҙенең курсташы Наталья Петровна Гостикка (1910 йылдың 12 авгусында тыуған, 1931 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, 1960—1966 йылдарҙа Новосибирск дәүләт университетында эшләй, геометрия кафедраһының өлкән уҡытыусыһы) өйләнә[14].

  • Ҡыҙы Людмила (1932—2013) Беклемишевта кейәүҙә
    • ейәне Лев Дмитриевич Беклемишев — математик, физика-математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, математик логика өлкәһендә белгес.
  • улы Аркадий (1935) — математик,
    • ейәне Мальцев Владимир Аркадьевич билдәле спелеолог, Кугитангтау карст мәмерйәләрен өйрәнеүсе, спелеология тураһында популяр китаптар авторы;
  • улы Иван (1944) — математик,
  • улы Андрей (1951).

Хәтер һәм танылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. И. Мальцев исеме менән Новосибирск Академҡаласығындағы һәм Ивановолағы урамдар, Новосибирск һәм Иваново дәүләт университеттары аудиториялары аталған, был университеттарҙа исемле стипендиялар раҫланған.[15] Рәсәй Фәндәр академияһы тарафынан Мальцев исемендәге премия, Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһендә йәш ғалимдар өсөн премия булдырылған. Йыл һайын Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Математика институтында «Мальцев уҡыуҙары» конференцияһы уҙа[16].

Ҡайһы бер баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Основы линейной алгебры. — М.-Л.: Гостехиздат, 1948. — 423 c.
  • Основы линейной алгебры. — Изд. 2-е, перераб. М.: Гостехиздат, 1956. — 340 c.
  • Foundations of linear algebra. — Transl. from Russian by Т. С. Brown. San Francisco — London, W. H. Freeman and Co., 1963. — Имеются пер. на япон. и кит. яз.
  • Рекурсивные функции. — Ротапринт., Новосибирск, 1960. — 39 c.
  • Некоторые вопросы современной теории классов моделей. — Ротапринт., Новосибирск, 1961. — 61 c.
  • Алгоритмы и рекурсивные функции. — М.: «Наука», 1965. — 391 c.
  • Алгебраические системы. — М.: «Наука», 1970. — 392 c.
  • Основы линейной алгебры. — Изд. 3-е, перераб., М.: «Наука», 1970. — 400 c.
  • The metamathematics of algebraic systems. Collected papers: 1936—1967. — Amsterdam, 1971. — 494 p. — (Studies in logic and the foundations of mathematics. V. 66.)

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #2557707 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #120900491 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 http://mi.mathnet.ru/zvmmf4956 — Б. 1875.
  4. 4,0 4,1 https://books.google.cat/books?id=EVTpCgAAQBAJ — Б. 238.
  5. 5,0 5,1 https://books.google.cat/books?id=vFHVCgAAQBAJ — Б. 559.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Мальцев Анатолий Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  8. 8,0 8,1 http://www-history.mcs.st-andrews.ac.uk/Biographies/Malcev.html
  9. Викисклад (билдәһеҙ) — 2004.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Mal‘cev, Anatolij Ivanovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 11,7 11,8 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  12. Анатолий Иванович Мальцев (к столетию со дня рождения) // Владикавказский математический журнал. — 2009. — Т. 11, вып. 4.
  13. Г. И. Марчук на открытии памятника на могиле А. И. Мальцева
  14. Выпускники МГУ в СО РАН
  15. Краткая биография Мальцева в виртуальном музее НГУ
  16. Мальцевские чтения 2015 йыл 2 апрель архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]