Маракана
Тулы исеме |
Мариу Филью |
---|---|
Үҙенсәлекле исеме |
Estádio do Maracanã |
Урынлашыуы |
Бразилияның |
Нигеҙләнгән | |
Төҙөлгән | |
Асылған | |
Реконструкцияланған |
(1999 – 2000 йылдар); |
Милексе |
Рио-де-Жанейро ҡалаһы |
Һыйҙырылышлығы |
199 854 (1950 йылғы |
Өйҙәге команда |
«Фламенго» |
Майҙан размеры |
110 x 75 м |
Япма |
үлән |
Сайт | |
Маракана Викимилектә |
«Маракана́» (порт. Estádio do Maracanã; рәсми атамаһы — «Журнали́шта Ма́риу Фи́лью» (порт. Estádio Jornalista Mário Filho) — Бразилияның һыйҙырышы буйынса беренсе булған футбол стадионы, алдараҡ — донъялағы иң ҙур булған спорт ҡоролмаһы. Рио-де-Жанейро ҡалаһында урынлашҡан. «Фламенго» һәм «Флуминенсе» клубтарының, шулай уҡ Бразилияның төрлө йәштәге футболсылары йыйылма командаларының төп аренаһы. Штаттың тағы ике командаһы — «Ботафого» менән «Васко да Гама», үҙҙәренең 40-ар мең тамашасыға иҫәпләнгән стадиондары булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙә булараҡ, штаттың башҡа командалары «Суперклассико» кимәлендәге уйындарын нәҡ ошо «Маракана»ла үткәрә. Стадионда шулай уҡ йыл һайын Кариока лигаһы беренселегенең финал матчтары уҙғарыла.
Стадиондың һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Маракана» оҙонсай (овал) формаһында төҙөлгән. Ҡыйыҡ күҙере ҡолаҡһаларға (консолдәргә) нығытылған.
Тәүҙәрәк уйын яланы менән трибуналар араһында һыулы соҡор була; уның төп функцияһы — һыу ағыҙғыс, йәки тропиктарҙағы ҡойма ямғырҙар ваҡытында трибуналарҙан һыу ағыҙыу, бының өсөн әйтелгән соҡорға дренаж канауҙары үткәрелгән, әйткәндәй, бындай элемент Көньяҡ Африкалағы ҡайһы бер илдәрҙәге стадиондарҙа әле лә бар[2]. 2014 йылғы донъя чемпионатын үткәреү өсөн стадионды реконструкциялау барышында был билдәле соҡор бөтөрөлә, хәҙер һыу ағыҙғыс ҡыйыҡтан туры махсус һауыттарға тоташтырылған.
Элегерәк «Маракана»ла ҡапҡалар тышында баҫып торорлоҡ урындар һәм эскәмйәләр ҙә булған, был тамашасылар һанын 200 меңгә тиклем еткерергә мөмкинлек биргән. Был урындар ғәҙәттә иң ярлы көйәрмәндәргә эләгер булған, бында һатылған билет хаҡы символик булып ни бары бер доллар тәшкил иткән, һәм был теләге булған һәр кемгә тиерлек яратҡан командаһының уйынын ҡарарға мөмкинлек биргән. Урындағы телдә «жерал» тип аталып йөрөтөлгән был ерҙәр «Маракана»лағы иң демократик урын булып һаналған һәм хәҙерге ваҡытта Бразилияның футбол тормошоноң айырылғыһыҙ бер үҙенсәлегенә әйләнгән. 2014 йылғы донъя чемпионаты өсөн үҙгәртеп ҡороу барышында ФИФА-ның стадионда бары тик номерланған ултырыу урындары ғына булырға тейешлеге хаҡындағы талаптарына ярашлы «жерал» тулыһынса юҡҡа сығарыла.
