Эстәлеккә күсергә

Мария Ланг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Ланг
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Псевдоним Maria Lang
Тыуған көнө 31 март 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Вестерос[d], Швеция
Вафат булған көнө 8 октябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (77 йәш)
Вафат булған урыны Нора[d]
Ерләнгән урыны Nora north cemetery[d][2]
Туған тел швед теле
Яҙма әҫәрҙәр теле швед теле
Һөнәр төрө яҙыусы, сценарий яҙыусы, мәктәп уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Стокгольм университеты[d]
Ғилми дәрәжә фән докторы[d][3]
Ойошма ағзаһы Шведская академия детективных писателей[d]
Жанр криминальный роман[d]
Тасуирлау биттәре nordicwomensliterature.net/…
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Мария Ланг Викимилектә

Дагмар Мария Ланге (псевдонимы — Мария Ланг) (швед. Dagmar Maria Lange (Maria Lang); 31 март 1914 йыл, Вестерос, Швеция — 9 октябрь 1991 йыл, Нура, Швеция) — швед яҙыусыһы, детективтар авторы, педагог.

Дагмар Мария мөхәррир Класс Бернард Ланге һәм Эльса Кейсерҙың берҙән-бер ҡыҙы булған. 1916 йылда атаһы вафат була. Уның үлеменең сәбәбе тураһында әсәһе һөйләргә яратмаған, был тыйылған табу тема була[4]. Аҙаҡ ул үҙенән ун йәшкә өлкәнерәк ваҡ сауҙагәр Карл Ивар Ульссонға кейәүгә сыға. Был парҙың ике ҡыҙы тыуа. Һапалы һәм диндар үгәй атаһы Дагмар Марияға иғтибарлы булған, һәм был уның иртә үҫешенә йоғонто яһай.

Ун ике йәшендә ҡыҙ китап уҡыу менән мауыға башлай, һәм был ғәҙәте ғүмере буйына ҡала. Айырым алғанда, Шарлотта, Эмили һәм Энн Бронте, Чарлз Диккенс, Виктор Гюго, Лев Николаевич Толстой һәм башҡа күп авторҙарҙың әҫәрҙәрен уҡыған. Тыумыштан килгән үҙенсәлеге арҡаһында, аҙ, тәүлегенә дүрт-биш сәғәт кенә йоҡлағанлыҡтандыр ҙа, китап күп уҡый . Өлкәнәйеп еткәс, ул Эсаяс Тегнер һәм Пер Лагерквистарҙы иң бөйөк швед яҙыусылары тип һанай.

Ғаилә бик ябай йәшәгән. 1933 йылда Дагмар Мария урта мәктәпте тамамлаған. Бик һуң — өләсәһенең мираҫы арҡаһында ғына — Уппсаль университетына уҡырға ингән. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул, Мария Лангтың тәүге китабының төп образдары — Карин Бойе һәм Вивека кеүек, Стокгольм университетына (ул саҡта Стокгольм юғары мәктәбе тип аталған) уҡырға инең мөмкинлегенә ирешә. Уҡытыусы булып, үҙ тормошон тәьмин итә. 1946 йылда, швед философы һәм эстеты Карл Понтус Викнер тураһында «Беллетрист булараҡ Понтус Викнер» тигән хеҙмәтен яҙып, филолог дипломына (һөнәре — әҙәбиәт тарихы) эйә була.

1948 йылдан 1974 йылға саҡлы Мария Ланг бер үк стокгольм Яңы урта мәктәбе — Альстрем мәктәбендә (Nya elementärskolan — Ahlströmska skolan) уҡыта. 1968 йылға тиклем, директор вазифаһында үтәгәндә, хеҙмәт торлағында — Коммендерсгатан урамы, 31 адресы буйынса мәктәп бинаһына һулдан төкәтеп һалынған флигелдә йәшәгән.

1974 йылда пенсияға сыҡҡас, Мария Ланг 1979 йылда Нурала — кейәүгә сыҡмай, яңғыҙ, урманлы матур күренешле Бергслаген өлкәһе ҙур ауылында местечко 12 йыл — яҡты донъянан киткәнгә тиклем йәшәй. Илһам алыу маҡсатында, төндә йыш ҡына Нурашён күле яры буйлап оҙаҡ итеп йөрөгән. Рәхмәтле халыҡ тап ошо урында яҙыусының һәйкәлен — бюсын ҡуйған. Уның бик күп әҫәрҙәре Нура ҡалаһының прообразы булған Скуга ҡаласығы менән бәйле, һәм әлеге ваҡытта ҡала туристик бюроһы оригиналь хеҙмәт — китаптарында урын алған ваҡиғалар булып үткән урындар буйынса маршрут тәҡдим итә. Мария Ланг шул уҡ ҡаланың Төньяҡ зыяратында оло хөрмәт менән ерләнгән. Нурала ул яратҡан күлгә алып барған бер тыҡрыҡ уның исемен йөрөтә.

Мария Ланг, ғауғаға сәбәп булған «Үлтереүселәр генә алдашмай» тигән романы донъя күргәндән һуң, 1949 йылда, баҫыла башлай. Артабан ул «йыл һайын —кәм тигәндә бер китап» тигән девизына тайпылышһыҙ тоғро ҡала һәм бөтә ғүмере эсендә өлкәндәр өсөн 43 детектив һәм балалар өсөн — 4 китап сығара. Яҙыусы ижады бик уңышлы була: һәр баҫма шаҡтай ҙур — 40 000 данаға саҡлы тираж менән сыға. 1964 йылдан башлап 1980 йылға саҡлы шулай уҡ VeckoJournalen журналына музыка, шул иҫәптән, опера күҙәтеүҙәре яҙа.

