Марат Фәрит улы Сиражетдинов
Марат Фәрит улы Сиражетдинов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 1948[1] |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 26 март 2025[2] |
Вафат булған урыны | Ҡазан, Рәсәй |
Һөнәр төрө | музыкант, уҡытыусы, концертмейстер |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Марат Сиражетдинов, Марат Фәрит улы Сиражетдинов (татар. Марат Фәрит улы Сираҗетдинов; 1948, СССР, РСФСР, БАССР, Өфө — 26 март 2025 йыл, Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы, Ҡазан) — виртуоз пианис, музыкант, симфоник оркестр солисы, Татарстандың халыҡ артисы. Татар фортепиано музыкаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән һәм татар композиторҙарының ижадын пропагандалаған кеше.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1948 йылда Өфөлә тыуған. Атаһы Фәрит Сиражетдинов — музыкант, баянсы. Марат бала саҡтан талантлы була, көйҙәрҙе тиҙ генә йыйып ала, шунда уҡ яттан өйрәнә. Музыка мәктәбен 2 йылда тамамлай. Мәскәү консерваторияһының махсус фортепиано класын тамамлаған (уҡытыусыһы РСФСР-ҙың халыҡ артисы, профессор Алексей Наседкин[d] (1942—2014). Мәскәүҙә уҡығанда СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Наталья Гутмандың концертында аккомпаниаторы ла була. Һуңынан Нәзип Жиһанов уны Ҡазанға саҡыра. Өфөлә фатир тәҡдим итһәләр ҙә, Марат Ҡазанда ҡала, Ҡазан дәүләт консерваторияһында уҡытыусы булып эшләй, талантлы музыканттар әҙерләй. Симфоник оркестрҙа уйнай, алдынғы солист була. Ҡазан педагогия университетының музыка факультетында фортепиано уҡытыусыһы булып эшләй.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Етмешенсе йылдар башында уҡ Татарстанда иң билдәле виртуоз пианисттарҙың береһе булып таныла. Репертуарында Фредерик Шопен, Роберт Шуман, Сергей Рахманинов, Сергей Прокофьев һәм башҡа донъяға билдәле легендар композиторҙар әҫәрҙәре бар. Ул татар фортепиано музыкаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә: Рөстәм Яхин, Нәзип Жиһанов, Ренат Еникиев кеүек композиторҙар әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарыусы була. Рөстәм Яхин, үҙе пианист булыуына ҡарамаҫтан, әҫәрҙәрен Марат Сиражетдиновҡа ышанып тапшыра, сөнки ул фортепиано концерттарында айырым һәләтле аккомпаниатор була. Фасил Әхмәтов үҙенең фортепиано буйынса концертын Марат Сиражетдиновҡа арнаны. Ижади тормошонда ул үҙенсәлекле репертуар ижад итә, 200-ҙән ашыу концерт бирә[3].
2025 йылдың 26 мартында 76 йәшендә инсульт һөҙөмтәһендә вафат була. Ул Мамадыш трактындағы татар зыяратында ерләнгән[4].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге никахынан уның Илгиз исемле улы һәм Әмир исемле ейәне бар.
Икенсе никахы, 1985 йылдан алып, йырсы Регина Сәйфи, уның менән улдары Алмаз һәм Алан, һәм бер ейәне бар.[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://vuslon.ru/news/obschestvo/usel-iz-zizni-narodnyi-artist-tatarstana-marat-sirazetdinov
- ↑ https://rewizor.ru/music/news/v-kazani-proshchautsya-s-pianistom-virtuozom-maratom-sirazetdinovym/
- ↑ Диана Салихзянова. Ушел из жизни Народный артист Татарстана Марат Сиразетдинов. «Волжская новь», 27.03.2025
- ↑ В Казани прощаются с пианистом-виртуозом Маратом Сиразетдиновым. РЕВИЗОР.РУ, 27.03.2025
- ↑ Гөлнар Гарифуллина. «Әз генә калды» дип сизенә иде" — уникаль хәтерле пианист Марат Сираҗетдинов вафат. Интертат, 28.03.2025
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сиражетдинов Марат Фәрит улы. ayaris.ru
- Гөлнар Ғарифуллина . «Ул ғына ҡалған кеүек тойолдо» — Үҙенсәлекле хәтерле пианист Марат Сиражетдинов арабыҙҙан китте. 28.03.2025 йыл .
- 1948 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 26 мартта вафат булғандар
- 2025 йылда вафат булғандар
- Ҡазанда вафат булғандар
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- Татарстандың халыҡ артистары
- Ҡазан дәүләт консерваторияһы уҡытыусылары
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса шәхестәр