Матвеев Геннадий Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Матвеев Геннадий Константинович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Украина
Тыуған көнө 21 август 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Пектубаево[d], Пектубаевское общество[d], Кадамская волость[d], Яранский уезд[d], Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 ғинуар 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө хоҡуҡ фәне[d]
Эш урыны Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]
Аспиранттар Q104772575? һәм Кисиль Василий Иванович[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Геннадий Константинович Матвеев (укр. Геннадій Костянтинович Матвєєв; 1908 йыл1996 йыл) — совет һәм украин ғалимы, юридик фәндәр докторы (1951), профессор (1953).

Граждандар, ғаилә һәм халыҡ-ара шәхси хоҡуҡ проблемаларын тикшерә. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар авторы.[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Матвеев Геннадий Константинович 1908 йылдың 8 авгусында (яңы стиль буйынса 21 август) Вятка губернаһы Пектубай ауылында, хәҙер Марий Эл Республикаһы Новоторъял районында тыуған.

1918 йылда атаһы үлгәндән һуң малай балалар йортона эләгә. 1925 йылда урта мәктәпте тамамлай, күпмелер ваҡыт төрлө эштәрҙә эшләй.

Белем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1928 йылда Ҡазан университетының юридик факультетына уҡырға инә, уны 1933 йылда тамамлай һәм ошо уҡ университеттың аспирантураһында уҡыуын дауам итә. 1935 йылда аспирантуранан Ҡазан юридик институтының граждандар хоҡуғы кафедраһы эшкә алына (1931 йылда Ҡазан университетының юридик факультеты Совет хоҡуғы институты итеп ойошторола, 1952 йылда тарҡатыла). 1939 йылда Бөтә Союз юридик институтында «Возмещение договорного убытка» темаһына кандидатлыҡ дисертацияһын яҡлай. 1951 йылда СССР Фәндәр академияһы дәүләт һәм хоҡуҡ институтында «Вина как основание гражданско-правовой ответственности по советскому праву» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1938 йылдың сентябрендә Геннадий Константинович Киев дәүләт университетына эшкә күсерелә (хәҙер Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты). Бөйөк Ватан һуғышы сараларында ҡатнаша[3], унан 1946 йылда демобилизациялана. Ҡайтып Киев университетында эшен дауам итә, юридик факультет деканы була (1949). КПСС ағзаһы. Хаҡлы йылға сыҡҡандан һуң, Киев дәүләт университеты 50 йылдан ашыу ғүмерен биреп, уҡытыу эшмәкәрлеген профессор-консультант вазифаһында дауам итә. Яңы ойошторолған халыҡ-ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетына күсә, унда сит ил студенттары менән шөғөлләнә. Краков, Прага, Лейпциг, Рим, Флоренция лекциялар һәм докладтар уҡый, Парижда һәм Гаагала халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнаша[1]

Халыҡ-ара шәхси хоҡуҡтың Киев мәктәбенә нигеҙ һалыусы булып тора.[1] СССР союздаш республикаларҙың гражданлыҡ закондар сығарыу нигеҙҙәре проекттарын, Украин ССР Гражданлыҡ кодексын һәм УССР Никах һәм ғаилә кодексын төҙөүҙә ҡатнаша.

Г. К. Матвеев һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. 1947 йылда Украин ССР-ы Юғары судының граждандар коллегияһы ағзаһы итеп һайлана, уның составында уҡытыу эшмәкәрлеге менән бер рәттән 1952 йылға тиклем эшләй. Миҙалдар менән, шул иҫәптән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

1996 йылдың 23 ғинуарында Киевта вафат була. Улы — Юрий Геннадьевич Матвеев шулай уҡ ғалим-хоҡуҡ белгесе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 МАТВЕЕВ Геннадий Константинович
  2. Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора юрид. наук
  3. Матвеев Геннадий Константинович

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]