1971 йылда Мария Швед детектив академияһына 13 нигеҙ һалыусының береһе булһа ла, 1973 йылда, академия Уолтер Нилиҙың (англ. Walter Neely) «The Walter Syndrome» китабын, иң яҡшы тәржемәләнгән швед телле детектив тип бүләкләгәне менән ризалашмаған өсөн, ағзалыҡ иҫәбенән төшөп ҡалған. Тәржемәлә — «Min vän Walter» «Минең дуҫым Уолтер».

Бөтә әҫәр персонаждарҙың Мария Лангтың бөтә (балалар өсөн әҫәрҙәренән башҡа) даими персонаждарының береһе — оҙон буйлы ябыҡ Кристер Вийк. Аҡыллы, ирониялы, гел генә төрөпкәле, «Өс өләсәй»ҙә генә, ул саҡта саҡ ун йәштә генә булыу сәбәпле, сираттағы енәйәтте тикшермәй. Был полиция комиссары 1919 йылда тыуған. Уға ҡатыны Камилла (1931 й. тыуған) — данлыҡлы опера йырсыһы эшендә ярҙам итә. Мария Лангтың иртә повестарының төп персонажы —зәңгәр күҙле буйы ҙур булмаған ҡуңыр сәсле Пак унан алты йәшкә өлкәнерәк[5]. Мәҫәлән, профессор-египтолог Юханнес Экстедт үҙенең ҡыҙына шуҡ шекспир мәҙәксе-эйәһенең исемен ҡушҡан. Һуңынан ул детектив яратыусы филолог Эйнар Буреға кейәүгә сыға. Мария Лангтың икенсел геройҙарына олпат сержант Оке Нурд һәм тәжрибәле суд медигы Альгрен инә. Һәм, ниһайәт, бер нисә әҫәрҙә урын алған, — яңғыҙ, бер ни тиклем булдыҡһыҙ, әммә аҡыллы һәм төплө Альми Граан — Лангың үҙенең alter ego-һы, криминаль повестар авторы. Шул уҡ ҡалын быялалы күҙлек, шул уҡ төндә йөрөү ғәҙәте, йәше лә бер үк тиерлек (Альми бер йәшкә өлкәнерәк). «Almi Graan» — «Maria Lang» псевдонимының анаграммаһылыр ул. Һәр баҫылып сыҡҡан китап менән был персонаждар өлкәнәйә бара. Ваҡиғалар башлыса Скугала — автор бик яҡшы белгән мөхиттә үҫешә.

Яҙыусының әҙәбиәткә индергән өлөшө тәнҡитселәргә ике яҡлы тәьҫир итә. Бер яҡтан, ҡайһы бер яһалмалылыҡ һәм төп һыҙаттарҙа ғына бирелгән кеүек. Хатта Ланг үҙе лә, «Ҡара йәй» әҫәрендәге хикәйәләүҙә «Альми Граан дөрөҫлөгө икеле һәм тормошҡа яҡын да тормаған енәйәт һәм шпион тарихтарын ижад итеп, аҡса эшләй, һәм был Скуга халҡының бөткөһөҙ оло ғәжәпләнеүенә килтерә» тип билдәләй. Сюжет үҙәгендә бер ниндәй ҙә әхлаҡи хөкөм сығарылмаған лесбий мөхәббәте сағылғанлыҡтан, тәүге ике китабы бер төрлө генә яуап тыуҙырмай. Яманлыҡ уйлаусылар Марияның интеллектуал-гомосексуалист тураһындағы диплом эше менән параллель үткәрә. Шулай уҡ енәйәт мотивтары һәм уларҙы башҡарыу ысулы уйлап сығарылған тип тәнҡитләйҙәр.

Икенсе яҡтан, был етешһеҙлектәре хикәйәләү йәнлелеге, яҙыусының, үткер күҙенә ни салына, шуны яҡшы юмор һәм аҫтыртын көлөү ҡулланып яҙа белеү оҫталығы менән ҡаплана. Әҫәрҙәренең телен айырым билдәләп китерлек — бай һәм һайланып алынғандай (хәйер, авторҙың артыҡ китапса яҙыу гонаһы тойомлана). Бында уның филологик белем алыуы һәм бик күп китап уҡығанлығы күҙгә ташлана. Мария Ланг, нәфис һүҙ ғилеме мәғлүмәтен, геройҙары исеменән классиктарҙан өҙөмтәләр килтереп, сәнғәт тураһында дискуссиялар алып барып та, бик тәбиғи формала тексҡа үрә. Ул әҫәрҙәренә уңышлы һәм урынлы итеп, эпиграф һәм мотто өҫтәп яҙа. Бына ошо өҫтөнлөктәре арҡаһында Мария Лангты бик теләп уҡыйҙар, уны һөйөүселәр клубтары бар. Яҙыусының әҫәрҙәре кәмендә һигеҙ телгә тәржемә ителгән.

  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. Svenskagravar
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #1026953162 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. Сайт «Books and writers». Maria Lang (biografi). Petri Liukkonen 2006 йыл 19 август архивланған.>
  5. По Петри Льюкконену, такой псевдоним автору подсказал писатель Улле Гедберг