Манас (аэропорт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Манас
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Манас (эпос)
Дәүләт  Ҡырғыҙстан
Административ-территориаль берәмек Сөй өлкәһе[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 637 метр
Рәсми асылыу датаһы 1974
Пассажирҙар ағышы 2 167 759
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Бишкәк
Рәсми сайт airport.kg
Осоу-ултырыу һыҙаты 08/26
ИАТА аэропорты коды FRU
ИКАО аэропорты коды UCFM
Карта
 Манас Викимилектә

Манас халыҡ-ара аэропорты (ҡырғыҙ. Манас эл аралык аба майданы) — Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бишкәктең аэропорты. Ҡаланан төньяҡ-көнбайышҡа табан 23 км алыҫлыҡта Чуй өлкәһе территорияһында урынлашҡан. Яҙыусы Сыңғыҙ Айытматовтың башланғысы буйынса ҡырғыҙ эпосы геройы исеме менән аталған.

2014 йылға тиклем аэропортта АҠШ Хәрби-һауа көстәренең «Манас» авиабазаһы һәм транзит үҙәге урынлаша.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1974 йылдың октябре — аэропорт бортында СССР Министрҙар Советы рәйесе А. Н. Косыгин булған Ил-62 самолетын ҡабул итә.

1975 йылдың 4 майы — Мәскәүҙең Домодедово аэропортына беренсе даими рейс яһала.

1981 йылдың октябре — баш ҡала аэропортының бөтә функциялары иҫке аэропорттан «Манас» аэропортына тапшырыла[1].

2001 йылдың апреле — «Манас халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторола.

Техник мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Манас» аэродромы «4Е» класына (ИКАО классификацияһы буйынса) ҡарай, бөтә типтағы һауа судноларын ҡабул итә ала. Осоу-ултырыу һыҙатының классификация һаны (PCN) 53/R/A/X/T[2]. Аэродромдың метеорологик минимумы — 60×800 м. Майҙаны 242 000 м2 булған перронда уртаса һәм алыҫ араға осоусы самолеттар өсөн 38 туҡталҡа һәм 2 телескопик баҫҡыс бар.

Техник ресурстың бөтөүе, физик һәм әхлаҡи туҙыу сәбәпле, «Манас» аэродромында радиолокаторҙарҙы тулыһынса алмаштырыу талап ителә[3].

Авиакомпаниялар һәм йүнәлештәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Silk Way Airlines авиакомпанияның Ил-76 йөк самолеты Манас аэропортында
Манас-2 терминалы
Манас аэропорты терминалынан перронға күренеш

2017 йылдың октябренә Манас аэропорты теҙмәһенә ярашлы түбәндәге авиакомпанияларҙың рейстары хеҙмәтләндерелә:

Авиакомпания Тәғәйенләнгән пункт
Ҡаҙағстан Air Astana Алматы аэропортына Алматы
Ҡаҙағстан Air Astana
осош яһала Ҡаҙағстан FlyArystan
Нурсултан Назарбаев аэропортына
Астана (2023 йылдың 2 майында тергеҙелә)[4], Хәҙрәт Султан (аэропорт) Төркөстан
Рәсәй Федерацияһы Уральские авиалинии Ural Airlines Кольцово (аэропорт)
Екатеринбург, Домодедово (аэропорт) Мәскәү (Домодедово), Сочи (аэропорт)
Сочи Ҡырғыҙстан Air Kyrgyzstan
авиакомпании рейстары туҡтатылған Ҡырғыҙстан Avia Traffic Company
Алматы (аэропорт) Алматы, Грозный (аэропорт)
Грозный, Дүшәнбе (аэропорт) Дүшәнбе, Кольцово (аэропорт)
Екатеринбург, Ҡазан (аэропорт) Ҡазан, Емельяново (аэропорт)
Красноярск, Домодедово (аэропорт) Мәскәү (Домодедово), Толмачёво (аэропорт)
Новосибирск, Пулково (аэропорт) Санкт-Петербург, Сургут (аэропорт)
Сургут, Ош, Воронеж (аэропорт) Воронеж, Краснодар, Стамбул (Ататөрк).
Рәсәй Федерацияһы Аэрофлот Шереметьево
Мәскәү, Пулково (аэропорт) Санкт-Петербург
Рәсәй Федерацияһы Азимут Ростов-На-Дону
Шанхай, Анталья Ҡырғыҙстан Tez Jet Airlines
Баткен, Ош, Исфана Тажикстан Tajik Air
Дүшәнбе (аэропорт) Дүшәнбе
Флаг ОАЭ flydubai Дубай (аэропорт)
Дубай (Халыҡ-ара) {{{60}}}

