Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мандари́нка [ 1] (лат. Aix galericulata ) — өйрәктәр ғаиләһендәге ҡош.
Мандаринка — ҙур булмаған, 0,4—0,7 кг ауырлыҡтағы өйрәк. Ата ҡоштоң ҡауышыу осоронда биҙәлеше төҫлө ҡауырыйҙар менән айырылып тора. Ата ҡоштоң башында бүреге бар һәм инә ҡоштар асыҡ төҫтере менән айырылып тора.
Ҡоштоң башҡа исемдәре лә бар — «мандарин өйрәге» йәки «ҡытай өйрәге»[ 2] .
Мандаринка Көнсығыш Азияла таралған. Рәсәйҙә мандаринка Амур өлкәһендә , Сахалин өлкәһендә , Хабаровск өлкәһендә һәм Приморье крайында оялай. Ҡытай һәм Японияла оялай.
Өйрәк урманлы тау йылғаларында, йылға буйындағы урмандарҙа тереклек итә. Мандаринка яҡшы йөҙә, һыу өҫтөндә ҡойроғон бер аҙ өҫкә күтереп ултыра. Һирәк сума. Етеҙ оса, ҡайһы саҡта тура өҫкә күтәрелә. Башҡа өйрәктәрҙән айырмалы булараҡ мандаринкана ағас ботағанда ҡунғанын йәки ҡаяла ултырғанын күрергә мөмкин.
Мандаринка Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына керетелгән, һунар тыйылған. Декоратив ҡош булараҡ парктарҙа үрсетәләр.
Үҫемлек емештәре, сәтләүек һәм һыу үҫентеләре менән туҡлана. Шулай уҡ моллюскалар, селәүсендәр һем балыҡ ыуылдарағы менән туҡлана.
↑ Коблик Е. А., Редькин Я. А., Архипов В. Ю. Список птиц Российской Федерации. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006 . — 256 с. ISBN 5-87317-263-3
↑ Брем А. Э. «Жизнь животных», 1937 г., том 4
Красная книга РФ М.: АСТ 2001