Маныч яны далаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Маныч яны далаһы
ИлРәсәй Рәсәй
РегионРостов өлкәһе
Майҙаны150 гектар
Ойошторолған2006
Идара итеүсе ойошмаМинистерство природных ресурсов и экологии Ростовской области
Маныч яны далаһы (Рәсәй)

Маныч яны далаһы — төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт һәйкәле. Ҡурсаулыҡ зонаһы Ростов өлкәһе Сальск районында урынлашҡан. Айырыуса һаҡлаулы майҙаны 150 гектар тәшкил итә. Маныч яны далаһы тәбиғәтте һаҡлау, ағартыу һәм фәнни әһәмиәткә эйә. Уға Ростов өлкәһе- хакимиәтенең 19.10.2006 йыл, 418-се ҡарарына ярашлы ғәмәлдәге тәбиғәт һәйкәле статусы бирелгән[1].

Һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маныч яны далаһы бер кластерлы участканан тора. Ул Егорлык йылғаһының уң яҡ ярында һәм Пролетар һыуһаҡлағысы территорияһында, Яңы Маныч ауылынан төньяҡта урынлашҡан. Көнбайышта Маныч яны далаһы территорияһы йылғаның яр һыҙаты менән сикләнгән, ә көнсығышында яр һыҙатынан 750 метр алыҫлыҡта айырылып ята. Был айырыуса һаҡлана торған тәбиғи территория ҡоро даланан ғибәрәт район, унда орнитофаунаһы өҫтөнлөк итә[2]. Күп ҡоштар һәм йәнлектәр төрө Ростов өлкәһенең «Ҡыҙыл китабына» индерелгән, шул иҫәптән ала ҡаҙ, бөҙрә пеликан, оҙонаяҡ сәпсек. Тәбиғәтте һаҡлау территорияһында ауыл хужалығы эшсәнлеге, һунар итеү, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм тәбиғәт объектын боҙа торған хәлгә килтереүсе һәр төрлө эшмәкәрлек тыйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]