Манчаары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Василий Манчаары
Манчаары Баһылай
Тыуғас бирелгән исеме:

Василий Фёдорович Слободчиков

Эшмәкәрлек төрө:

баш ҡүтәреүсе, олонхосут

Тыуған көнө:

1805({{padleft:1805|4|0}})

Тыуған урыны:

Нөөрүктээйи наслегы, Хаңалас улусы[1],
Саха өлкәһе, Рәсәй империяһы

Подданныйлығы:

Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

6 ноябрь 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Вафат булған урыны:

I Бордоң наслегы, Марха улусы, Саха өлкәһе[2].

Атаһы:

Быттааны Фёдор (Слободчиков)

Әсәһе:

Феодосия

Ҡатыны:

билдәле түгел

Балалары:

Савва Егоров (уллыҡҡа алған)

Василий Фёдоров йәки Манчаары, йәки Баһылай Манчаары, йәки Василий Фёдорович Слободчиков (июнь 18056 ноябрь 1870) — саха милли батыры. Урындағы феодалдарға ҡаршы сыҡҡан. Киң билдәле риүәйәтсе, әкиәтсе һәм йыраусы, сәсән. Манчаары рус, саха һәм совет әҙәбиәтендә киң яҡтыртылған шәхестәрҙең береһе.

Манчаары уйындары  — ошо исем менән Саха Республикаһында спорттың милли төрҙәре буйынса ярыштар ойошторола, улар 1968 йылдан алып ике йылға бер үткәрелә[3].

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Василий Фёдоров Хаңалас улусының[1] Нөөрүктээйи наслегында 1805 йылда тыуған. Йәш сағында бай туғаны В. Слободчиков — Чоочо, юҡ ҡына сәбәп табып, Фёдоровҡа ҡаты яза бирә. Уны бар ғәм алдында майҙанда һуҡтыралар. Ә был яҡуттарҙа кешенең намыҫын юйыуға тиң ҡабул ителә. Аҙаҡ төрмәгә ябалар һәм Охотск тоҙ ҡайнатыу заводына каторга эштәренә ебәрәләр. Манчаары барыһы өсөн дә Чоочонан ҡонон ҡайтарырға ҡарар итә. Уның тураһында йырҙарҙың береһендә былай тип әйтелә: «Беҙҙең күҙ йәштәребеҙҙе, быуын һуттарыбыҙҙы эсәләр, шуға ла һимерәләр…»[4].

1830—1840 йылдарҙа Манчаары ярлыларҙың социаль ғәҙелһеҙлектәргә ҡаршы сығыштарына етәксе булып китә[5], байҙарҙың мөлкәтен тартып алып, ярлыларға таратып бирә. 1833 йылдың йәйендә генә лә иптәштәре менән 18 тапҡыр һөжүм ойоштора. Бер нисә тапҡыр тотоп төрмәгә ултыртһалар ҙа, унан ҡасыу юлдарын таба[4].

Нисек кенә булмаһын, Манчаары был сапҡындарҙа бер ҡасан да, бер кемдең дә ғүмерен ҡыймай. Хатта, рәнйетеүсеһе, яҙмышын емереүсе Чоочоға ла теймәй.

1847 йылда Манчаарыны 10 йылға төрмәгә ултырталар. Үҙен диуарға сылбыр менән бәйләп ҡуялар. Төрмә ваҡыты үткәс тә, 1859 йылға тиклем, тағын ике йыл бәйле ултыра.

Унан һуң Бордон наслегының Мархин улусына һөргәнгә ебәрелә (хәҙерге Малдьаҕар наслегының Ньурба улусы). Бында ул өйләнеп, хужалығын булдыра. «Манчаары атага» исеме менән билдәле сабынлыҡ ере була .

1870 йылдың 6 ноябрендә, 65 йәшендә вафат була. 1928 йылда Манчаары уллыҡҡа алған Савва Егоров иҫән була. Ул саҡта Бадьыай ҡушаматлы был кешегә 70 йәш булған[6].

