Эстәлеккә күсергә

Мао Цзэдун

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мао Цзэдун
ҡытайса.毛澤東
Мао Цзэдун
Флаг
Флаг
Ҡытай Коммунистар партияһы ҮК Рәйесе
Флаг
Флаг
20 март 1943 — 9 сентябрь 1976
Алдан килеүсе: вазифа булдырыла
Дауамсы: Хуа Гофэн
Флаг
Флаг
ҠХР Рәйесе
Флаг
Флаг
27 сентябрь 1954 — 27 апрель 1959
Вице-президент: Чжу Дэ
Алдан килеүсе: вазифа раҫлана;
ул үҙе ҠХР халыҡ хөкүмәте рәйесе
Дауамсы: Лю Шаоци
 
Дине: атеизм
Тыуған: 26 декабрь 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Шаошань, Хунань, Цин империяһы
Үлгән: 9 сентябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (82 йәш)
Пекин, ҠХР
Ерләнгән: Мао Цзэдун мавзолейы, Пекин
Исеме: ҡыт. 毛澤東
Атаһы: Мао Женьшэн
Әсәһе: Вэнь Цимэй
Ҡатыны: 1) Ян Кайхуэй
2) Хэ Цзычжэнь
3) Цзян Цин
Балалары: Мао Аньин[1][2][3]
Мао Аньцин[d][1][2][3]
Мао Аньлун[d][2]
Ян Юэхуа[d]
Ли Минь[d][4]
Ли На[d][4]
Партия: Ҡытай Коммунистар партияһы
Белеме: Дуншаньская старшая школа[d]
Первая старшая школа Сянсяна[d]
Первая старшая школа Чанши[d]
Первый университет Хунани[d]
 
Автограф:

Ма́о Цзэду́н (ҡытайса |毛澤東|毛泽东|Máo Zédōng|Мао Цзэдун, Уэйд-Джайлз: Mao Tse-Tung ; 26 декабрь 1893 йыл, Шаошань — 9 сентябрь 1976 йыл, Пекин) — XX быуатта Ҡытай дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, маоизм тәғлимәте теоретигы.

Мао Цзэдун йәш сағында уҡ Ҡытай коммунистар партияһына (ҠКП) инә, 1930 йылдарҙа Цзянси провинцияһында коммунистар ҡулындағы районда етәксе була. Ҡытай өсөн айырым коммунистик идеология зарур тигән ҡарашта була. 1934—1936 йылдарҙа коммунистар Үҙәк Ҡытайҙан, Гоминьдан армияһы ҡамауынан, үҙҙәре өсөн хәүефһеҙерәк төньяҡ районға сыға. Ошо тарихҡа «Бөйөк поход» атамаһы менән инеп ҡалған ваҡиғанан һуң, Мао Цзэдун Ҡытай коммунистар партияһы етәксеһе урынын ала.

Генералиссимус Чан Кайши ғәскәрен еңгәндән һуң, (СССР яғынан хәрби, материаль, консультатив хәл иткес ярҙам була), 1949 йылдың 1 октябрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы барлыҡҡа килгәндән алып, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем (09.09.1976) ил етәксеһе була.

1943 йылдан алып ғүмер ахырына тиклем Ҡытай компартияһы рәйесе, шулай уҡ 1954—1959 йылдарҙа Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе вазифаһын башҡара. Бер нисә яңғырыуыҡлы компания үткәрә. Шуларҙың иң билдәлеһе — «Киҫкен күтәрелеш» һәм «Мәҙәни революция» (1966—1976).

Мао Цзэдун хакимлыҡ иткән йылдар ҡапма-ҡаршылыҡлы була. Бер яҡтан — уның етәкселегендә илде индустриалләштереү үтә һәм ярлы ҡатламдың матди кимәле күтәрелә. Икенсе яҡтан — иң ҡоласлы репрессиялар үткәрелә, Маоның шәхес культы хөкөм һөрә. Был рәхимһеҙлек капиталистик илдәрҙә генә түгел, социализм илдәрендә лә тәнҡитләнә.

