Маслова Валерия Олеговна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Маслова Валерия Олеговна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 23 ғинуар 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (19 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Дондағы-Ростов
Һөнәр төрө гандболист
Командалағы уйын позицияһы разыгрывающий[d]
Спорт командаһы ағзаһы Ростов-Дон[d]
Спорт төрө Гандбол

Валерия Олеговна Маслова (тыуған 23 ғинуар 2001 йыл, Дондағы Ростов ҡалаһы) — рәсәй гандболисткаһы, Рәсәй йыйылма командаһы һәм «Дондағы Ростов» гандбол клубының үҙәк һәм уң ярымурта уйынсыһы. Рәсәй спорт мастеры. 2019 йылда донъя чемпионатының бронза призеры. 2018 йылда юниорҙар араһындағы донъя чемпионы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маслова Валерия Олеговна 2001 йылдың 23 ғинуарында Дондағы Ростов ҡалаһында тыуған. Бала саҡтан уҡ спорт менән әүҙем шөғөлләнгән ҡыҙ була. Мәктәптә уҡыу йылдарында спорт секцияларына йөрөй. Дондағы Ростовтағы шул уҡ исемдәге ҡатын-ҡыҙҙар гандбол клубында шөғөлләнә һәм ярыштарҙа шул уҡ ҡала клубы өсөн сығыш яһай.

Валерия Олеговна Маслова 2017 йылда Суперлигалағы уйын майҙансығында сығыш яһау сиктәрендә «Йондоҙ» командаһына ҡаршы уйнай һәм шунда уҡ уға туп бәреп индерә. Был турҙа Валерия 7 уйында ҡатнашып, шуның 13-ндә гол индерә.

Йәштәр араһындағы VIII йәйге Спартакиадала Валерия Олеговна Маслова иң яҡшы уйынсы тип таныла.

2020 йылдан алып Черногорияның Будучность клубы өсөн сығыш яһай[1].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2017/2018, 2018/2019, 2019/2020 йылдар миҙгелендә Рәсәй чемпионы
  • 2018, 2019 йылдарҙа Рәсәй Кубогын яулай
  • Рәсәй Суперкубогы эйәһе 2017, 2018, 2019
  • 2019 йылда донъя чемпионатының бронза призеры
  • 2018 йылда 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында гандбол буйынса донъя чемпионатында еңеүсе

Йыйылма командалағы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылда Валерия Олеговна Маслова Европа-2018 чемпионатына һайлап алыу уйындарына спортсылар әҙерләү өсөн гандбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыла[2]. 2018 йылда Польшалағы юниорҙар чемпионатында донъя чемпионы була.

2019 йылда буласаҡ донъя чемпионатының милли йыйылма командаһына саҡырыла[3]. 2019 йылда Японияла үткән донъя чемпионатының бронза призеры.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Воспитанница «Ростов-Дона» перешла в черногорскую «Будучность»  (рус.). 161.ru (2020-02-04). 14 март 2020 тикшерелгән.
  2. Ростовская гандболистка Валерия Маслова: «В Европе будем бороться за победу»  (рус.). www.yapokupayu.ru. 14 март 2020 тикшерелгән.
  3. Маслова Валерия Олеговна  (рус.). rushandball.ru. 14 март 2020 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]