Тапма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Малярия битенән йүнәлтелде)
Тапма
P.vivax менән зарарланған эритроциттар
P.vivax менән зарарланған эритроциттар
МКБ-10

B5050.B5151.B5252. B5353. B5454.

МКБ-9

084084

OMIM

248310

eMedicine

med/1385 emerg/305emerg/305 ped/1357ped/1357

 Тапма Викимилектә

Тапма (биҙгәк, тотанаҡ, һуғылма[1], рус. Малярия, урта быуаттарҙа итал. mala aria — «насар һауа»[2] — Anopheles төрөндәге «тапма серәкәйе» тешләгәндән һуң кешегә йоҡҡан транмиссив йоғошло ауырыу. Биҙгәк тотоу, ҡалтыраныу, спленомегалия (талаҡ (селезёнка) ҙурайыу), гепатомегалия (бауыр ҙурайыу), анемия — был сир билдәләре; тапма плазмодийы тыуҙырған биҙгәкле ауырыу[3][4]. Йыл һайын тапма менән сирләгән 350—500 миллион кеше теркәлә, уларҙың 1,3—3 миллионы үлем менән тамамлана[5]. Ауырыу йоҡтороу осраҡтарының 85—90 % Африкала, Сахаранан көньяҡтараҡ теркәлә[6], шуларҙың күп өлөшө 5 йәшкә тиклем балалар.[7] Киләһе 20 йылда үлем осрағы ике тапҡырға артыуы көтөлә.[8]

Ауырыуҙы өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тапма менән кешеләр 50 000 йылдан артыҡ ауырый тигән фараз бар[9]. Ауырыуҙың килеп сыҡҡан ере булып Үҙәк һәм Көнбайыш Африка һанала.

Тапма тыуҙырған биҙгәк тураһында беренсе яҙма мәғлүмәт Ҡытайҙа табыла. Был йылъяҙмалар Ся династияһы осоронда, б. э. т. 2700 йылда, яҙылған[10].

Женева табибы Мортон 1696 йылда ауырыуҙы айырым төр итеп билдәләй һәм дауалағанда хин ағасы ҡабығын ҡулланыу файҙаһын иҫбатлай (Перу индеецтарына ағастың был сифаты мәғлүм була). 1717 йылда Италия табибы Ланцизи биҙгәк килеп сығыуҙың һаҙлы урындар менән бәйләнешен иҫбатлай. Француз А. Лаверан ауырыу сығанағын тасуирлай (1830). И. И. Мечников ауырыу сығанағын Protozoa тибына ҡарай тип билдәләй (1887). Р. Росс ауырыуҙың күсеү юлдарын асыҡлай (1897), Ф. И. Гизе дауалау өсөн хинин кристалын булдыра (1816). XX быуат уртаһында хлорохон синтезлана.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы биҙгәкте бөтөрөү буйынса глобаль программа ҡабул итә һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, донъяла ауырыу ике тапкырға кәмей.

Биҙгә́к ауырыуы́, макрофагаль-моноцитар система (организмды һаҡлау системаһы) күҙәнәктәре һәм эротроциттарҙың күп өлөшө зарарланыуы сәбәпле, сирлелә антропоз, протозой, трансмиссив инвазия күренеше, биҙгәк өйәнәге, анемия һәм гепотопиленомегалия күренеше күҙәтелә. Киң таралған ауырыу. Биҙгәк ауырыуының ауыр формалары: церебраль формалағы менингизм, коматоз ; гемоглобин аҙайыу йә иһә көслө гемолиз һәм гемолитик һары гемоглобинур менән бәйле ҡара һыу биҙгәге; йоғошло — ағыуланыу шогы, алгид формаһы, бөйөр зарарланыуы; фиброз панкреатит (һеңерҙәр ауыруы). Тапма — айырыуса Азия, Океания, Африка, Үҙәк һәм Төньяҡ Америка илдәрендә киң таралған паразитик ауырыу.