Ҡытайса исемдәре
Исеме Икенсе исеме
Традицион ҡытай иероглифтары 毛澤東 潤芝
Иероглифтарҙы ябайлаштырыу 毛泽东 润芝
Пиньинь Máo Zédōng Rùnzhī
Уэйд-Джайлз транскрипция системаһы Mao Tse-tung Jun-chih
Палладий системаһы Мао Цзэдун Жуньчжи

Мао Цзедун исеме ике өлөштән тора — Цзэ-дун. Цзэ ике мәғәнәгә эйә: тәүге өлөшө — «еүеш, епшек», икенсеһе — «мәрхәмәт, изгелек, яҡшылыҡ» тип тәржемә ителә. Икенсе иероглиф — «дун» — «көнсығыш» тигәнде аңлата. Тулы исеме «Көнсығышҡа яҡшылыҡ ҡылыусы». Йола буйынса балаға рәсми булмаған исем дә биргәндәр. Уны ҡайһы бер осраҡта ҡулланғандар — «Юнчжи». «Юн» — данлау, ә «чжи» — йәки, дөрөҫөрәге, «чжилань» — «орхидея». Шулай итеп, икенсе исеме «Данланған орхидея» тип тәржемәләнә. Бер аҙҙан икенсе исемен алмаштырырға тура килә, сөнки унда геомантия күҙлегенән «һыу» билдәһе булмай. Һөҙөмтәлә икенсе исем мәғәнәһе буйынса беренсе исемгә оҡшаш булып сыға: Жуньчжи — «Һыу менән һуғарылған орхидея». «Чжи» иероглифын бер аҙ үҙгәртеү осрағында Жуньчжи тағы ла бер символик мәғәнәгә «жуньчжа»: «Барыһына яҡшылыҡ ҡылыусы» мәғәнәһенә эйә була. Бала сағында Маоны ябай ғына Ши сант я-цзы («Таш исемле өсөнсө бала») тип йөрөтәләр.

Мао Цзэдундың йорто. Хәҙер музей

Мао Цзэдун 1893 йылдың 26 декабрендә Чанша ҡалаһы янында урынлашҡан Хунань провинцияһы Чанша идаралығы Сянтан өйәҙенең Шаошань ауылында тыуа. Цзэдундың атаһы Мао Ичан (1870—1920) ваҡ ер биләүселәргә ҡарай, уның ғаиләһе етеш йәшәй. Конфуций тәғлимәте яҡлы атаһы бик ҡаты холоҡло була, шуға күрә буддизмды үҙ иткән әсәһе Вэнь Цимэй (1867—1919) артынан бәләкәй Мао буддизмға тартыла. Әммә үҫмер сағында Мао буддизмдан баш тарта. Йылдар аша ул үҙ яҡындарына ошолай тип һөйләп ҡалдырған[5]:

« Әсәйемә табындым… Ҡайҙа ғына барһа ла, мин уның артынан эйәрҙем… ғибәҙәтханала хуш еҫтәр сығаралар һәм ҡытай ҡағыҙ аҡсаһын яндыралар, Буддаға табыналар.… Әсәйем Буддаға ышанғанға күрә, мин дә уға ышандым! »

Йәш Мао урындағы мәктәптә классик башланғыс ҡытай белеме ала, унда Конфуций тәғлимәте менән таныша һәм боронғо ҡытай әҙәбиәтен өйрәнә. «Мин классиканы белә инем, ләкин уны яратманым», — тип таный Мао Цзэдун һуңыраҡ Эдгар Сноуға биргән интервьюһында[6]. Егет 13 йәшендә мәктәпте ташлағандан һуң да (уҡытыусыһы арҡаһында китә), уҡыуға ынтылышын һәм классик фәлсәфәүи трактаттарҙы яратмауын һаҡлап ҡала. Мао Ичан, йорт мәшәҡәттәрендә һәм йорт эштәрендә үҙенең таянысы булырына өмөтләнеп, улын ихлас теләктәр менән ҡаршы ала. Әммә уның өмөттәре аҡланмай: йәш Мао ниндәй ҙә булһа физик хеҙмәткә ҡаршы тора һәм буш ваҡытын китап уҡыуға сарыф итә[7]

