Мария Виттек
Мария Виттек | |
пол. Maria Stanisława Wittek | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Польша |
Тыуған көнө | 16 август 1899[2] |
Тыуған урыны | Trębki[d], Щавин-Косцельны[d], Гостынинский повет[d], Мазовия воеводлығы[d], Польша |
Вафат булған көнө | 19 апрель 1997[2] (97 йәш) |
Вафат булған урыны | Варшава, Польша |
Ерләнгән урыны | Воинское Повонзки[d] |
Һөнәр төрө | офицер |
Хәрби звание | бригадный генерал[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | Армия крайова[d] |
Ойошма ағзаһы | Польское историческое общество[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мария Виттек Викимилектә |
Мария Виттек (пол. Maria Wittek; шартлы исем: Мира, Пани Мария; 16 август 1899 йыл, Трембки ауылы, Поляк батшалығы — 19 апрель 1997 йыл, Варшава, Польша) ― бригада генералы хәрби званиеһы бирелгән беренсе поляк ҡатын-ҡыҙы. Звание уға инде пенсияға сыҡҡас 1991 йылда бирелә. 18 йәшенән алып Польша армияһында һәм төрлө хәрби ойошмаларҙа хеҙмәт иткән. Бер ҡасан да кейәүҙә булмаған.
Иртә тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Виттек Польшаның Рәсәй өлөшөндә тыуған. Атаһы, Станислав Виттек, балта оҫтаһы була, Польша Социалистик партияла тора һәм 1915 йылда Рәсәй властары тарафынан ҡулға алыныуҙан ҡасыу өсөн ғаиләһе менән бергә Украинаға күсә. Мария мәктәптә үк Киевтағы скаут отрядына инә. Һуңынан ул Киев университеты математика факультетының тәүге ҡатын-ҡыҙ- студенты була. Шул уҡ ваҡытта, уның йәшерен поляк Organizacja Wojskowa (Польша хәрби ойошмаһы) ойошмаһына инә ― унтер-офицерҙарҙың әҙерлек курсын тамамлай. 1919 йылда армияға китә, Украинала большевиктар менән һуғыша. Һуңынан, 1920 йылда, ирекмәндәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар отряды һалдаты булараҡ, Львов өсөн һуғыштарҙа көрәшә һәм тәүге тапҡыр юғары Virtuti Militari поляк миҙалы менән бүләкләнә[3]
Ике һуғыш араһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1928 йылдан алып 1934 йылға тиклем Виттек Przysposobienie Wojskowe Kobiet, ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәрби хеҙмәткә профессиональ әҙерлек ойошмаһы командиры була. 1935 йылда Варшаванан алыҫ түгел Беляны ҡалаһында физик тәрбиә һәм хәрби әҙерлек институтының ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр[4]
Икенсе Бөтә донъя һуғыш ваҡытында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Польшаға баҫып инеү ваҡытында Мария Виттек Ҡатын-ҡыҙҙар батальоны командиры була. 1939 йылдың октябрендә ул Ҡораллы көрәш берлегенең йәшерен төркөмөнә инә, ул һуңғараҡ Крайова армияһы итеп үҙгәртелә. Генерал Ровецкий штабы эргәһендәге һуңынан ― Тадеуш Коморовскойҙың ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәте бүлеген етәкләй. Варшава ихтилалында ҡатнаша һәм подполковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Капитуляциянан һуң немец әсирлегенән ҡасып китә һәм йыйылған халыҡҡа ҡушылып Варшава емереклектәрен ташлап китә. 1945 йылдың ғинуарына тиклем бөтөрөлгәнгә тиклем Крайова армияһында үҙенең вазифаһында хеҙмәт итеүен дауам итә[5].
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Польшаның коммунистик хөкүмәте Физик тәрбиә һәм хәрби әҙерлек институты асҡандан һуң, ул яңынан ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге начальнигы булып уның алдағы вазифаһына кире ҡайта. Әммә 1949 йылда Виттек властар тарафынан ҡулға алына һәм бер нисә ай төрмәлә үткәрә. Азат ителгәндән һуң гәзит киоскыһында эшләй. 1991 йылдың 2 майында коммунистарҙың властан баш тартыуынан һуң Польша президенты Лех Валенса уны бригада генералы итеп үрләтә. Шулай итеп, Мария Виттек генерал исеменә лайыҡ булған беренсе поляк ҡатын-ҡыҙы була[5].
2007 йылдың 19 апрелендә уның вафатына ун йыл тигәндә Варшавала Польша Ғәскәрҙәре музейында уның хөрмәтенә натураль ҙурлыҡта бронза һәйкәл ҡуйыла.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Virtuti Militar көмөш тәреһе (ике тапҡыр)
- Ҡылыстар менән Бойондороҡһоҙлоҡ тәреһе
- Батырҙар Тәреһе
- Варшаваның баш күтәреүселәр тәреһе
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эльжбета Завацкая ― вторая и последняя полька, удостоившаяся звания генерала бригады.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #1245955527 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Maria Stanisława Wittek // Польский биографический онлайн-словарь (пол.)
- ↑ made by Łukasz Mydlarski & Marcin Kuhiwczak; design by Patryk Rydzyk || CZST www.czst.wp.mil.pl 2009...:: Ministerstwo Obrony Narodowej - serwis internetowy :: Aktualności ::... archiwalny.mon.gov.pl.Дата обращения: 20 мая 2016.
- ↑ made by Łukasz Mydlarski & Marcin Kuhiwczak; design by Patryk Rydzyk || CZST www.czst.wp.mil.pl 2009. ..:: Ministerstwo Obrony Narodowej - serwis internetowy :: Aktualności ::... archiwalny.mon.gov.pl. Дата обращения: 20 мая 2016.
- ↑ 5,0 5,1 made by Łukasz Mydlarski & Marcin Kuhiwczak; design by Patryk Rydzyk || CZST www.czst.wp.mil.pl 2009. ..:: Ministerstwo Obrony Narodowej - serwis internetowy :: Aktualności ::.. archiwalny.mon.gov.pl. Дата обращения: 20 май 2016.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография 2016 йыл 21 июль архивланған. (инг.)
- Фотография памятника