Маргарита Карловна Врангель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Маргарита Карловна Врангель
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Germany (3-2 aspect ratio).svg Веймар Республикаһы
Тыуған көнө 7 ғинуар 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Мәскәү ҡалаһы[2]
Вафат булыу көнө 21 март 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2] (55 йәш)
Вафат булған урыны Веймар Республикаһы, Штутгарт[d]
Нәҫеле Врангели[d]
Туған тел Немец теле һәм рус теле
Һөнәр төрө химик, университет профессоры, агроном
Эшмәкәрлек төрө Химия
Эш биреүсе Университет Хоэнхайм[d]
Уҡыу йорто Тюбинген университеты[d]
Ҡултамға
Commons-logo.svg Маргарита Карловна Врангель Викимилектә

Маргарита Карловна Врангель (1876/1877 — 1932) — немец сығышлы рус ҡатын-ҡыҙ химигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәүҙә Рәсәй император армияһы полковнигы, үҙенең алыҫ туғаны баронесса фон Врангелға (1843—1927) өйләнгән Карл Фабиан барон фон Врангель ғаиләһендә (1839—1899) тыуған[4]. Ғаилә йыш ҡына күсеп йөрөгән һәм Маргаритаға Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә уҡырға тура килгән, ә 1888 йылда атаһы хәрби хеҙмәт буйынса Ревелға күсерелгәс, Маргарита Врангель немец ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбендә уҡый башлай. Уның математикаға һәм тәбиғи предметтарға әүәҫлеге иртә күренгән. 1894 йылда ул мәктәпте уҡытыусы диплом менән тамамлай. Бер нисә йыл дауамында ул шәхси дәрестәр бирә; шулай уҡ һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә һәм хикәйәләр яҙа.

Грайфсвальд университетын барып күреү уның тормошонда боролошло бер дәүер була. 1904 йылдың яҙында Тюбинген университетына уҡырға инә. 1909 йылда ул «Isomerie Erscheinungen beim Formylglutaconsäureester und seinen Bromderivaten» (нем.) тигән диссертацияһын иҫ киткес кимәлдә яҡлай һәм нобель премияһы лауреаттары Лондонда Уильям Рамзайҙа һәм Парижда Мария Кюриҙа эшләй[5]. 1912 йылдың аҙағында өйгә ҡайтҡандан һуң, Эстония крәҫтиән союзы тәжрибә станцияһын етәкләй. 1917 йылдан, большевиктар тарафынан ҡулға алынып, немец һалдаттары әсирлектән азат иткәндән һуң, уны шул саҡтағы директор һәм илдең буласаҡ иҡтисад министры Һерман Вармбольд Ревель ҡалаһы дәүеренән үк белгәнлектән һәм яҡшы баһалағанлыҡтан, Маргарита Врангель Германияға, атап әйткәндә, Гогенгейм университетына килеп эләгә.

Маргарита Врангель, икенсе диссертация яҡлап, приват-доцент вазифаһын ала. 1923 йылда, ир-ат ғалимдарҙың ҙур ҡәнәғәтһеҙлегенә сәбәп биреп, Вюртемберг министрлығы, уны Гогенгейм университетының үҫемлектәрҙе ашлау кафедраһы профессоры һәм үҫемлектәр проблемалары менән шөғөлләнгән институттарҙың береһенә директор итеп тәғәйенләй. Коллегалары менән мөнәсәбәте уның бер төрлө генә булмай: ҡайһы берҙәре Врангелды тәкәбберлектә ғәйепләй, икенселәре уның юморына һәм үҙенән-үҙе көлә белеүенә һәм изгелегенә һоҡлана.

XX быуат башында ҡайһы бер европа илдәрендә ҡатын-ҡыҙ профессорҙарҙың кейәүҙә булыуы мөмкин булмаған. Һәм Маргарита Врангель 1928 йылда Владимир Андроников, һәләк булған тип һаналған бала саҡ дуҫына, кейәүгә сыҡҡас, тик уның өсөн генә ҡағиҙәнән айырым рөхсәт бирелгән: ул институтта уҡытыуын һәм етәксе булып эшләүен дауам иткән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека et al. Record #118807927 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. FemBio
  4. Stackelberg, Otto Magnus von Genealogisches Handbuch der estländischen Ritterschaft. Т. 1. — Гёрлиц, 1931. — С. 592.
  5. У Рамзая она работала в 1910 году; в 1911 году была доцентом в Институте неорганической и физической химии в Страсбурге; в лаборатории Марии Кюри она проработала несколько месяцев в 1912 году

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рулёв А., Воронков М. Жемчужины химической науки // Наука и жизнь. — 2012. — № 10. — С. 78. — ISSN 0028-1263.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Ҡалып:Normdaten