Матвеев Николай Васильевич (быраулаусы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Матвеев Николай Васильевич (быраулаусы)
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 22 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө кантоны
Вафат булыу көнө 12 август 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ
Һөнәр төрө геолог
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Государственная премия СССР «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Николай Васильевич ғаиләһе менән

Матвеев Николай Васильевич (22 октябрь 1929 йыл — 12 август 1985 йыл) — совет геологы, быраулау мастеры, СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1980).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Матвеев Николай Васильевич 1929 йылдың 22 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантонының Воздвиженка ауылында (Башҡортостан Республикаһының Архангел районы) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1950 йылда Гординская Софья Филипповна (1930 йыл тыуған) менән өйләнешәләр, уларҙың өс балалары тыуа: Василий, Сергей һәм Галина.

Башҡорт геология производство берекмәһендә егерме йылдан ашыу быраулаусы булып эшләй, 1972 йылда Н. В. Матвеев Баймаҡ геология- разведка экспедицияһының быраулау мастеры булып китә.

Эшендә тотороҡло, юғары һөҙөмтәлелеккә скважиналарҙы быраулауҙың Н. В. Матвеев индергән юғары нәтижәле ысулын ҡулланыу (еңел иреүсән быраулау торбаларын ҡулланып, быраулау валдары әйләнешенең юғары тиҙлегендә) иҫәбенә өлгәшелә. Тоҡомдар ярыҡлы булыуы сәбәпле, скважиналар яңы участкаларҙы ҡаҙығанда алмас колонкалар менән быраулауға күсергә тура килгәс, ул гидробәргес ҡуллана һәм уңыштарға өлгәшкәс, үҙ тәжрибәһен башҡа мастерҙарға тапшыра. Һөҙөмтәлә киләһе йылда уҡ Башҡортостан берекмәһе буйынса гидробәргес быраулау менән скважиналарҙың ҡаҙып үтеүе 50%-ҡа арта.

Хеҙмәтендәге ҙур ҡаҙаныштары, геология-разведка скважиналары быраулағанда эске резервтарҙы эҙләп табыу һәм файҙаланыу нигеҙендә өлгәшелгән эшенең юғары һөҙөмтәлелеге һәм сифаты өсөн, Баймаҡ геология-разведка экспедицияһының быраулау мастеры Николай Васильевич Матвеев 1980 йылда СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була[1][2].

Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында, 1985 йылдың 12 авгусында, ҡаты ауырыуҙан һуң 56-сы йәшендә Николай Васильевич Матвеев вафат була. Үҙенең эштәрен өлкән улы Василийгә тапшыра.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • СССР Дәүләт премияһы (1980)
  • "Социалистик ярыш еңеүсеһе"нең өс билдәһе (1974, 1976, 1978)
  • «Туғыҙынсы биш йыллыҡ Ударнигы» тамғаһы (1975)
  • «Унынсы биш йыллыҡ Ударнигы» тамғаһы (1980)
  • «Ер аҫты разведкаһы отличнигы» тамғаһы (1980)
  • күп һанлы грамоталар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Разведка и охрана недр. Госгеолтехиздат, 1981. Проверено 14 июля 2013.
  2. Разведчик недр // Блокнот агитатора. — 1981. — № 1. — С. 14.