Стадионда 296 бәҙрәф, 17 лифт, 12 эскалатор һәм 60 кафе бар. Уйын яланын һәм трибуналарҙы яҡтыртыу өсөн 396 прожектор ҡулланыла, уларҙағы хәл-ваҡиларҙыкүренештәрҙе 360 видеокамера яҙып бара. Уйынсыларҙы эре планда һәр береһенең ҙурлығы 100 квадрат метрлыҡ дүрт электрон экрандна стадиондың артҡы рәттәренән дә күреп була2 каждый. «Маракана»ның төп аренаһы менән йәнәшәлә «Мараканасиньо» ябыҡ спорт залы урынлашҡан, унда бокс, теннис буйынса ярыштар, шулай уҡ төрлө фестиваль һәм концерттар үткәрелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стадионды төҙөү 1948 йылда башлана, уға исем итеп яҡында ағып ятҡан ҙур булмаған Маракана йылғаһының атамаһы алына. Спорт ҡоролмаһы башлыса 1950 йылда Бразилияла үткәрелергә тейеш булған донъя чемпионаты өсөн тәғәйенләнә, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында стадион тулыһынса бары тик 1965 йылға ғына тулыһынса төҙөлөп бөтә. Беренсел ниәттәр буйынса «Васко да Гама» футбол клубының иҫке спорт ҡоролмаһын алмаштырырға ғына тейеш булған «Маракана» тора-бара илдең милли стадионына әйләнә. Шулай ҙа ҡала ҡаҙнаһы сығымдарына төҙөлгәнлектән, документаль нигеҙҙә ул һаман да Рио-де-Жанейро милке булып һана.
Үҙенең рәсми атамаһы булып йөрөгән «Мариу Филью» исемен стадион уны төҙөү проектын тормошҡа ашырыуға төп өлөш индергән Бразилия журналисы хөрмәтенә алған. Спорт ҡоролмаһын тантаналы асып, уны даими файҙаланыуға тапшырыу 1950 йылдың июнендә үткәрелә: байрам йәһәтенән стадионда тәүге матч — Рио-де-Жанейро һәм Сан-Паулу ҡалалраының йыйылма командаларының осрашыуы үткәрелә. Уйындағы беренсе тупты ҡаршы ҡапҡаға бар донъяға билдәле футболсы Диди (1928—2001) индерә.
Халыҡ-ара кимәлдәге тәүге уйындар «Маракана» майҙанында дүртенсе донъя чемпионаты барышында үтә. Уларҙың иң юғары нөктәһе булып спорт тарихында Уругвай һәм Бразилия йыйылма командаларының осрашыуы һанала: 1950 йылдың 16 июлендә үткән хәл иткес был уйында хужалар үҙҙәренең күптәнге дәғәүәселәре булып танылған Уругвай милли командаһы футболсыларынан 1:2 минималь иҫәбе менән еңелеүгә дусар була. Был матчты һаны рекордҡа еткән — 199 850 тамашасы ҡарай. Шотландияның иң ҙур һәм халыҡ һаны буйынса Бөйөк Британияла дүртенсе урында булған Глазго ҡалаһындағы Шотландияның милли стадионы «Хэмпден Парк» кеүек артабанғы йылдарҙа «Маракана» ла үҙендә йыйылған көйәрмәндәр һаны буйынса бер нисә рекорд ҡуя, уларҙың ҡайһы берҙәре әле һаман да һаҡланып килә.
1963 йылда милли чемпионатта ҡатнашҡан «Фламенго» менән «Флуминенсе» командалары араһындағы уйынынға 177 656 тамашасы йыйыла — был да клуб турнирҙары өсөн рекордлы күрһәткес. Халыҡ-ара кимәлдәге футбол уйындары стадионға 180 меңгә яҡын көйәрмәнде йыйһа, 1980-се йылдарҙағы милли чемпионат матчтарын ҡарарға килеүселәрҙең уртаса һаны 130 меңгә тиң була. Бразилияның көньяғында урынлашҡан Сантос ҡалаһының ошо исемдәге клубы командаһы Футбол ҡитға-ара Кубоктың «өйҙәге» уйындарын «Маракана» яланында үткәреү өсөн генә лә махсус рәүештә төньяҡҡа юллана: «Сантос» 1962 йылда бында Португалияның Лиссабон ҡалаһындағы профессональ футбол к клубы «Бенфика», ә 1963 йылда — Италияның ошо исемдәге ҡалаһынан булған «Милан» профессональ футбол клубы менән көс һынаша.