1907 йыл аҙағында һәм 1908 йыл башында Маолар ғаиләһендә атаһы менән улы араһында сираттағы конфликт була. Был юлы уның сәбәбе булып Мао Ичандың өлкән улын өйләндереүе тора. Буласаҡ рәйестең кәләше итеп Маоның өс туған һеңлеһе Ло Исю (1889—1910) һайлана. Мао Цзэдун әйтеүенсә, ул ҡатынын ҡабул итмәй һәм уның менән йәшәүҙән баш тарта. «Мин уның менән бер ҡасан да йәшәмәнем, ул саҡта ла, шунан бирле лә мин уны ҡатыным тип һанаманым», — тип, йылдар үткәс, һөйләй Рәйес Эдгар Сноуға[8]. Туйҙан һуң бер аҙҙан Мао өйҙән ҡаса һәм ярты йыл самаһы Шаошандағы эшһеҙ студент дуҫында ҡунаҡ булараҡ йәшәй. Ул китап уҡыу менән мауығыуын дауам итә: был ваҡытта Сыма Цяньдың классик ҡытай тарихнамәһе «Тарихи яҙмалары» һәм Бан Гуның «Хань династияһы тарихы» менән таныша.

Атаһы менән мөнәсәбәттәр көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, 1910 йылдың көҙөндә йәш Цзэдун ата-әсәһенән белем алыуын дауам итеү өсөн аҡса талап иткәс, Мао Ичан баш тарта алмай һәм улына юғары кимәлдәге Дуншань башланғыс мәктәбендә белем алыуҙы тәьмин итә. Мәктәптә Маоны дошмандарса ҡаршы алалар: ҡалған уҡыусылар уның тышҡы ҡиәфәтен (көньяҡ кешеһенә хас булмағанса, буйы 177 см була), сығышы (уҡыусыларҙың күпселеге эре ер биләүселәрҙең улдары була) һәм телмәрен (Мао ғүмеренең аҙағына тиклем урындағы Сянтан диалектында һөйләшә) оҡшатмай[9]. Әммә был яңы уҡыусының дәрестәргә ныҡышмалылығын һәм тырышлығын инҡар итмәй. Мао классик рәүешендә яҡшы иншалар яҙа ала, тырыш була һәм, ғәҙәттәгесә, күп уҡый. Бында ул география менән таныша һәм сит ил тарихы буйынса әҫәрҙәр уҡый башлай. Ул тәүге тапҡыр Наполеон, Екатерина II, Пётр I, Веллингтон, Гладстон, Руссо, Монтескье һәм Линкольн кеүек билдәле тарихи шәхестәр тураһында уҡып белә. Ҡытай реформаторҙары Лян Цичао һәм Кан Ювэй тураһында һөйләүсе баҫмалар уның өсөн ул ваҡыттағы төп китаптар була. Уларҙың конституцион монархия идеялары мәктәп уҡыусыһы Маоға ҙур йоғонто яһай, ул реформалар хәрәкәте лидерҙарының ҡараштарын тулыһынса ҡабул итә[10]

Егерме йәшлек Мао 1913 йылда

Ун һигеҙ йәшендә Мао Дуншандән Чаншаға күсә, һәм шунда Синьхай революцияһы шаһиты була. Ул төрлө төркөмдәр араһындағы ҡан ҡойошло бәрелештәргә, шулай уҡ һалдат ихтилалдарына шаһит була һәм үҙе ҡыҫҡа осорға провинция губернаторы армияһына инә. Ярты йылдан ул армиянан ҡаса һәм Чаншалағы Беренсе провинциаль урта мәктәптә уҡыуын дауам итә. Ләкин бында ла ул оҙаҡҡа туҡталмай «Миңә Беренсе мәктәп оҡшаманы. Уның программаһы сикле, ә тәртибе ҡот осҡос ине»[11]). Мао үҙ аллы уҡый һәм ярты йыл Хуньань провинциаль китапханаһында шөғөлләнә, айырым иғтибарын география, тарих һәм Көнбайыш философияһы йәлеп итә. Әммә Мао Ичан улының вайымһыҙ тормошо менән ҡәнәғәт булмай, Мао лайыҡлы шөғөл тапҡансы, аҡса ебәреүҙән туҡтай. Егет үҙе аҡса эшләүҙән баш тарта һәм 1913 йылдың яҙында Чаншала яңы асылған Дүртенсе провинциаль педагогия колледжы студенты сифатында уҡырға инергә мәжбүр була, һуңыраҡ уны педагогия училищеһы менән берләштерәләр.

