Эстәлеккә күсергә

Маргарет Этвуд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маргарет Этвуд
ингл. Margaret Atwood
Тыуған көнө

18 ноябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1][2][3][…] (86 йәш)

Ил

 Канада[4][5]

Тормош иптәше

Грэм Гибсон[d][6][7]

Автограф

 Маргарет Этвуд Викимилектә

Ма́ргарет Элеано́р Э́твуд[8] (ингл. Margaret Eleanor Atwood; 1939 йылдың 18 ноябрендә тыуған) — Канаданың инглиз телле яҙыусыһы, шағирә, әҙәби тәнҡитсе, экологик активист һәм феминист. Хәҙерге замандың иң билдәле инглиз телле яҙыусыларына ҡарай. 1987 йылда «Хеҙмәтсе ҡыҙ хикәйәһе» романы өсөн Артур Кларк премияһына лайыҡ була[9], Астурия принцессаһы премияһы[10], Канада генерал-губернаторы премияһы (ике тапҡыр)[11], 2000 һәм 2019 йылдарҙа Букер премияһы («Һуҡыр үлтереүсе» һәм «Васыяттар» романдары өсөн)[12][13], Франц Кафка премияһы лауреаты[14]. Канада ордены компаньоны.

1939 йылдың 18 ноябрендә Оттавала энтомолог Карл Эдмунд Этвудтың һәм диетолог-белгес Маргарет Дороти Килиамдың өс ҡыҙы араһында уртансы булып тыуған. Атаһының тикшеренеүҙәре арҡаһында Маргарет бала сағының күп өлөшөн Оттава, Торонто һәм Су-Сент-Мари араһында сәйәхәт итеп үткәрә[15]. 1957 йылда Маргарет мәктәпте тамамлай.

Маргарет Этвуд әҙәби эшмәкәрлеген 16 йәшендә башлай. 1957 йылда Торонто университетының Виктория колледжына уҡырға инә, унда «Acta Victoriana» журналында шиғырҙар һәм мәҡәләләр баҫтыра. 1961 йылда инглиз теле бакалавры дәрәжәһен алдынғыларҙан булып ала, шулай уҡ философия һәм француз теле буйынса өҫтәмә курстар үтә. 1961 йылда «Double Persephone» шиғырҙар йыйынтығы өсөн Эдвин Джон Пратт (EJ Pratt[16]) исемендәге миҙал бирелә. 1962 йылда Маргарет Массачусетстағы Гарвард университетының Рэдклифф колледжында магистр дәрәжәһен ала. Ул уҡыуын дауам итеп, тағы ике йыл шөғөлләнә, әммә «The English Metaphysical Romance» тип аталған докторлыҡ диссертацияһын тамамламай[15].

Маргарет Этвуд 1968 йылда Джим Полкка кейә-гә сыға һәм 1973 йылда айырыла. Һуңғараҡ ул романсы Грэм Гибсон менән таныша. Гибсон һәм уның ике улы менән Онтарио янындағы Аллистон фермаһына күсә. 1976 йылда фермала уларҙың уртаҡ балаһы Элеонора Джесс Этвуд Гибсон тыуа. 1980 йылда ғаилә Торонтоға ҡайта.

Маргарет Этвудтың «Double Persephone» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1961 йылда «Hawskhead Press» нәшриәтендә баҫылып сыға. 1966 йылда икенсе йыйынтығы, «The Circle Game», сыға. Уға Генерал-губернатор премияһы бирелә. Шул ваҡыттан алып уның 15-тән ашыу шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға, уларҙың күбеһе яңынан нәшер ителә, ә айырым шиғырҙары журналдарҙа һәм альманахтарҙа баҫыла. Өс йылдан һуң, 1969 йылда, уның «Тәмле ҡатын» («Съедобная женщина») исемле беренсе романы баҫылып сыға (урыҫ теленә тәржемәһе — «Лакомый кусочек»). Артабан уның китаптары сыға:

  • «Аңлау» «Постижение» (1972),
  • «Мадам Оракул» (1976),
  • «Динозаврҙар дәүерендә ир һәм ҡатын» «Мужчина и женщина в эпоху динозавров» (1979),
  • «Тән йәрәхәттәре» «Телесные повреждения» (1981).

Роман һәм шиғырҙарҙан тыш, ул үҙенең хикәйәләр йыйынтыҡтарын һәм фәнни тикшеренеүҙәрен баҫтыра.

1985 йылда уның «Рассказ служанки» романы баҫылып сыға. Роман 1985 йылда Генерал-губернатор премияһына һәм 1987 йылда беренсе Артур Кларк премияһына лайыҡ була. Китап 1986 йылда Букер премияһы һәм 1987 йылда Прометей Премияһы шорт-битенә эләгә. Әҫәр буйынса 1990 йылда фильм төшөрөлгән, 2000 йылда опера ҡуйылған, 2016 йылда телесериал төшөрөлгән.

