Эстәлеккә күсергә

Недолин Иван Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Маркелов Иван Петрович битенән йүнәлтелде)
Недолин Иван Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Патронимы йәки матронимы Петрович[d]
Тыуған көнө 17 октябрь 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (54 йәш)
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы

Недолин Иван Петрович (17 октябрь 1892 йыл5 март 1947 йыл) — рус совет журналисы, яҙыусы. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.

Иван Петрович Недолин (Маркелов) 1892 йылдың 17 октябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Борон ауылында тыуған.

Кирбес заводы эшсеһенең ун бер бала араһында өлкән бала була. Ун биш йәшенән Стәрлетамаҡ типографияһында хәреф йыйыусыһы булып эшләгән.

Беренсе донъя һуғышы ҡатнаша. 1917 йылда Стәрлетамаҡҡа ҡайта. Октябрь революцияһынан һуң үҙ теләге менән Ҡыҙыл гвардия сафына инә. 1918 йылда отряд командиры була, Василий Блюхерҙың Урал буйлап рейдында ҡатнаша. Граждандар һуғышынан һуң ҡабаттан типографияла эшләй башлай. 1923 йылда «Власть труда» гәзитендә эш башлай. Авторҙың исеме уҡыусыларға бик яҡшы таныш була: гәзиттә бик йыш «Ив. Недолин» исеме аҫтында һүрәтләмәләр һәм мәҡәләләр донъя күрә, уларҙың тематикаһының төрлөлөгө лә ғәжәпкә ҡалдыра. Уның ҡулы аҫтынан сыҡҡан материалдарҙың ҡайһы берҙәре: «Ҙур эштең бәләкәй кешеләре тураһында» («О маленьких людях большого дела»), «Кооператор Мәрфуға» («Марфуга — кооператор»), «Холоҡ төҙәтеү йортонда» (В исправдоме), «Крәҫтиән үҙ-ара ярҙамы» («Крестьянская взаимопомощь»), «Смотрҙа» («На смотре» (выставка стенгазет), «Беренсе бурыс» («Первая задача») — был мәҡәләлә Иван Недолин Стәрлетамаҡ кантонының Борон ауылынан бер нисә кешене үҙ аҡсаһына гәзитте яҙҙыртыуы тураһында бәйән ителә[1]. 15 йыл дауамында «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә эшләй.

1934 йылда СССР яҙыусыларының Беренсе съезы эшендә ҡатнаша. 1935 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1937 йылда репрессиялана. 1938 йылдың 26 апрелендә ҡулға алына һәм 58-10 статья буйынса ғәйепләнеп, 10 йылға иректән мәхрүм ителә."Блюхер рейды" (1932) һәм «Артылыш» (1934) әҫәрҙәре В. Блюхер һәм ағалы-ҡустылы Кашириндарға бағышланған була. Блюхер менән Кашириндар 1937 йылда репрессияға дусар булалар. Маркелов — Недолин Ивандың ҡулға алыныуы ошо бағышланыуҙар менән бәйле булыуы ихтимал[2]. 1944 йылда азат ителә.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Башҡортостан китап нәшриәтендә рус әҙәбиәтенең мөхәррире булып эшләй.

1947 йылдың 5 мартында Кремль дауаханаһында рак ауырыуынан вафат була. Мәскәүҙә ерләнә. Иван Недолин ғәҙел аҡлауҙы күрмәй вафат була. 1958 йылдың 11 октябрендә реабилитациялана. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Шепелюк урамында ата-әсәһе йәшәгән 28-се йорт Иван Недолин тураһында хәтирәләр һаҡлай[3].

Күп һанлы корреспонденцияларҙан, очерктарҙан, һүрәтләмәләрҙән тыш хикәйәләр һәм повестар яҙа.

И. Недолиндың «Блюхер рейды» (1932) очерктар китабы киң билдәле, әҫәрҙә Блюхер һәм ағалы-ҡустылы Иван менән Николай Кашириндар етәкселегендәге аҡгвардиясылар тылындағы партизан Көньяҡ Урал походы ваҡиғалары тасуирлана. Ошо уҡ темаға Недолиндың «Артылыш» («Перевал») (1934) повесы ла арналған.

Үлгәндән һуң Недолиндың фантастик-мажаралы повесы «Розалар үҙәне» («Долина роз» (1969) баҫылып сыға.

  • Недолин И.П. Рейд Блюхера. Кара-Тау. Башкирская кавалеристская. — Уфа: Башгиз, 1932. — 96 с.
  • Недолин И.П. Перевал. — Уфа: Башгиз, 1934. — 393 с.
  • Недолин И.П. Подвиг. Рассказы и очерки. — Уфа: Башгосиздат, 1936. — 157 с.
  • Недолин И.П. Перевал. — Уфа: Башгиз, 1936. — 483 с. — 15 000 экз.
  • Недолин И.П. Перевал. — Уфа: Башкирское книжное изд., 1959. — 256 с. — 50 000 экз.
  • Недолин И.П. Рейд Блюхера. — Уфа: Башкнигоиздат., 1962. — 196 с.
  • Недолин И.П. Перевал. — Уфа: Башкирское книжное изд., 1967. — 249 с. — 100 000 экз.
  • Недолин И.П. Долина роз. Приключенческая повесть. — Уфа: Башкирское книжное изд., 1969. — 152 с. — 100 000 экз.
  • Недолин И.П. Рейд Блюхера. Перевал. — Уфа: Башкирское книжное изд., 1984. — 368 с.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2019)