Был тарихи ваҡиғанан һуң 40 йыл тиерлек ваҡыт үткәс, 2000 йылдың ғинуарында донъяның иң көслө командалары тағы ла «Маракана» стадионында сығыш яһай: бында Халыҡ-ара футбол федерацияһы — ФИФА тарафынан ойошторолған яңы турнир — Футбол буйынса донъя клубтары чемпионаты уҙғарыла.
- Стадионды яңыртыу
Алдараҡ «Маракана», донъялағы иң ҙур спорт ҡоролмаһы булараҡ, 200 меңгә тиклем тамашасы һыйҙыра. 2014 йылғы донъя чемпионаты үткәреү өсөн яңыртыу башланғас, ФИФА «стадионда бары тик номерланған ултырыу урындары ғына булырға тейеш» тигән талап ҡуя, һәм шунлыҡтан ҡапҡалар артындағы «жерал» тип йөрөтөлгән баҫма урындар юҡҡа сығарыла һәм иң ярлы көйәрмәндәр алыр булған эскәмйәләр алып ташлана.
Үҙгәртеп ҡороу барышында шулай уҡ уйын яланы менән трибуналар араһындағы киң билдәллек алған һыулы соҡор ҙа юҡ ителә, хәҙер ҡыйыҡтан һыу ағыҙғыс туры махсус һауыттарға тоташтырылған һәм унда йыйылған һыу стадион туалеттары өсөн ҡулланыла[3][2].
Яңыртыу һәм үҙгәртеп ҡороуҙан һуң «Маракана» Көньяҡ Американың иң ҙур стадионы статусын тулыһынса юғалта һәм хәҙерге ваҡытта донъяның иң ҙур 50 спорт ҡоролмаһы исемлегенә лә инмәй[4], атап әйткәндә, 2014 йылдағы иҫәпләүҙәргә ярашлы, «Маракана»ның һыйҙырышлығы 78 мең 838 тамашасылыҡ була, әммә футбол буйынса 2014 йылғы донъя чемпионаты ваҡытында ФИФА-ның талап итеүе буйынса стадионға индерелгән көйәрмәндәр һаны 73 мең 531 менән сикләнә.
Стадионға пластиктан яңы ҡыйыҡ ҡуйыла, был үҙ сиратында барлыҡ урындарҙы ла өҫкө яҡтан ҡаплап алыу мөмкинлеген бирә[5]. «Маракана»ны футбол буйынса 2014 йылғы донъя чемпионаты өсөн үҙгәртеп ҡороу һәм яңыртыу ФИФА ҡуйған талаптарға ярашлы үткәрелә, һәм бының өсөн 480 млн. доллар сарыф ителә.
2016 йылда «Маракана»ла 2016 йылғы Йәйге Олимпия һәм Йәйге Паралимпия уйындарын тантаналы асыу һәм ябыу тамашалары үтә. Стадионда шулай уҡ Олимпиаданың футбол турниры матчтары уҙғарыла.
Ошо Олимпиаданан һуң бер ни тиклем ваҡыт арауығында «Маракана» буш тора. Стадион операторы менән Рио-де-Жанейро ҡалаһы властары араһындағы конфликт хатта аренаға һыу һәм электр биреүҙе туҡтатыуға тиклем алып килә, был осорҙа спорт ҡоролмаһы бөтөнләй эшләмәй һәм бары тик зыян туплап ҡына ултыра, ә вандалдар стадиондағы барлыҡ ҡиммәтле әйберҙәрҙе урлап бөтә, хатта исеме ошо спорт ҡоролмаһына бирелгән журналист Марио Фильюҙың бронза бюсы ла юҡҡа сыға[6].
