Мариенберг ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мариенберг ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт Flag of Germany.svg Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Вюрцбург[d][1]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Майн[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 268 Метр
Хужаһы Bavarian Administration of State-Owned Palaces, Gardens and Lakes[d]
Архитектура стиле архитектура барокко[d] һәм Яңырыу архитектураһы[d]
Мираҫ статусы памятник архитектуры в Баварии[d]
Почта индексы 97082
Рәсми сайт museum-franken.de/en/vis…
Commons-logo.svg Мариенберг ҡәлғәһе Викимилектә

Мариенберг ҡәлғәһе (нем. Festung Marienberg) — Түбәнге Франконияла Вюрцбург ҡалаһы өҫтөндәге ҡеүәтле нығытма.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кельт ваҡыттарында уҡ ҡәлғә торған тауҙа ҡоймаланып алынған ауыл һәм мәжүсилек ғибәҙәтханаһы булған. Уның урынына Вюрцбургтың иң боронғо Мариенкирхе сиркәүе төҙөлә, унда Вюрцбург епископтарын ерләгәндәр. Майн янында ҡәлғә аҫтында изге Буркхард исемен йөрөткән ҡаланың иң боронғо сиркәүе урынлаша.

Күп быуаттар дауамында ҡәлғә күп тапҡыр яңынан ҡоролған. Һаҡланып ҡалған иң бороғо өлөштәренең йәше мең йылдан ашыу. 1253 йылдан алып 1719 йылға тиклем Мариенберг ҡәлғәһе Вюрцбург кенәздәре-епископтарының резиденцияһы булған. 1573 йылдан ҡәлғәне Яңырыу дәүере стилендә замок итеп үҙгәртеп ҡороу башлана. Утыҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында 1631 йылда ҡәлғәне шведтар яулап ала, барокко стилендә яңынан үҙәгртеп төҙөлә, һәм уның эргәһендә кенәз баҡсаһы эшләнә.

Кенәздең-епископ Иоһанн Филипп фон Шёнборн (1642—1673) бойороғо буйынса күп һанлы өҫтәмә хәрби һәм бастиондар төҙөлә. Ҡәлғә эсендә шулай уҡ 105 метр тәрәнлектә ҡоҙоҡ була.

Майнға поход ваҡытында 1866 йылда прус армияһы король бавар ҡәлғәһе булып хеҙмәт иткән Мариенбергты утҡа тота, әммә ҡәлғәнең артиллерияһы был утҡа һөҙөмтәле яуап бирә, һәм Мариенбург тыныслыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғанға тиклем тора ала.

Бөгөн Мариенберг ҡәлғәһе Вюцбургтың төп иҫтәлекле урындарының береһе булып тора, унда Майн Франконияһының һәм Фюрстенбауҙың музейҙары бар.

Мариенберг ҡәлғәһе Майн йылғаһы өҫтөндә. Күпер өҫтөндә уң яҡта — изге Буркхард сиркәүенең ике манараһы

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Замки Баварии
  • Вюрцбург

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 archINFORM — 1994.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]