Уның артабанғы китаптары йыш ҡына милли һәм халыҡ-ара китап премиялары менән билдәләнә: «Cat’s Eye» романы (1988) 1988 йылда Генерал-губернатор премияһына һәм Букер премияһы шорт-битенә тәҡдим ителә); «The Robber Bride» романы (1993) 1994 йылда Генерал-губернатор Премияһы финалисы була һәм Джеймс Кесе Типри премияһы шорт-битенә инә; «Она же „Грейс“» романы (1996) Гиллер премияһы лауреаты, 1996 йылда Букер премияһы финалисы, 1994 йылда Генерал-губернатор премияһы финалисы, 1997 йылда Нәфис әҙәбиәт өсөн ҡыҙғылт һары премияһы лауреаты була.

2000 йылда Этвуд «Слепой убийца» романы өсөн Букер премияһын һәм Хаммет премияһын ала. Шулай уҡ 2003 йылда роман Генерал-губернатор премияһына, 2002 йылда Оранж йәки Нәфис әҙәбиәт өсөн ҡыҙғылт һары премияға һәм Дублин әҙәби премияһына номинациялана.

2003—2013 йылдарҙа уның «Трилогия Беззумного Аддама» китабы сыға, был китапҡа түбәндәге романдар инә:

  • «Орикс и Коростель» (2003),
    • 2003 йылғы Букер премияһына номинацияланған,
  • «Год потопа» (2009) һәм
  • «Беззумный Аддам» (2013).

Балалар өсөн китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этвуд шулай уҡ балалар өсөн бик күп китаптар авторы булып тора. Уның беренсе балалар китабы «Up In The Tree» 1978 йылда автор иллюстрациялары менән сыға. «Wandering Wenda» анимация сериалының нигеҙенә Этвудтың «Wandering Wenda and Widow Wallops Wunderground Washery» китабы һалынған. Сериал 2017 йылда CBC Kids каналында трансляциялана башлай[17].

Нәфис китаптарҙан тыш, Маргарет Этвуд бик күп фәнни әҫәрҙәр авторы булып тора. Улар иҫәбенә әҙәби тәнҡит, тикшеренеүҙәр, автобиографик очерктар, китаптарға күҙәтеүҙәр, сәйәси һәм экологик эсселар һәм башҡа журналистика инә. Уның иң билдәле ғилми хеҙмәттәре булып «Survival: A Thematic Guide to Canadian Literature» тора. Унда ул Канада әҙәбиәтен ҡотолоу һәм ҡорбан күҙлегенән ҡарай, һәм «История долгов наших. Долги и тёмная сторона богатства» хеҙмәтендә тикшеренеү предметы булып кредитлау һәм үҙләштереү тора, һәм был күренештәр финанс, психологик, теологик, әҙәби һәм экологик күҙлектән өйрәнелә.

Киләсәк китапханаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этвуд рәссам Кэти Патерсондың «Киләсәк китапханаһы» проектында ҡатнаша. Проект сиктәрендә йыл һайын бер әһәмиәтле заманса яҙыусы үҙенең әҫәрен һаҡлауға тапшыра, ул 2114 йылға тиклем уҡылмай һаҡлана. Маргарет Этвуд 2015 йылдың майында «Scribbler Moon» (рус. «Летописец Луны») ҡулъяҙмаһын тапшыра[18].

Наградалары һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1969 — Съедобная женщина / The Edible Woman
  • 1972 — Постижение / Surfacing
  • 1976 — Мадам Оракул / Lady Oracle
  • 1979 — Мужчина и женщина в эпоху динозавров / Life Before Man
  • 1981 — Телесные повреждения / Bodily Harm
  • 1985 — Рассказ служанки / The Handmaid’s Tale
  • 1988 — Кошачий глаз / Cat’s Eye
  • 1993 — The Robber Bride
  • 1996 — Она же «Грейс»[en] / Alias Grace
  • 2000 — Слепой убийца / The Blind Assassin
  • 2005 — Пенелопиада / The Penelopiad
  • 2014 — Scribbler Moon (будет опубликована в 2114)
  • 2015 — The Heart Goes Last — до публикации в полном виде этот роман также издавался по частям отдельными выпусками:
    • 2012 — I’m Starved For You: Positron, Episode One
    • 2012 — Choke Collar: Positron, Episode Two
    • 2013 — Erase Me: Positron, Episode Three
    • 2013 — The Heart Goes Last: Positron, Episode Four
  • 2016 — Ведьмино отродье / Hag-Seed
  • 2019 — Заветы / The Testaments

Трилогия Беззумного Аддама / The MaddAddam Trilogy

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 2003 — Орикс и Коростель / Oryx and Crake
  2. 2009 — Год потопа / The Year of the Flood
  3. 2013 — Беззумный Аддам / MaddAddam