Тышҡы килбәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Манчаарының һүрәте ҡалмаған. Ә скульптур һынын совет антропологы һәм скульпторы Г. В. Лебединская эшләгән. Ул М. М. Герасимовтың уҡыусыһы. Портретын Герасимовтың ысулы буйынса тергеҙгән (Баш һөлдәһе буйынса йөҙөн тергеҙеү ысулы).

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Манчаарының йырҙары башлап 1920—1930 йылдарҙа яҙып алынған. Ә уға тиклем халыҡ йырсылары тарафынан телдән телгә тапшырылып килгән.

Дөйөм алғанда 30 йыры һаҡланған. Йырҙары Тыуған иленә һөйәү, бәхетле тормошҡа ышаныс менән һуғарылған. Йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәргә ҡаршы йүнәлтелгән.

Белгестәр фекеренсә, Манчаарының йырҙары сахаларҙағы йолаларға ярашлы яҙылған. Төрлө сағыштырыуҙарға, кинәйәле һүҙ бәйләнештәренә таянып, бай телле шиғри юлдар менән ижад ителгән. (Бай анафора, аллитерация, эпитет, синтаксис параллелизмы»)[5].

Шулай уҡ, Манчаары олоңхо башҡарыусы ла булған тигән мәғлүмәт һаҡланған. Йәғни, олонхосут, риүәйәтсе, сәсән булған. Василий Фёдоров «Күн Эрили», «Улдьаа Боотур», «Кыыс Дьурайа Куо», «Бэриэт Бэргэн», «Оҕo Ньургун», «Алаатыыр Ала Туйгун» тигән олонхоларҙы башҡарыуы тураһында иҫтәлектәр һаҡланған[5].

Иҫтәлеген мәңгеләштереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Манчаарының исеме бик күп яҡут әҙәбиәтенә ингән. Уның тураһында поэмалар яҙылған (М. А. Александров, Н. Ф. Борисовский); риүәйәттәр ижад ителгән (В. Г. Короленко, А. Е. Кулаковский); иҫтәлегенә драмалар (В. В. Никифоров, А. И. Софронов) һәм новеллалар (Софр. П. Данилов) арналған[5].

Саха Республикаһының милли китапханаһы Манчаары исеменә арналған ошондай китаптар исемлеген тәҡдим итә[5]:

  • Манчаары Баhылай. Ырыалар-тойуктар (Песни-импровизации). — Якутск, 1994;
  • Манчаары норуот номоҕор. — Якутскай, 1972;
  • Сказы о Манчары. — Якутск, 1993;
  • Манчаары Баһылай. — Якутск, 1946;
  • Ионова О. В. Василий Манчары. — Якутск, 1946;
  • Башарин Г. П. Аграрные отношения в Якутии (60-е годы XVII I — середина XIX в.). — М., 1956;
  • Эргис Г. У. Очерки по якутскому фольклору. — М., 1974;
  • Сафронов Ф. Г. Василий Манчары. — Якутск, 1991.

Бөгөнгө көнгә тиклем Фёдоровтарҙың юртаһының, ат бәйләй торған ерҙәренең бағаналары һәм башҡа көнкүреш ҡалдыҡтары һаҡланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хәҙер Саха Республикаһының Мэңэ-Хаңалас улусы
  2. Хәҙерге Малдьаҕар наслегы, Ньурба улусы, Саха Республикаһы.
  3. Милләт-ара китапханала Василий Манчаарының тормош юлына арналған кисә үткәрелгән // Вечерний Екатеринбург
  4. 4,0 4,1 200 лет со дня рождения В. Федорова-Манчаары, национального героя, поэта-импровизатора, олонхосута Календарь знаменательных и памятных дат «Якутия-2005»
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 МАНЧААРЫ (VI.1805 — 8.XI.1870) Саха Республикаһы Милли китапханаһы сайтында
  6. Пестерев В. И. История Якутии в лицах — Якутск: Бичик, 2001. — Б. 66. — 464 б. — ISBN 5-7696-1606-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]