Маргит Шлахта

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Маргит Шлахта
Margit Slachta
Slachta Margit.jpg
Тыуған:

18 сентябрь 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Венгрия, Касса ҡалаһы

Вафат:

15 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (34 йәш)

Вафат урыны:

АҠШ, Нью-Йорк штатының Буффало ҡалаһы

Гражданлығы:

Венгрия

Дине:

католик

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре

Атаһы:

Кальман Шлахта (1857—1936)

Әсәһе:

Борбала Саросси Сарос (1855—1936)

Commons-logo.svg Маргит Шлахта Викимилектә

Маргит Шлахта[1] (мадьярса  Slachta Margit; 18 сентябрь 1884 йыл — 6 ғинуар 1974 йыл) — венгр йәмәғәт эшмәкәре. 1920 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып Венгрия Парламентына һайлана, 1923 йылда Социаль хеҙмәтләндереү туташтары һәм Ҡатын-ҡыҙҙарҙың католик дини институттарына нигеҙ һала.[2]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маргит Шлахта 1884 йылдың 18 сентябрендә Венгрияның Касса ҡалаһында тыуған. Уның ата-әсәһе затлы аристократтар тоҡомонан: атаһы Кальман Шлахтаның (1857—1936) ата-бабалары юғары ҡатлам поляктар вәкиле, әсәһе Борбала Саросси Сарос (1855—1936) алпауыт (помещик) ҡыҙы була.

Маргит йәш саҡта ата-әсәһе менән бер ни тиклем ваҡыт АҠШ-та йәшәй.[3] Венгрияға ҡайтҡас, Маргит Будапешттағы католик мәктәптә уҡый, француз һәм немец телдәре уҡытыусыһы булып эшләй.

Маргит Шлахтаның сәйәси карьераһы Беренсе донъя һуғышынан һуң башлана: был ваҡытта ул Венгриялағы һайлауҙарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға тауыш биреү хоҡуғы өсөн көрәшә.

Кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы булараҡ ул Венгрияла ҡатын-ҡыҙ мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе ойошма — Католик ҡатын-ҡыҙҙар союзын төҙөй[3], 1920 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып Венгрия Парламентына һайлана.[4][5] 1908 йылда Шлахта Социаль миссия йәмғиәте (Общество социальной миссии) дини ойошмаһына ҡушыла (инә). 1923 йылда Социаль хеҙмәт туташтары институтын нигеҙләй. Социаль туташтар бөтә Венгрия буйынса билдәлелек яулай: улар, шәфҡәт туташтары, акушеркалар булараҡ, халыҡҡа ярҙам күрһәтә һәм торор урындары булмағандар өсөн приюттар ойоштора.[6] Союз Будапешта һәм Клужда социаль хеҙмәт өлкәһендә һөнәри белем биреүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Дини община эшендә күп студенттар әүҙем ҡтнаша.[3]

1938 йылда Венгрияла йәһүдтәргә ҡаршы тәүге ҡанундар (Первые антиеврейские законы) ҡабул ителә. Был ваҡыттан башлап Шлахта үҙенең Голос Духа шәхси гәзитендә баҫылған мәҡәләләрендә йәһүдтәрҙе яҡлап сығыш яһай. 1943 йылда хөкүмәт уның гәзитен яба, әммә Шлахта "подполье"ла мәҡәләләр баҫтырыуын дауам итә.[6]

1940 йылда Венгрия нацистик блок державаларына ҡушыла. Ошо йылдың көҙөндә йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү башлана. Шлахта шунда уҡ был ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдерә. 9 декабрҙә Оборона министрлығынан тотолғандарҙы азат итеү фарманы менән телеграмма килгәс, ҡыҫырыҡлау саралары туҡтатыла.[6]

Икенсе донъя һуғышы йылдарында Шлахта яҡлылар эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән йәһүдтәрҙе йәшерә, мәжбүри хеҙмәткә һәм йәһүдтәрҙе ҡыйырһытҡан ҡанундарға ҡаршы сыға. 1943 йылда улар Рим папаһының йәһүдтәрҙе эҙәрлекләүҙе ғәйепләгән башланғыстарын яҡлау өсөн Италия баш ҡалаһына бара.[7]

1941 йылда Гитлер Германияһының Советтар Союзына баҫып инеүендә Венгрия ла ҡатнашҡас, Шлахта йәһүдтәрҙең венгр хеҙмәт армияһына мәжбүри эштәргә күп меңәрләп йәлеп ителеүенә ҡаршы сыға: йәһүдтәр йәрәхәт алыу һәм үлем ҡурҡынысы юғары дәрәжәлә янаған эштәр башҡарырға тейеш була.