Хикәйәләр йыйынтыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1977 — Dancing Girls
  • 1983 — Murder in the Dark
  • 1983 — Bluebeard’s Egg
  • 1991 — Wilderness Tips
  • 1992 — Good Bones
  • 1994 — Good Bones and Simple Murders
  • 1996 — The Labrador Fiasco
  • 2006 — The Tent
  • 2006 — Moral Disorder
  • 2014 — Stone Mattress

Шиғыр йыйынтыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1961 — Double Persephone
  • 1964 — The Circle Game
  • 1965 — Expeditions
  • 1966 — Speeches for Doctor Frankenstein
  • 1968 — The Animals in That Country
  • 1970 — The Journals of Susanna Moodie
  • 1970 — Procedures for Underground
  • 1971 — Power Politics
  • 1974 — You Are Happy
  • 1976 — Selected Poems
  • 1978 — Two-Headed Poems
  • 1981 — True Stories
  • 1983 — Love Songs of a Terminator
  • 1983 — Snake Poems
  • 1984 — Interlunar
  • 1966—1984 — Selected Poems (Canada)
  • 1976—1986 (US) — Selected Poems II
  • 1995 — Morning in the Burned House, McClelland & Stewart
  • 1965—1995 (UK,1998) — Eating Fire: Selected Poems
  • 2007 — The Door
  • 2020 — Dearly[19]

Балалар өсөн китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1978 — Up in the Tree
  • 1980 — Anna’s Pet (with Joyce C. Barkhouse)
  • 1990 — For the Birds (with Shelly Tanaka)
  • 1995 — Princess Prunella and the Purple Peanut
  • 2003 — Rude Ramsay and the Roaring Radishes
  • 2006 — Bashful Bob and Doleful Dorinda
  • 2011 — Wandering Wenda and Widow Wallop’s Wunderground Washery
  • 1972 — Survival: A Thematic Guide to Canadian Literature
  • 1977 — Days of the Rebels 1815—1840
  • 1982 — Second Words: Selected Critical Prose
  • 1986 — Through the One-Way Mirror
  • 1995 — Strange Things: The Malevolent North in Canadian Literature
  • 2002 — Negotiating with the Dead: A Writer on Writing
  • 1982—2004 — Moving Targets: Writing with Intent
  • 1983—2005 — Writing with Intent: Essays, Reviews, Personal Prose
  • 2008 — История долгов наших. Долги и тёмная сторона богатства /Payback: Debt and the Shadow Side of Wealth
  • 2016 — Angel Catbird
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118646168 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  2. (not translated to en-gb) Light in the wilderness (билдәһеҙ)(untranslated), 2003. — ISSN 1756-3224; 1354-4322; 0261-3077
  3. Margaret Atwood // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. http://www.nytimes.com/2006/03/07/books/07fair.html
  5. http://www.nytimes.com/2009/02/19/sports/19iht-tennisram19.20303997.html
  6. Freebase (ингл.) — 2007.
  7. Google Books (билдәһеҙ) — 2005.
  8. В ряде старых изданий, в частности в Ежегодниках БСЭ за 1980 и 1982 годы, фамилия писательницы пишется Атвуд
  9. Arthur C. Clarke Award 1987 2016 йыл 5 март архивланған. (Science fiction awards database)
  10. Princess of Asturias Award for Literature 2008. Дата обращения: 24 апрель 2017. Архивировано 25 октябрь 2017 года.
  11. Cumulative List of Winners of the Governor General's Literary Awards. Дата обращения: 24 апрель 2017. Архивировано из оригинала 24 апрель 2017 года.
  12. Rebecca Allison. Atwood wins Booker prize. Guardian News (7 ноябрь 2000). Дата обращения: 5 сентябрь 2015. Архивировано 23 декабрь 2015 года.
  13. The Booker Prize 2019 | The Booker Prizes. thebookerprizes.com. Дата обращения: 15 октябрь 2019. Архивировано 14 октябрь 2019 года.
  14. Společnost Franze Kafky - Cena Franze Kafky. www.franzkafka-soc.cz. Дата обращения: 15 ноябрь 2017. Архивировано 2 август 2019 года.
  15. 1 2 Luminarium Margaret Atwood Page. www.luminarium.org. Дата обращения: 22 февраль 2018. Архивировано 6 февраль 2018 года.
  16. E. J. Pratt
  17. Alliterative adventures ahead as Atwood's Wandering Wenda set for TV  (инг.), CBC News.
  18. Hello Monday - www.hellomonday.com. Future Library, 2014 - 2114. www.futurelibrary.no. Дата обращения: 22 февраль 2018. Архивировано 21 февраль 2018 года.
  19. Margaret Atwood. Dearly (ингл.). www.penguin.co.uk. Дата обращения: 27 ноябрь 2020. Архивировано 1 декабрь 2020 года.