1917 йылда уның тәүге мәҡәләһе «Яңы йәштәр» журналында баҫылып сыға. Училищела Мао дуҫтары менән «Халыҡты яңыртыу» йәмғиәтен булдыра, уның программаһы «конфуцианлыҡтың кантизм менән ҡатнашмаһы» була. Бер йылдан Пекин университетының этика профессоры Ян Чанджи саҡырыуы буйынса Пекинға күсә, унда университет китапханаһында, һуңынан Ҡытай Коммунистар партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Ли Дачжаоның ассистенты булып эшләй. Пекинда Мао башҡа ҡытай студенттары менән бергә Францияла уҡыу мөмкинлегенә эйә була, әммә һуңыраҡ был мөмкинлектән файҙаланмай: күп сәбәптәр араһында физик хеҙмәтте яратмау һәм сит телдәрҙе өйрәнеүҙә ҡыйынлыҡтар булыуы тора[12] [13]. Бынан тыш, Пекинда йәш Мао үҙенең мөхәббәтен — Ян Чанцзиҙың ҡыҙы Ян Кайхуэйҙы таба, ул уның тәүге ысын ҡатыны була[14]. Пекинда йәш Маоның сәйәси ҡараштарын формалаштырыуға Ли Дачжао (марксизм яҡлы) һәм Чэнь Дюсю менән танышыу, шулай уҡ анархизм идеялары, атап әйткәндә, П. А. Кропоткин әҫәрҙәре ҙур йоғонто яһай.[15]. Францияла уҡыу курсын тамамлағас, Мао, ниһайәт, Ҡытайҙа ҡалып, карьераһын ошонда ойошторорға тигән һығымтаға килә.

Чаншала йәш Мао Цзедундың статуяһы

Сәйәси эшмәкәрлегенең башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1919 йылдың мартында Пекиндан киткәндән һуң йәш Мао, көнбайыш философтары һәм революционерҙары әҫәрҙәрен тәрән өйрәнеү менән шөғөлләнеп, ил буйлап сәйәхәт итә, Рәсәйҙәге ваҡиғалар менән ныҡлап ҡыҙыҡһына һәм Хунань революцион йәштәрен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1920 йылдың ҡышында Милли йыйылышы делегацияһы составында Пекинда була. Делегаттар коррупцияға бирелгән һәм тупаҫлығы менән айырылып торған Хунань провинцияһының губернаторы Чжан Цзиньяоны (кит. 張敬堯) вазифаһынан бушатыуҙы талап итә (ҡыт. 張敬堯)[16]. Делегация күҙгә күренерлек уңыштарға өлгәшмәй, әммә тиҙҙән Чжан икенсе милитаристик төркөмө ағзаһы У Пейфунан еңелә һәм Хунаньды ташлап китергә мәжбүр була.