Сирҙең билдәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыр һәм оҙаҡҡа һуҙылған ауырыу ваҡытында бауыр һәм талаҡтың ҙурайыуы һөҙөмтәһендә аҙ ҡанлылылыҡ билдәләре күҙәтелә. Йоҡҡандан һуң ауырыу башланғансы 7-25 көн уҙа. Әммә беренсе өйәнәктәр хатта 8-14 айҙан һуң да башланыуы ихтимал. Сирҙең айырым билдәһе — көн дә йәки ике, өс көндән һуң ҡабатлана торған биҙгәк өйәнәктәре. Шулай уҡ нервы системаһы, бөйөр, бауыр һәм башҡа органдар зарарланыуы ихтимал. Өйәнәктәрҙең туҡтап тороуы сирленең тулыһынса һауығыуын аңлатмай. Бер аҙ ваҡыттан һуң сирҙең яңырып китеүе бар.

Таралыу юлдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биҙгәк ваҡытында тән температураһы бик тиҙ 40 градусҡа күтәрелә, кешене биҙгәк тота башлай, ул тирләй, хәле бөтә, башы ауырта, бауыры, талағы ҙурая. Был хәл, ғәҙәттә, 3-4 көнгә һуҙыла. Тропик тапма ваҡытында кеше, организмы ағыуланып, мәрткә китеүе йәки үлеп китеүе бар.

Ауырыу сығанағы — паразит йөрөтөүсе, ҡанында плазмодий гаметоциттары булған, биҙгәктең беренсел һәм көслө билдәләре булған ауырыу кеше. Тапма ауырыу кешенән тапмалы серәкәй тешләү юлы менән күсә. Эҫе ваҡытта серәкәйҙәр айырыуса актив. Тапма хәүефе янаған территорияларға ҡарамаған урындарҙа ла был ауырыуҙы йоҡтороу ҡурҡынысы бар.

Ауырыуҙың беренсе билдәләре күренгәс тә, киҫекмәҫтән табибҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙ ваҡытында дауаланһаң, ауырыу оҙаҡҡа һуҙылмай.

Профилактика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биҙгәк ауырыуын киҫәтеү плазмодий-серәкәй-кеше биоценозын өҙөүҙән ғибәрәт: Росс ысулы менән серәкәйҙәрҙе юҡ итеү йә иһә кешене уларҙан айырыу, Кох ысулы менән кеше организмындағы сығанаҡтарҙы юҡ итеү. Зарарланған районда шәхси һаҡланыу яйланмаларын булдырыу зарур.

Серәкәйҙәрҙең артыуы һыулыҡтарҙа ғына түгел, йыйылған һыуҙарҙа, ағас төптәрендә, сүплектә, консерва банкаларында ла була.

Серекәйҙәр ҡараңғылыҡты яратыусы йән эйәләре. Ҡояш байығас урамға сыҡһағыҙ, оҙон еңле кейем кейергә тырышығыҙ, тәнегеҙҙең асыҡ ҡалған өлөштәренә серәкәйҙәрҙе өркөтә торған махсус кремдар һөртөгөҙ.

Малайзия, Вьетнам, Һиндостан, Көньяҡ Америка илдәренә барғанда бигрәк тә һаҡ булырға кәрәк. Ул илдәрҙә тапманың тропик формаһын эләктереү ҡурҡынысы ҙур. Шуныһын да иҫтә тоторға кәрәк: тропик һәм субтропик илдәрҙә булып ҡайткандан һуң, өс йыл дауамында, тән температураһы күтәрелгән һайын киҫекмәҫтән табибҡа мөрәжәғәт итергә һәм элегерәк тропик илдә булыуығыҙҙы иҫкәртергә кәрәк.

Дауалау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заманда ла элекке кеүек үк тапманан төп дарыу булып хинин ҡала. Бер осор уның урынына хлорохин ҡулланалар, ләкин хәҙер хинин яңынан йыш ҡулланыла башланы. Бының сәбәбе- Азия , Африка һәм башҡа ерҙәрҙә хлорохинға бирешмәй торған мутациялыPlasmodium falciparum таралыу .

