Матвеева Людмила Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Матвеева Людмила Михайловна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1 февраль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Һөнәр төрө легкоатлет-cтайер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный работник физической культуры Российской Федерации
Спорт төрө Еңел атлетика
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1988[d], Летние Олимпийские игры 1992[d], Чемпионат мира по бегу по пересечённой местности 1986[d] һәм Чемпионат мира по бегу по пересечённой местности 1988[d]

Матвеева Людмила Михайловна (1 февраль 1957 йыл) — совет һәм Рәсәй спортсыһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1985), еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1998). БДПУ профессоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.

Дүрт тапҡыр донъя чемпионы, ике олимпия уйындары ҡатнашыусыһы (Сеул (1988), Барселона (1992). Социология фәндәре кандидаты (2004).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Матвеева Людмила Михайловна 1957 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Ул Салауат Юлаев исемендәге спорт клубында йүгереү менән шөғөлләнә. Беренсе тренеры — Федосеев С. А., 1974—1994 йылдарҙа тренеры Г. А. Ушков[1]. Матвеева менән шулай уҡ тренер Г И. Алексеев эшләй.

1993 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

СССР (1984), БДБ (1992), Рәсәй (1993) йыйылма командаһы ағзаһы.

1994 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡытыусы булып эшләй, ә 2000 йылдан — Башҡортостан физик культура институтында тренер-уҡытыусы факультеты деканы[2]. БДПУ-ның спорт дисциплиналары кафедраһы профессоры, Башҡортостан физик культура институтында спорт һәм физик тәрбиәнең циклик төрҙәре теорияһы һәм методикаһы кафедраһы профессоры.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шоссе буйлап (1986, 1988) һәм кросста (1988) йүгереүҙә донъя чемпионы;
  • Кросста Европа Кубогын яулаусы (1993);
  • Шоссе буйлап йүгереүҙә донъя чемпионатының (1985, 1987, 1990) һәм эстафетала донъя Кубогының (1986) көмөш призеры;
  • Шоссе буйлап йүгереүҙә донъя чемпионатының бронза призеры (1991);
  • Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында кросста команда зачетында донъя чемпионы (1993);
  • 10000 м-ға йүгереүҙә СССР чемпионы (1988, 1990), кросста СССР кубогын яулаусы (1984);
  • 5000 м-ға йүгереүҙә «Мемориал братьев Знаменских» халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (1986, 1992);
  • Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1988, 1992).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре
  • Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
  • «Физик культура һәм спорт отличнигы» билдәһе

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]