Мао 1927 йылда

1920 йылдың 11 апрелендә Мао Пекиндан китә һәм шул уҡ йылдың 5 майында Шанхайға килә, бында ул Хунаньды тиран хакимлығынан азат итергә, шулай уҡ хәрби губернторлыҡты бөтөрөү өсөн көрәште дауам итергә ниәтләй. Рәсәйҙәге ваҡиғалар, коммунизм яҡлы Ли Дажао һәм Чэнь Дусю менән аралашыу Маоға ҙур йоғонто яһай, әммә ул ваҡытта идеологик ағымдарҙы тулыһынса аңлай һәм, ниһайәт, үҙенә бер йүнәлеш һайлай алмай[17]. Маоның коммунист булараҡ тулыһынса формалашыуы 1920 йылдың көҙөнә тура килә. Әлеге ваҡытҡа ул ватандаштарының сәйәси инерцияһына тулыһынса инанған була һәм рус өлгөһөндәге революция ғына илдәге хәлде тамырынан үҙгәртә ала тигән һығымтаға килә. Большевиктарға ҡушылғас, 1920 йылдың ноябрь уртаһында Чаншала йәшерен ячейкалар төҙөй башлай: тәүҙә Социалистик йәштәр лигаһы ячейкаһын булдыра, ә бер аҙҙан, Чэнь Дусю кәңәшен тотоп, Шанхайҙағыға оҡшаш коммунистик түңәрәк ойоштора[18].

1921 йылдың июлендә Мао Ҡытай Коммунистик партияһының ойоштороу съезында ҡатнаша. Ике айҙан ул Чаншаға әйләнеп ҡайта һәм компартияның Хунань бүлегендә секретарь вазифаһында эш башлай. Ошо уҡ ваҡытта Мао Ян Кайхуэй исемле ҡыҙға өйләнә. Уларҙың бер-бер артлы өс улы тыуа — Аньин, Аньцин и Аньлун. Эшенең һөҙөмтәһеҙлеге арҡаһында 1922 йылдың июлендә Мао ҠКП-ның Икенсе съезына делегат итеп һайланмай[19]. Коминтерндың талабы буйынса ҠКП Гоминьдан менән союзға инергә мәжбүр була. Был ваҡытҡа Мао Цзэдун Ҡытайҙың революцион хәрәкәтен ойоштороп булмаясағына тулыһынса инанған була һәм ҠКП-ның Өсөнсө съезында был идеяны хуплай. Мао ошо уҡ съезда Үҙәк башҡарма комитеты составына индерелә, шунан биш кешенән торған Үҙәк бюроға инә һәм секретарь ҮБК-тың ойоштороу комитеты мөдире итеп һайлана. Хунаньгә ҡайтҡандан һуң, Мао урындағы Гоминьдан ячейкаһын ойоштороу менән шөғөлләнә. Гоминьдандың I съезында делегат булараҡ ҡатнаша, был съезд 1924 йылдың ғинуарында Кантонда үтә. 1924 йылдың аҙағында тыуған ауылына ҡайта. Ул физик һәм мораль яҡтан бик ныҡ йонсоған була. Тарихсы Панцов фекеренсә, уның хәле Гоминьдан бүлек эше коммунистар менән Гоминьдан яҡлылар араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар, шулай уҡ Кантондан килгән финанслауҙы туҡтатыу арҡаһында насарая. Мао отставкаға китә һәм ауырыу сәбәпле отпуск ала[20]. Юн Чжан һәм Холлидей фекеренсә, Мао вазифаһынан бушатыла, Үҙәк Комитеттан сығарыла, уны 1925 йылдың ғинуарында үткәрелгән съезға саҡырмайҙар[21]. 1925 йылдың 6 февралендә Мао Шаошаньгә килә.

Граждандар һуғышы осоронда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Цзянсиҙа Совет Республикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1927 йылдың апрелендә Мао Цзэдун Чанша тирәһендә «Көҙгө уңыш» исемен алған крәҫтиәндәр ихтилалын ойоштора. Баш күтәреүселәр урындағы власть тарафынан баҫтырыла. Мао отряд ҡалдыҡтары менән Хунань һәм Цзянси сиктәрендәге Цзинганшань тауҙарына ҡасырға мәжбүр була. Гоминьдан һөжүмдәре Мао төркөмдәрен һәм Ҡытай коммунистар партияһының башҡа хәрби лидерҙарын әлеге территорияны ташлап китергә мәжбүр итә. 1928 йылда, күп кенә күсенеп йөрөгәндән һуң, коммунистар Цзянси провинцияһының көнбайышында төпләнә. Унда Мао ярайһы уҡ көслө совет республикаһын ойоштора. Артабан ул бында бер нисә аграр һәм социаль реформалар үткәрә — мәҫәлән, ерҙе конфискациялау һәм яңынан бүлеү, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын либералләштереү[22].

Мао Цзэдун 1931 йылда

Шул уҡ ваҡытта Ҡытай коммунистар партияһы ауыр көрсөк кисерә. Уның ағзалары һаны 10 000-гә тиклем ҡыҫҡара, шуларҙың 3 процентын ғына эшселәр тәшкил итә. Партияның яңы лидеры Ли Лисань хәрби һәм идеологик юҫыҡта бер нисә етди еңелеүҙән һәм шулай уҡ Сталин менән килешмәүсәнлек арҡаһында, Үҙәк Комитеттан сығарыла. Партия етәкселеге менән йыш ҡына конфликттарына ҡарамаҫтан, крәҫтиәнлеккә баҫым яһаған һәм ошо өлкәлә ярайһы уҡ һәйбәт уңыштарға өлгәшкән Маоның позициялары нығына. Ошо арауыҡта барлыҡҡа килгән дошмандарын Мао 1930—1931 йылдарҙа репрессиялай, күп кенә урындағы етәкселәр үлтерелә йәки уйлап сығарылған «АБ-туаней» йәмғиәте агенттары сифатында төрмәгә ултыртыла. Шулай итеп, «АБ-туаней» эше ҠКП тарихында беренсе «таҙартыу» булып тора[23].

Шул уҡ ваҡытта Мао шәхси юғалтыу кисерә: Гоминьдан агенттары уның ҡатыны Ян Кайхуэйҙы ҡулға төшөрөп өлгөрә. 1930 йылда язалап үлтерелә, ә бер аҙҙан Маоның кесе улы дизентериянан вафат була. Кайхуэйҙың икенсе улы Мао Аньэн 1950—1953 йылдарҙағы Корея һуғышында һәләк була.

Мао етәкселегендә ҡытай коммунистарының Бөйөк походы

1931 йылдың көҙөндә Үҙәк Ҡытайҙың 10 совет районы территорияһында Ҡытай Совет Республикаһы булдырыла. Был райондарҙы Ҡытай Ҡыҙыл Армияһы һәм партизандар контролдә тотҡан. Ваҡытлы Үҙәк Совет хөкүмәте (Халыҡ Комиссарҙары Советы) башында Мао Цзэдун тора.

1934 йылға ҡарата Чан Кайши көстәре Цзянсиҙағы коммунистик райондарын ҡамап ала һәм һөжүмгә әҙерләнә башлай. ҠКП етәкселеге был райондан китеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ҡамауҙан сығыу операцияһын Чжоу Энлаеңй үткәрә — Мао был ваҡытта ҡабаттан конфликтта була. Ли Лисань вазифаһынан киткәндән һуң төп позицияларҙы «28 большевик» төркөмө биләй, был төркөм Коминтернға һәм Сталинға яҡын була, сөнки уның йәш ағзалары Мәскәүҙә белем алалар. Коммунистар ҙур юғалтыуҙар менән милләтселәр кәртәләре аша Гуйчжоу тау райондарына сығалар. Цзуньи ҡалаһында ял иткәндә киң билдәлелек алған партия конференцияһы үтә, унда Мао тәҡдим иткән ҡайһы бер тезистар ҡабул ителә; Мао үҙе политбюроның даими ағзаһы булып китә, 28 большевик төркөмө бик ныҡ тәнҡитләнә[24]. Партия, Чан Кайши менән асыҡтан-асыҡ бәрелештән тайпылыу өсөн, төньяҡҡа табан үтә алмаҫлыҡ таулы урындар аша китергә ҡарар итә. Фидель Кастро билдәләүенсә, «Чианг Кайшиның күпкә өҫтөнөрәк милләтсел көстәре менән осрашып, Мао етәкселегендәге 100 000-гә яҡын ҡытай яугиры „Бөйөк маршты“ 1934 йылда төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә башлай — улар 6 000 километрҙан ашыу юл үтә, йылдан ашыу даими һуғыша, был бығаса күрелмәгән батырлыҡ була һәм Маоны Ҡытайҙа партия һәм Революцияның бәхәсһеҙ лидеры итеп таныта»[25].