Шлахта һүҙҙәренсә, уларҙың дини инаныуҙары, хатта үҙҙәренең һәләк булыуына китерер осраҡта ла, бары бер йәһүдтәрҙе яҡлауҙы талап итә. 1944 йылда нацистар Венгрияны баҫып алғас, йәһүдтәрҙе күпләп депортациялау башлана. Шлахтаның туташтары кешеләрҙе депортациялауҙан ҡотҡарыр тигән ышаныс менән молебен үткәрә, йәһүд геттоһына аҙыҡ-түлек ебәрә, монастырҙарҙа кешеләргә приют бирә. Шлахта менән туташ Сара Шалкахази был эштәре өсөн атып үлтерелеүҙән бары тик мөғжизә арҡаһында ғына ҡотолоп ҡала. Туташтар 2000-дән күберәк венгр йәһүден үлемдән ҡотҡара.[8] 1985 йылда[9] «Яд ва-Шем» Маргит Шлахтаны Донъя халыҡтары праведнигы (Праведник народов мира) тип таный.[10]

1945 йылғы һайлауҙан һуң Шлахта эшен парламентта дауам итә: ул Граждандар демократик партияһы исемлеге буйынса депутат итеп һайлана. 1946 йылдың ғинуарында ул партиянан сыға һәм ирекле (бойондороҡһоҙ) кандидат булараҡ эшләй.[11] Артабан Христиан ҡатын-ҡыҙҙар Лигаһы (Христианская женская Лига) һайлауҙарҙа үҙ аллы ҡатнаша һәм 1947 йылда парламентта дүрт урын алыуға өлгәшә.[12] 1949 йылда, ҡулға алыныуҙан ҡасып, Шлахта доминикансылар монастырында йәшеренергә мәжүр була. Төрмәгә ябылыу ҡурҡынысына ҡарамаҫтан, ул 1949 йылдың 15 майындағы һайлауға килә. 1949 йылдың йәйендә илдән сығып китә һәм Etelka Tóth исеме менән Америка Ҡушма Штаттары буйлап сәйәхәткә юллана.

АҠШ-та Борбала Немес псевдонимы менән Шлахта Азат Европа радиоһына эшләй, хат алышыуҙы Маргит Немеш исеме менән алып бара. 1951 йылда Венгрияға ҡайтыу ышанысы менән ул Венаға бара. Өмөттәре селпәрәмә килеү сәбәпле, 1953 йылдың 5 майында Маргит Шлахта инде үҙ исеме кире АҠШ-ҡа китә.

Маргит Шлахта 1974 йылдың 6 ғинуарында Нью-Йорк штатының Буффало ҡалаһында вафат була.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • A puszták rejtekéből az élet centrumába (Budapest, 1918)
  • Elkapott sugarak (Budapest, 1927) (útiélmények az Egyesült Államokból)
  • Pünkösdi tűz (Budapest, 1944)
  • Sugárzó élet. Válogatás Slachta Margit testvér gondolataiból. (Budapest, 1993)

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мона Илона. (1997). Шлахта Маргит

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Венгрия. Новейшая история. Маргит Шлахта. на сайте http://aboutmagyar.ru
  2. Bartov O. & Mack, P. (2001).
  3. 3,0 3,1 3,2 Sheetz-Nguyen, Jessica.
  4. Rogow, S.M. (2005).
  5. Phayer, M. (2000) The Catholic Church and the Holocaust, 1930—1965. p. 117 (ISBN 9780253337252)
  6. 6,0 6,1 6,2 Sheetz, Jessica A., «Margit Slachta and the early rescue of Jewish families, 1939-42»
  7. Wallenberg Emblekbizottsag
  8. Michael Phayer; The Catholic Church and the Holocaust, 1930—1965; Indiana University Press; p.117-
  9. Mona, Ilona. (1997).
  10. The Righteous Among The Nations - Slachta Margit (1884-1974). Yad Vashem The Righteous Among The Nations Database (October 19, 2013).
  11. Mária Palasik (2011) Chess Game for Democracy: Hungary Between East and West, 1944—1947, McGill-Queen’s Press, p. 39
  12. Nohlen, D & Stöver, P (2010) Elections in Europe: A data handbook, p931 ISBN 978-3-8329-5609-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]