Матани башнялары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Матани башнялары
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Матани башнялары - Грузияның Ахмет муниципалитетындағы Матани ауылында йәнәш урынлашҡан башнялар.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ахмет муниципалитеты Кахетия составындағы район. Был төбәктә бик күп архитектура ҡомартҡылары бар. Шуларҙың бер нисәһе муниципалитетҡа ҡараған Матани ауылы янында. Ауыл янында йәнәш торған ике башня Гурзияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [1].

Улар икеһе лә урта быуат ҡомартҡыһы һанала.

Беренсе башня[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе башня Матани ауылынан 4 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Был квадрат тиерлек нигеҙле (6,9 х 6 м), төрлө дәүмәлле суйырташтарҙан һәм эзбизташ ҡулланып төҙөлгән ҡаралты. Һәйкәл ныҡ ҡына емерелгән. Ике ҡаты ғына ҡалаған. Ишеге беренсе ҡатта - көньяҡ диуарының көнбайыш өлөшөндә. Ишек тышланған. Көнсығыш ҡабырғаһында ҙур булмаған тәҙрә. Икенсе ҡаттағы көньяҡ диуарында шуға оҡшаш тәҙрә. Ҡаралтыла ағас таяуҙар ҡулланылған булған.

Икенсе башня[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе башня ауылдан ике саҡрым көнбайыштараҡ тау итәгендә урынлашҡан. Нигеҙенең дәүмәле 4,9 х 4,17 м. Уны ҡаты тоҡомло таштарҙан һалғандар. Тышҡы мөйөштәрендә ҙур дәүмәле таштар ҡулланылған. Ҡомартҡы ныҡ зыян күргән. Ике ҡатлы бейеклектә генә һаҡланған. Ишеге беренсе ҡатта, көнбайыш яҡтан. Башняға ағас иҙән һалынған булған.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • დვალი თ., საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 2, გვ. 109, თბ., 2008 წელი.рус. Двали Т., Описание памятников истории и культуры Грузии , Т. 2, стр. 109, Тб. , 2008 год.
  • რამიშვილი რ. ჯორბენაძე ბ., საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 2, გვ. 109-110, თბ., 2008 წელი.рус. Рамишвили Р. Джорбенадзе Б., Описание памятников истории и культуры Грузии , Т. 2, стр. 109-110, тб. , 2008 год.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]