Михайлов иптәштән 300 000 американ долларын алыу тураһында Маоның распискаһы. 28 апрель 1938 йыл
ҠКП-ның Етенсе съезы. Мао һәм Чжоу Эньлай

Бөйөк поход башланғандан һуң бер йыл үткәс, 1935 йылдың октябрендә Ҡыҙыл Армия Шэньси — Ганьсу — Нинся (Яньян) коммунистик районына барып етә, бында коммунистар партияһының яңы заставаһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Бөйөк поход ваҡытында төрлө эпидемия, тауҙарҙа һәм һаҙлыҡтарҙа бәхетһеҙ осраҡтар, шулай уҡ дезертирлыҡ арҡаһында коммунистар Цзянсиҙан киткән составтың 90 проценттан ашыу юғалта. Шуға ҡарамаҫтан, улар тиҙ генә көсөн ҡайтарыуға өлгәшә. Был ваҡытҡа партияның төп маҡсаты булып Маньчжурияла һәм Шаньдун провинцияһында нығынған Японияға ҡаршы көрәш тора. 1937 йылдың июлендә асыҡтан-асыҡ хәрби хәрәкәттәр башланғас, коммунистар, Мәскәү ҡушыуы буйынса, Гоминьдан менән берҙәм патриотик фронт төҙөргә мәжбүр булалар. Японға ҡаршы көрәш шарттарында Мао Цзэдун «чжэнфэн» («эш стилен тәртипкә һалыу») тип аталған хәрәкәтте башлап ебәрә; 1942—43). Бының сәбәбе — Чан Кайши армияһынан ҡасыусылар һәм партия идеологияһы менән таныш булмаған крәҫтиәндәр менән тулыланған партияның ҡырҡа артыуы. Хәрәкәт партияның яңы ағзаларының коммунистик тәғлимәтен, Мао яҙмаларын әүҙем өйрәнеүҙе, шулай уҡ «үҙ-үҙеңде тәнҡитләү» кампанияларын, бигерәк тә Маоның төп дәғүәсеһе Ван Минға ҡағылған кампанияларҙы үҙ эсенә ала, һөҙөмтәлә коммунистик интеллигенция араһында ирекле фекер йөрөтөү баҫтырыла. Чжэнфэндың һөҙөмтәһе булып партия эсендәге власть Мао Цзэдун ҡул аҫтына тулыһынса күсә[26]. 1943 йылда ул — ҠКП-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы һәм Секретариаты рәйесе, ә 1945 йылда ҠКП-ның Үҙәк Комитеты рәйесе итеп һайлана. Был осор Маоның шәхес культы формалашыуының беренсе этабы була.

Мао көнбайыш философияһының классикаһын һәм айырыуса марксизмды өйрәнә. Марксизм-ленинизм, традицион ҡытай философияһының ҡайһы бер аспекттары нигеҙендә, шулай уҡ үҙенең тәжрибәһенән сығып, марксизмдың яңы йүнәлеше — маоизмды булдыра, был эштә уға уның шәхси сәркәтибе Чэнь Бод ярҙам итә. Маоизм ул ваҡыттағы ҡытай ысынбарлығына нығыраҡ яраҡлашырлыҡ марксизмдың прагматик формаһы булараҡ уйланыла. Уның төп һыҙаттарын крәҫтиәнлеккә (пролетариатҡа түгел) һәм Бөйөк Хань милләтселегенә асыҡтан-асыҡ ориентирлашыуы менән билдәләргә мөмкин[27].

ҠКП-ның граждандар һуғышында еңеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япония менән һуғышта коммунистар Гоминьдагка ҡарағанда уңышлыраҡ эш итә. Бер яҡтан, быны Маоның ғәмәлдәге партизан һуғышы тактикаһын яҡшы белеүе менән аңлатып булһа, икенсе яҡтан, япондар тарафынан яҡшыраҡ ҡоралланған Чан Кайши армияһы һөжүмдәргә йышыраҡ бер үҙе ҡаршы тора. Һуғыш тамамланыуға хатта Америка Ҡытай коммунистарына яҡынайырға маташа.

