Мария Реститута

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Реститута
лат. Marie Restituta
Исеме

Гелена Кафкова

Тыуған

1 май 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Австро-Венгрия, Гусовице

Вафат

30 март 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (48 йәш)
Австрия, Вена

Монах исеме

Мария Реститута

Ихтирам ителә

Католик сиркәүе

Беатифицирован

1998

В лике

блаженная

Хәтер көнө

30 март

Подвижничество

монахиня, шәфҡәт туташы, мученица

Викикитапханала әҫәрҙәре

Мария Реститута (донъяуи исеме — Гелена Кафкова, чех Helena Kafková; 1 май 1894 йыл30 март 1943 йыл) — Католик сиркәүе изгеһе, монахиня, шәфҡәт туташы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1894 йылдың 1 майында Австро-Венгрияның Гусовицела (хәҙерге Чехия Брно ҡалаһының бер өлөшө) итек яһаусы ғаиләһендә тыуған. Ике йәшендә ата-әсәһе уны Венаға алып китә. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң Вена хәстаханаларҙың береһендә санитар булып эшләй.

1913 йылда монастыргә килә, IV быуат христиан мученигы Реститут хөрмәтенә монах исемен ҡабул итә. Беренсе донъя һуғышынан һуң хирургия шәфҡәт туташы булып эшләй.

1938 йылда Австрияны Өсөнсө Рейх үҙенә ҡушҡас, асыҡ рәүештә илдә урынлашҡан фашистик режимгә ҡаршы сығыш яһай. Нацистик режимды фашлаған ике асыҡ хат яҙа. Нацизм ҡараштарына мөкиббән бирелгән хәстахана директорының бойороғо буйынса хәстәхана палаталарҙың береһендә стеналағы тәрене алып ташларға ҡаршы була. Ошолар арҡаһында 1942 йылда Гестапо тарафынан арестҡа алына һәм гильотина аша үлем язаһына тарттырыла.

1943 йылдың 30 мартында язалап үлтерелә.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның хөрмәтенә Венала урам аталған (Schwester Maria Restituta-Gasse), бында Мария Реститута эшләгән Mödling хәстаханаһы урынлашҡан.

Беатификацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1998 йылдың 21 июнендә Рим папаһы Иоанн Павел II тарафынан беатификациялана (католик сиркәүе изгеләре рәтенә кертелә).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]