Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы бинаһы (Минск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы бинаһы
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Дата производства 1879
Архитектура стиле эклектика[d]
Карта
 Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы бинаһы (Минск) Викимилектә

Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы бинаһыМинск ҡалаһында XIX быуат аҙағындағы тарихи бина, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы (713Г000128 номеры). Карл Маркс урамы, 29-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бина Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын урынлаштырыу өсөн 1879 йылда төҙөлә. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Пропойск ҡалаһына сығарыла, 1917 йылда ябыла. Октябрь революцияһынан һуң гимназия бинаһында сәйәси техникум, 1925—1933 йылдарҙа — Белоруссияның В.И. Ленин исемендәге Коммунистик университет урынлаша, 1933 йылда бина БССР картиналар галереяһына тапшырыла, ә 1960 йылда ҡала-ара телефон станцияһы итеп реконструкциялана[1]. Бинала хәҙер почта хеҙмәте һәм элемтә музейы урынлашҡан.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бина эклетика стилендә төҙөлгән. Башта цоколдә ике ҡатлы булған (1930 йылдарҙа өсөнсө ҡаты өҫтәлеп төҙөлә). Фасад үҙәгендә ҙур булмаған ризалит бинаға инеү урынын бүлә. Фасады кирбестән башҡарылған. Беренсе ҡатта сығыу урыны ҡаршыһында түр баҫҡысы менән вестибюль, икенсе ҡатта - йыйылыштар залы, ә бинаның ике ҡатының ҡабырға өлөштәренә уҡыу кластары урынлашҡан[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 С. В. Марцелеў (гал. рэд). Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Мінск. — Мінск: Беларуская савецкая энцыклапедыя, 1988. — С. 150. — 333 с. — (Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі). — 8000 экз. — ISBN 5-85700-006-8.