Юнысов Марат Сабир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Марат Юнысов битенән йүнәлтелде)
Юнысов Марат Сабир улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 18 март 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1] (84 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Атаһы Юнусов, Сабир Юнусович[d]
Һөнәр төрө химик
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто МДУ-ның химия факультеты[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы

Юнысов Марат Сабир улы (18 март 1940 йыл) — үзбәк һәм Рәсәй химик ғалимы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016). Химия фәндәре докторы (1974), профессор (1983).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Сабир улы Юнысов 1940 йылдың 18 мартында Мәскәүҙә тыуған. Ташкенттың Үҫемлек матдәләре химияһы институтына нигеҙ һалған билдәле ғалим Сабир Юныс улы Юнысовтың улы; Марат Сабир улы ла Өфөгә күскәнсе шул институтта эшләй.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биоорганик химия. Үҫемлек матдәләре химияһы. Алкалоидтар химияһы. Аритмияға ҡаршы Аллапинин средствоһын, аконитин һәм ос-бикукулин биореактивтарын таба.

Монографиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Строение нового дитерпенового алкалоида зераконина и его N. окиси. М., 1987
  • Реакции ликоктониновых алкалоидов с 7,8-метилен-диоксигруппой с Na в жидком аммиаке, 1989
  • Строение таласамина, таласимидина и таласимина. М., 1991.
  • Diterpenoid Alkaloids, 1991
  • Diterpenoid Alkaloids,1993
  • Химия изохинолиновых алкалоидов, 2007
  • Алкалоиды растений Аконита зеравшанского и аконита Аконита корейского. М., 2008
  • Алкалоиды изохинолинового ряда, М., 2011

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ике улы бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Юнусов Марат Сабирович // https://www.biografija.ru/biography/junusov-marat-sabirovich.htm