1940 йылдар уртаһына Гоминьдандың бөтә йәмәғәт учреждениелары, шул иҫәптән армия ла тарҡалыу кимәлендә була. Бөтә ерҙә лә коррупция, башбаштаҡлыҡ һәм көс ҡулланыу сәскә ата; илдең иҡтисады һәм финанс системаһы юҡҡа сыға.

  1. 1,0 1,1 Spence J. The Search for Modern China (ингл.) — 1 — USA: W. W. Norton & Company, 1991. — P. 531. — ISBN 978-0-393-30780-1
  2. 2,0 2,1 2,2 Short P. Mao: A Life (ингл.)Great Britain: Hodder & Stoughton, 1999. — P. 116. — 782 p. — ISBN 978-0-340-60624-7
  3. 3,0 3,1 Zhisui L. (unspecified title) (ингл.) — 1996. — P. 56. — ISBN 978-0-09-964881-9
  4. 4,0 4,1 Short P. Mao: A Life (ингл.)Great Britain: Hodder & Stoughton, 1999. — P. 635. — 782 p. — ISBN 978-0-340-60624-7
  5. Чжан, 2007, с. 19
  6. Панцов, 2007, с. 24
  7. Панцов, 2007, с. 25
  8. Панцов, 2007, с. 33
  9. Панцов, 2007, с. 36
  10. Панцов, 2007, с. 37—38
  11. Панцов, 2007, с. 47
  12. Чжан, 2007, с. 30
  13. Панцов, 2007, с. 94
  14. Первая жена Мао Цзэдуна — Ян Кайхуэй. http://russian.cpc.people.com.cn/5773968.html 2013 йыл 3 апрель архивланған.
  15. Панцов, 2007, с. 92
  16. Панцов, 2007, с. 114
  17. Панцов, 2007, с. 119
  18. Панцов, 2007, с. 140
  19. Чжан, 2007, с. 45
  20. Панцов, 2007, с. 197—198
  21. Чжан, 2007, с. 49
  22. Там жеҠалып:Где?, С. 451—458.
  23. Шорт, Филип. Мао Цзэдун. АСТ, Москва, 2001, С. 229—232.
  24. Меликсетов, А. В., Писарев, А. А., …, История Китая. Издательство московского университета, Москва, 2004, С. 519.
  25. Размышления товарища Фиделя Кастро. ПОБЕДА КИТАЯ.(Часть II). Дата обращения: 15 март 2021. Архивировано 7 май 2021 года.
  26. Selden, Marc. Yanan Legacy: The Mass Line, в: «Chinese Communist Politics in Action», Seattle, London 1970, С. 101—109.
  27. Holm, David. Art and Ideology in Revolutionary China. Oxford 1991, С. 53, 88; Mao, Zedong. Die Gesammelten Werke. том II, Пекин 1969; С. 246.
  • Галенович Ю. М. Мао Цзэдун вблизи. — М.: «Русская панорама», 2006. — 325 с. — (Лидеры Китая). — 1000 экз. — ISBN 5-93165-158-6.
  • Панцов А. В. Мао Цзэдун / Александр Панцов. — М.: Молодая гвардия, 2007. — 867 с. — (Жизнь замечательных людей). — 5000 экз. — ISBN 978-5-235-02983-5.
Алдан килеүсе:
Чэнь Дусю
Ҡытай Коммунистар партияһы Рәйесе
1945–1976
Һуңынан килеүсе:
Хуа Гофэн
Алдан килеүсе:
--
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе
1949–1959
Һуңынан килеүсе:
Лю Шаоци
Алдан килеүсе:
--
Ҡытай Коммунистар партияһының Үҙәк хәрби комиссияһы рәйесе
1936–1976
Һуңынан килеүсе:
Хуа Гофэн