Масевич Алла Генриховна
Масевич Алла Генриховна | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 9 октябрь 1918[1] |
Тыуған урыны | Тбилиси, Грузия Демократик Республикаһы[d] |
Вафат булған көнө | 6 май 2008 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Хованск зыяраты[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | астроном |
Эш урыны | П. К. Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институты[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ойошма ағзаһы | ГДР фәндәр академяһы[d] һәм Рәсәй Фәндәр академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Масевич Алла Генриховна (9 октябрь 1918 — 6 май 2008) — совет астрономы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алла Генриховна Масевич 1918 йылдың 9 октябрендә Тбилиси ҡалаһында тыуған.
1940 йылда Карл Либкнехт исемендәге Мәскәү индустриаль-педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң астрономия һәм геофизика кафедраһына аспирантураға ҡабул ителә.
1943—1952 йылдарҙа П. К. Штернбергисемендәге Дәүләт астрономия институтында эшләй.
1952—1987 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Астрономия советы рәйесе урынбаҫары. 1957 йылдан Ерҙең яһалма юлдаштарын оптик күҙәтеүҙәр етәксеһе. 1981—1982 йылдарҙа — космик киңлекте өйрәнеү һәм тыныс маҡсатта файҙаланыу буйынса БМО-ның 2-се конференцияһын әҙерләү буйынса БМО-ның ойоштороу комитетының Генераль секретары урынбаҫары.
1970—1976 йылдарҙа Мәскәү дәүләт геодезия һәм картография институтының космик геодезия кафедраһы профессоры. 1987—2003 йылдарҙа — Астраномия Советының төп ғилми хеҙмәткәре.
Төп ғилми хеҙмәттәре йондоҙҙарҙың эске төҙөлөшө һәм эволюцияһы теорияһына һәм космос геодезияһына ҡарай. 1949—1950 йылдарҙа П. П. Паренаго менән берлектә Герцшпрунг — Рассел диаграммаһында эҙмә-эҙлелектәрҙең һәр береһе өсөн масса — яҡтыртылышы һәм масса — радиус бәйләнешен ентекле тикшереү башҡара. В. Г. Фесенков менән берлектә төп эҙмә-эҙлелек буйынса йондоҙҙарҙың корпускуляр нурланыш юлы менән массаһын юғалтыу эволюцияһы мөмкинселеген ҡарай.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1975),
Халыҡ-ара астронавтика федерацияһының А. Галабер исемендәге премияһы лауреаты (1963),
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975),
«Почёт Билдәһе» ордены (1961),
1987 йылдан — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Т. М. Смирнова 1972 йылдың 9 майында Ҡырым астрофизик обсерваторияһында асҡан кесе планета 1904 Масевич уның хөрмәтенә аталған.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]История Солнца. 1955
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп.. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
- Московская энциклопедия. Том 1: Лица Москвы. Книга 2: И-М. — М.: Фонд «Московские энциклопедии», 2008
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Alla Genrichowna Massewitsch // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=18962 (нем.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 9 октябрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Тбилисиҙа тыуғандар
- 6 майҙа вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәй астрономдары
- МДУ-ның физика факультетын тамамлаусылар
- МДУ-ның физика факультеты уҡытыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр