Матенадаран
Матенадаран | |
әрм. Մատենադարան | |
Нигеҙләү датаһы | 1921 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Մատենադարան[1] |
Кем хөрмәтенә аталған | Месроп Маштоц[d] |
Дәүләт | Әрмәнстан[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ереван |
Урын | здание Матенадаран[d] |
Архитектор | Марк Григорян[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 3 март 1959 |
Йылына инеүселәр һаны | 50 000 |
Мираҫ статусы | памятник культурного наследия в Армении[d][1] |
Адрес | Մեսրոպ Մաշտոցի պող. 53[1] |
Рәсми сайт | matenadaran.am |
Указания, как добраться | Մեսրոպ Մաշտոցի պող. 53 |
Категория для внешности элемента | Category:Exterior of Matenadaran[d] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Matenadaran[d] |
Матенадаран Викимилектә |
Матенадаран (әрм. Մատենադարան ) йәки Изге Месроп Маштоц исемендәге Матенадаран боронғо ҡулъяҙмалар институты — Әрмәнстан РеспубликаһыХөкүмәте ҡарамағындағы Ереван ҡалаһында урынлашҡан ғилми-тикшеренеү үҙәге, донъяла ҡулъяҙмалар һәм боронғо әрмән ҡулъяҙмалары һаҡланған иң ҙур урындарҙың береһе. Институт ҡарамағында ҡыҙыҡһыныусылар өсөн музей эшләй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Матенадаран» әрмән теленән тәржемә иткәндә ҡулъяҙмалар һаҡланған урынды аңлата. Матенадаран 1920 йылда Эчмиадзин монастырының ҡулъяҙмалар коллекцияһы базаһында ойощторола. Коллекция туплана башлау датаһы V быуат менән билдәләнә һәм әрмән яҙмаһын булдырған Месроп Маштоц (361—440 тирәһе) исеме менән бәйле. V быуатта уҡ Лазарь Парпеци, Эчмиадзин монастырында китаптар һаҡлағыс булыуын белдерә[2]. 1892 йылда коллекцияла 3158 ҡулъяҙма иҫәпләнә, 1897 йылда — 3338, 1906 йылда — 3788, 1913 йылда — 4060.
Эчмиадзин матенадараны 1939 йылдың 17 декабрендә дәүләт милке тип иғлан ителә. 1939 йылда коллекция Эчмиадзиндан Ереванға күсерелә. дың заманса бинаһы 1959 йылда архитектор Григорян Марк проекты буйынса төҙөлә[3]. 1984 йылда Матенадаран коллекцияһының дөйөм каталогының беренсе томы баҫтырыла.
-
Музей бинаһы алдында Мовсес Хоренаци, Гош Мхитар һәм Фрик һәйкәле
-
Музей бинаһы алдында Торос Рослин, Григор Татеваци һәм Анания Ширакациға һәйкәл
-
Месропу Маштоцу һәйкәле
Фондтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылға ҡарата Матенадаран фондында 17 меңдән ашыу боронғо ҡулъяҙмалар һәм 100 меңдән ашыу архив документтары иҫәпләнә. Әрмән ҡулъяҙмалары менән бер рәттән (11230 тулы, 2200 өлөшләтә[4]), бында урыҫ, иврит, латин, ғәрәп, сүриә, грек, грузин, һинд, япон, фарсы, әзербайжан[коммент. 1][5][6][7][8] һәм башҡа телдәрҙә 3000 ашыу ҡулъяҙма һаҡлана[9]. Музей фондтарында 2281 боронғо (1800 йылға тиклем) китап һаҡлана. Әлеге ваҡытта коллекция тулыланыуыну дауам итә — уны киңәйтеүгә Европала, АҠШ-та һ . б. илдәрҙә йәшәгән әрмән диаспораһы вәкилдәре ҙур өлөш индерә.
Матенадаран коллекцияһы Әрмәнстандың ғына түгел, Кавказда, Яҡын һәм Урта Көнсығышта йәшәгән күрше халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү өсөн фәнни-тарихи база булып тора. Институтта V—XVIII быуат ҡулъяҙмалары, шулай уҡ XVI—XVIII быуаттарҙа баҫылған тәүге, боронғо китаптарҙың уникаль коллекцияһы, боронғо әрмән тарихсыларының, яҙыусыларының, философтарының, математиктарының, географтарының, табиптарының әҫәрҙәре, әрмән теленә Боронғо грек, Сүриә, ғәрәп һәм латин ғалимдарының хеҙмәттәре тәржемәһе, шул иҫәптән, тә-сығанаҡта һаҡланмаған яҙмалар бар. Институт музейында боронғо әрмән яҙмаһының һәм китап миниатюраһының күп һанды өлгөләре ҡуйылған. Күп ҡулъяҙмалар юғары художество ҡиммәтенә эйә, улар араһында «Лазарев инжилы» (887 й.), «Эчмиадзин инжилы» (989 йыл), «Мугня инжилы» (XI быуат), Григор Нарекациҙың Григор Мличеци миниатюралары менән биҙәлгән «Хәсрәтле йырҙар китабы» (1173 й.) һ . б. бар.
Матенадаранда әрмән яҙма ҡомартҡыларын өйрәнеү, текстология, сығанаҡтарҙы, тарихты өйрәнеү, палеография, урта быуаттағы китап сәнғәтен, тарихты өйрәнеү, ҡомартҡыларҙы рус һәм башҡа телдәргә тәржемә итеүҙе өйрәнеү һәм баҫтырып сығарыу буйынса фәнни-тикшеренеү эштәре алып барыла. 1940 йылдан рус һәм француз телдәренә резюме менән әрмән телендә «Банбер Матенадарани» («Матенадаран хәбәре») тупланмаһы нәшер ителә.
Матенадаран директорҙары исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1940—1952 йылдар — Г. А. Абов
- 1954—1982 — Л. С. Хачикян
- 1982—2007 — C. C. Аревшатян
- 2007—2016 — Г. Г. Тамразян
- 2018 йылдан— Ваан Тер-Гевондян
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Матенадаран нумизматикала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- . 1990 йылда СССР-ҙа 5 һумлыҡ юбилей тәңкәләре сығарыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әрмән миниатюраһы
- Әрмән алфавиты
- Әрмән палеографияһы
- Әрмән китабы нәшриәте тарихы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Әҫәрҙәре Нәсими, шул иҫәптән «Диван-и Нәсими Имадеддин Сәйет», Диван Джаханшах, ҡулъяҙма «Дербенд-нам».
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=am&srlang=hy&srid=1.6/81 — 2017.
- ↑ История всемирной литературы. — М.: Наука, 1984. — Т. 2. — С. 290.
- ↑ [ Матенадаран] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3 издание)
- ↑ Официальный сайт Матенадарана
- ↑ Абрамян А. Г. Рукописные сокровища Матенадарана. — Ер.: Армгосиздат, 1959. — С. 41. — 106 с.
- ↑ Абгарян Г. В. Краткий обзор рукописных фондов Матенадарана // Востоковедные фонды крупнейших библиотек Советского Союза: статьи и сообщения. — М.: Издательство восточной литературы, 1963. — С. 128.
- ↑ Гранстрем Е. Э. Отрывки славяно-русских пергаментных рукописей собрании Матенадарана в Ереване // Труды Отдела древнерусской литературы Института русской литературы Академии наук СССР. — 1958. — Т. XIV. — С. 619.
- ↑ Гамидов И. «Вечная тема» Низами в нашем веке // Литературный Азербайджан. — 1990. — С. 124.
- ↑ Официальный сайт Матенадарана
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абрамян А. Г. Рукописные сокровища Матенадарана. — Ереван: Айпетрат, 1959. — 107 с.
- Абгарян Г. В. Матенадаран / Г. В. Абгарян; Отв. ред. Л. С. Хачикян; Художник Р. С. Бедросян; Научно-исследовательский институт древних рукописей при Совете министров Армянской ССР — Матенадаран. — Ереван: Гос. изд-во Армении, 1962. — 72, [40] с. — 5 000 экз. (в пер., суперобл.)
- Матенадаран // Краткая литературная энциклопедия. Т. 4. — М.: Советская энциклопедия, 1967.
- Бакши К. Н. Орёл и меч / К. Н. Бакши. — М.: Изобразительное искусство, 1971. — 180 с. — 30 000 экз. (в пер., суперобл.)
- Дрампян И. Р., Корхмазян Э. М. Художественные сокровища Матенадарана / И. Р. Драмлян, Э. М. Корхмазян. — М.: Искусство, 1976. — 176 с. — (Города и музеи мира). — 50 000 экз. (в пер., суперобл.)
- Матенадаран: Армянская рукописная книга VI-XIV веков / Составители: В. О. Казарян, С. С. Манукян; Ред. И. В. Чернович. — М.: Книга, 1991. — 284 с. — (Сокровища книжного искусства в собраниях СССР). — 25 000 экз. — ISBN 5-212-00289-3. (в пер., суперобл.)
- А. Д. Папазян. Персидские, арабские и турецкие официальные документы Матенадарана XV-XIX веков и их значение для изучения социально-экономической жизни стран Ближнего Востока. — Москва, 1960.