Эстәлеккә күсергә

Мансур Хеҡмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мансур Хеҡмәт
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Иран
Тыуған көнө 4 июнь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Тәһран, Иран
Вафат булған көнө 4 июль 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (51 йәш)
Вафат булған урыны Лондон, Бөйөк Британия
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе яман шеш
Ерләнгән урыны Хайгейтское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Azar Majedi[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, фәлсәфәсе
Уҡыу йорто Батский университет[d]
Ширазский университет[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Union of Communist Militants[d], Коммунистическая партия Ирана[d] һәм Worker-communist Party of Iran[d]
 Мансур Хеҡмәт Викимилектә

Мансур Хеҡмәт (фарс. ژوبین رازانی ысын исеме һәм фамилияһы — Жубин Разани (фарс. ژوبین رازانی); 4 июнь 1951, Тәһран — 4 июль 2002, Лондон, Бөйөк Британия) — Иран сәйәсмәне, марксист, революционер, теоретик, һәм Ирандың эшселәр коммунистик хәрәкәте етәксеһе.

Лондондың Хайгейт зыяратында М.Хеҡмәттең ҡәбере

Ул Шираз университетының иҡтисад факультетын тамамлай. Студент йылдарында ул Карл Маркстың ижады менән мауыға. Марксизмда ул донъяла булған ғәҙелһеҙлек һәм аяуһыҙлыҡтың дөрөҫлөгө тураһындағы фундаменталь һорауҙарға яуап таба һәм уны үҙгәртеү юлдарын аса. Йәш Разани тәрән һәм компромиссһыҙ гуманизм һәм азатлыҡҡа мөхәббәт, Маркстың капитализмға радикаль тәнҡит ҡараштары менән бергә, революционер Мансур Хеҡмәтте формалаштыра.

1973 йылда Лондонға Биркбек колледжында марксистик теория буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡларға китә. Ул дин, либерализм һәм реформизмды ғына түгел, ә үҙе күргән коммунизмдың боҙолған варианттарын, шул иҫәптән Рәсәй һәм Ҡытай коммунизмын, партизандар һуғышын, социал-демократияны, троцкизмды һәм һул яҡтағы милләтселекте лә тәнҡитләүсегә әйләнә. Был үҙгәртелгән ағымдарҙан айырмалы рәүештә, марксизмға уның гуманизмын һәм радикализмын ҡайтарыуына дәғүә итә

1978 йылдың аҙағында ул «Коммунистик боевиктар союзы» төркөмөн ойоштора, уның менән бергә шаһ Мөхәммәт Реза Пәһләүигә ҡаршы протест акцияларында ҡатнаша. Иран һулдарының күбеһенән айырмалы рәүештә, ул Юғары етәксе аятолла Хөмәйнигә буйһоноуҙан баш тарта. Ул «прогрессив милли буржуазия мифын» фашлай.

1979 йылда Иранда Ислам революцияһынан һуң революцион марксистик хәрәкәткә нигеҙ һалыусылар араһында була. Хөкүмәттең сәйәси оппозицияны эҙәрлекләүе арта барыу сәбәпле, Хеҡмәт Иран Курдистанына ҡаса, унда уның «Коммунистик боевиктар союзы» тәүҙә маоистик курд төркөмө «Комала» менән берләшә. Был берләшеү аша, 1983 йылда, Хеҡмәт Иран Коммунистик партияһына нигеҙ һалыусыларҙан булып китә, ул ислам режимына ҡаршы көрәш алып бара. 1989 йылға тиклем партияны етәкләй.

1991 йылда бүленгәндән һуң, ул һәм уның яҡлылар Ирандың коммунистар партияһын ҡалдыра һәм Ирандың эшселәр коммунистик партияһын төҙөй, 2002 йылда үлеменә тиклем етәкселек итә.

Ул Бөйөк Британиялағы дауаханала яман шештән вафат була һәм Карл Маркс ҡәбере янындағы Хайгейт зыяратында ерләнә.