1950 йылғы донъя чемпионаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Маракана» стадионында 1950 йылғы донъя чемпионатының һигеҙ матчы үтә, уларҙың бише — беренсе төркөм этабыныҡы, ә өс уйын — финалға сыҡҡан командалар араһында була.
Дата | Раунд | Матч | Иҫәп |
---|---|---|---|
24 июнь 1950 йыл | А төркөмө | Бразилия — Мексика | 4:0 (1:0) |
25 июнь 1950 йыл | B төркөмө | Англия — Чили | 2:0 (1:0) |
29 июнь 1950 йыл | B төркөмө | Испания — Чили | 2:0 (2:0) |
1 июль 1950 йыл | А төркөмө | Бразилия — Югославия | 2:0 (1:0) |
2 июль 1950 йыл | B төркөмө | Испания — Англия | 1:0 (0:0) |
9 июль 1950 йыл | Финал төркөмө | Бразилия — Швеция | 7:1 (3:0) |
13 июль 1950 йыл | Финал төркөмө | Бразилия — Испания | 6:1 (3:0) |
16 июль 1950 йыл | Финал төркөмө | { Бразилия — Уругвай | 1:2 (0:0)]] |
2014 йылғы донъя чемпионаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Футбол буйынса 2014 йылғы донъя чемпионатында стадионда бөтәһе ете уйын уҙғарыла: уларҙың дүртеһе — төркөм этабыныҡы һәм өс матч — плей-оффтыҡы була.
Дата | Раунд | Матч | Иҫәп |
---|---|---|---|
15 июнь 2014 йыл | F төркөмө | Аргентина — Босния һәм Герцеговина | 2:1 (1:0) |
18 июнь 2014 йыл | B төркөмө | Испания — Чили | 0:2 (0:2) |
22 июнь 2014 йыл | H төркөмө | Бельгия — Рәсәй | 1:0 (0:0) |
25 июнь 2014 йыл | E төркөмө | Эквадор — Франция | 0:0 (0:0) |
28 июнь 2014 йыл | 1/8 финал | Колумбия — Уругвай | 2:0 (1:0) |
4 июль 2014 йыл | Сирек финал | Франция — Германия | 0:1 (0:1) |
13 июль 2014 йыл | Финал | Германия — Аргентина | 1:0 (0:0) өҫтәмә ваҡытта |
2016 йылғы Олимпия уйындарының футбол турниры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында стадионда дүрат уйын үткәрелә: ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ярымфиналда берәр матч һәм алтын миҙалдар өсөн шулай уҡ ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында берәр матч.
Дата | Раунд | Матч | Иҫәп |
---|---|---|---|
16 август 2016 йыл | Ярымфинал, ҡатын-ҡыҙҙар | Бразилия — Швеция | 0:0 (0:0), п. 3:4 |
17 август 2016 йыл | Ярымфинал, ирҙәр | Бразилия — Гондурас | 6:0 (3:0) |
19 август 2016 йыл | Финал, ҡатын-ҡыҙҙар | Германия — Швеция | 2:1 (0:0) |
20 август 2016 йыл | Финал, ирҙәр | Германия — Бразилия | 1:1 (0:1) п. 4:5 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ UOL Notícias - Maracanã fecha a partir de setembro para se preparar para Copa-2014 (порт.). Дата обращения: 14 декабрь 2012. Архивировано 16 декабрь 2012 года.
- ↑ 2,0 2,1 Игорь Рабинер. "Маракана". Обезличенная легенда . Чемпионат.com (24 май 2013). 2016 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Стадионы-2014. «Маракана» - Мекка футбольной Бразилии. Футбол. XSPORT.ua (6 июнь 2014). 2016 йыл 22 август архивланған.
- ↑ Самые большие стадионы мира. Топ-25 (с фотографиями) .
- ↑ Stadium Maracanã (Estádio Jornalista Mário Filho) . schlaich bergermann und partner.
- ↑ Уже не повторим. Чемпионат мира обошелся России в миллиарды. Окупится ли он? // Лента. Ру, 9 августа 2018
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стадиондың рәсми сайты (порт.)