Бынан тыш башҡа препартаттар ҙа бар. Улар ошо өлкәләрҙә таралған паразиттарҙың был препараттарға бирешеүенә ҡарап ҡулланыла.

Хәҙерге заманда артемезинин ҡушып эшләнгән көслө дарыуҙар бар [11]. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы резолюцияһы (WHA60.18 ,май 2007) был препараттарҙы ҡулланыуҙы талап итә, ләкин улар Рәсәйҙә регистрацияланмаған һәм ҡулланылмай.


Основные антималярийные препараты
Препарат Англ. название Профилактика Лечение Примечания
Артеметер/люмефантрин Artemether/lumefantrine - + коммерческое название Коартем (в некоторых странах - Риамет)
Артезунат/амодиахин Artesunate/amodiaquine + -
Атовакуон/прогуанил Atovaquone/proguanil + + коммерческое название Маларон (в некоторых странах - Маланил)
Хинин Quinine - +
Хлорохин Chloroquine + + после появления резистентности использование ограничено

коммерческое название Делагил

Котрифазид Cotrifazid + +
Доксициклин Doxycycline + +
Мефлохин Mefloquine + + коммерческое название Лариам
Прогуанил Proguanil - + коммерческое название Саварин
Примахин Primaquine + -
Сульфадоксин/пириметамин Sulfadoxine/pyrimethamine + + коммерческое название Фансидар

Artemisia annua (Полынь однолетняя) үләненән алынған артемизинин һәм уның синтетик аналогтары көслө дарыуҙар, ләкин бик ҡыйбат тора. Ғалимдар әле артемизинин ҡулланып яңы препарат эшләргә тырыша (2006).[12] Француз һәм Көньяҡ Африка табибтары G25 һәм TE3 препараттарын эшләп, приматтарҙа ҡулланып ҡараны.[13][14] Тапмаға ҡаршы дарыуҙар булһа ла, был сирҙең тәбиғи таралыу өлкәләрендә ул һаман кеше ғүмеренә янаусы ауыр бәлә. «Табибтарға сик юҡ» ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса ҡайһы бер Африка илдәрендә тапмаға ҡаршы көрәшкә кеше башына бүленгән аҡса ни бары 0,25—2,40 $ тәшкил итә .[15]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Русско-башкирский словарь терминов народной медицины (Р. Н. Каримова, 2005)
  2. Тапма // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В. З. Гумеров, 1981)
  4. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
  5. Campbell, Neil A. et al. «Biology» Seventh edition. Menlo Park, CA: Addison Wesley Longman, Inc. 2005
  6. Scott P. Layne, M.D. UCLA Department of Epidemiology, «Principles of Infectious Disease Epidemiology / EPI 220»
  7. Greenwood BM, Bojang K, Whitty CJ, Targett GA Malaria. — 2005. — Т. 365. — С. 1487-1498.
  8. Hull, Kevin. (2006) «Malaria: Fever Wars». PBS Documentary(недоступная ссылка)
  9. Joy D, Feng X, Mu J, Furuya T, Chotivanich K, Krettli A, Ho M, Wang A, White N, Suh E, Beerli P, Su X Early origin and recent expansion of Plasmodium falciparum. // Science — 2003—300 (5617) — 318-21
  10. Cox F (2002). «History of human parasitology.». Clin Microbiol Rev 15 (4): 595—612.
  11. Малярия / ВОЗ
  12. «Malaria drug resistance warning», BBC News, 2005-06-06
  13. Malaria drug offers new hope. BBC News, 2002-02-15.
  14. Salom-Roig, X. et al. (2005) Dual molecules as new antimalarials 2007 йыл 14 июнь архивланған.. Combinatorial Chemistry & High Throughput Screening 8:49-62.
  15. Medicins Sans Frontieres, «What is the Cost and Who Will Pay?(недоступная ссылка) (недоступная ссылка с 21-05-2013 (3954  дней) — историякопия)»(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «Тапма» мәҡәләһе бар