Йөк рейстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авиакомпания Тәғәйенләнгән пункт
Төркиә MNG Airlines Алматы (аэропорт)
Алматы Әзербайжан Silk Way Airlines
Баку (аэропорт) Баку, Дивопу (аэропорт)
Урумчи, Гонконг, Шанхай Төркиә Turkish Airlines Cargo
Алматы (аэропорт) Алматы, Дели (аэропорт)
Дели, Чхеклапкок (аэропорт) Гонконг, Инчхон (аэропорт)
Сеул (Инчхон), Ататюрк (аэропорт) Стамбул (Ататюрк), Шанхай. Гуанчжоу,
Үзбәкстан Uzbekistan Airways Навои (аэропорт)
Навои Төркиә Air ACT
Ататюрк (аэропорт) Стамбул (Ататөрк)

Етәкселек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аэропорт акциялары түбәндәге шәхестәргә ҡарай:

  • 79,05 % — Ҡырғыҙстан Республикаһы Хөкүмәте Дәүләт мөлкәте менән идара итеү фонды ҡарамағында.
  • 8,46 % — Ҡырғыҙ Республикаһының социаль фонды ҡарамағында.
  • 12,48 % — башҡа юридик һәм физик шәхестәрҙә[5].

«Манас» аэропорты төркөмө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Манас Халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә 11 аэропорт ҡарай: 5 халыҡ-ара һәм 6 төбәк, шул иҫәптән[6]:

  1. Манас халыҡ-Ара аэропорты (Бишкәк)
  2. Баткен халыҡ-ара аэропорты
  3. Ҡаракол халыҡ-ара аэропорты
  4. Ош халыҡ-ара аэропорты
  5. Ысыҡкүл Халыҡ-ара аэропорты
  6. Джалал-Абад аэропорты
  7. Исфана аэропорты
  8. Казарман аэропорты
  9. Нарын аэропорты
  10. Талас аэропорты
  11. Каруан (Кербен) аэропорты

Бәхетһеҙ осраҡтар һәм һәләкәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2002 йылдың 22 октябрендә Мәскәүҙән (Домодедово) техник рейс башҡарған Рәсәйҙең «Третьяково» авиакомпанияһының Ил-62 самолеты ергә төшкәндә экипаждың тупаҫ хаталары арҡаһында осоу-ултырыу һыҙатынан сығып китә һәм емерелә[7].
  • 2006 йылдың 26 сентябрендә «Алтын Эйр» авиакомпанияһының Ту-154 самолеты осоу-ултырыу һыҙатында Американың KC-135 яғыулыҡ ҡойоусыһына ҡанаты менән тейә. Ту-154 самолеты имен генә ергә төшә ала, ә яғыулыҡ ҡойоусы машина яна[8].
  • 2008 йылдың 24 авгусында Iran Aseman Airlines авиакомпанияһы идара иткән «Итек Эйр» Boeing 737—200 самолеты Манас аэропортынан 2 км алыҫлыҡта һәләкәткә осрай[9].
  • 2017 йылдың 16 ғинуарында Turkish Airlines авиакомпанияһының Boeing 747-400F самолеты ергә төшкәндә һәләкәткә осрай[10].
  • 2018 йылдың 1 мартында 107-се Бишкәк-Баткен рейсын башҡарған British Avro RJ85 самолеты, двигателенең эштән сығыуы сәбәпле, Бишкәк ҡалаһының Манас аэропортына ултырырға мәжбүр була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Аэропорт «Манас»: от целинного поля до современной бетонки.
  2. Справочник «Аэропорты и Авиакомпании, Авиапоставщики 2015 (СНГ и Балтия)». — М.: Авиатека, 2015. — 640 с. — ISBN 978-5-9905032-3-6.
  3. Срочной замены требует около 80 % аэронавигационного оборудования ГП «Кыргызаэронавигация». Дата обращения: 3 ғинуар 2013. Архивировано 6 ғинуар 2013 года.
  4. FLYARYSTAN 2Q23 NETWORK EXPANSION – 09FEB23. Aeroroutes. Дата обращения: 4 март 2023.
  5. programming by weltkind (anatoly lelevkin), design by scriv(alex krivov), cms by DonPedro(Peter Panov). «BNC Finance» - Брокерские услуги на рынке ценных бумаг Кыргызской Республики :: Сообщения и события. my.bnc.kg. Дата обращения: 9 август 2016. Архивировано 22 август 2016 года.
  6. Аэропорты - Международный аэропорт «Манас». www.airport.kg. Дата обращения: 18 ғинуар 2018. Архивировано 22 ғинуар 2022 года.
  7. Информация об авиационном происшествии с самолётом Ил-62М RA-86452 :: Ил-62 :: IL-62.RU. Дата обращения: 6 апрель 2009. Архивировано 19 май 2009 года. 2009 йыл 19 май архивланған.
  8. ASN Aircraft accident Tupolev 154M EX-85718 Bishkek Airport (FRU). Дата обращения: 6 апрель 2009. Архивировано 9 ноябрь 2012 года.
  9. www.24kg.org - КЫРГЫЗСТАН. Дата обращения: 6 апрель 2009. Архивировано из оригинала 8 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 8 сентябрь архивланған.
  10. Крушение Boeing 747 под Бишкеком. Хроника событий, ТАСС. 16 ғинуар 2017 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]