Эстәлеккә күсергә

Матсалу (милли парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Матсалу милли паркы
эст. Matsalu rahvuspark
Матсалу ҡултығына күренеш
Матсалу ҡултығына күренеш
Төп мәғлүмәт
Майҙаны486,1 
Нигеҙләнгән ваҡыты1957 йыл 
Урынлашыуы
58°45′36″ т. к. 23°35′49″ кс. о.HGЯO
Яҡындағы ҡалаЛихула 

keskkonnaamet.ee/matsa-e…
Эстония
Точка
Матсалу милли паркы
 Матсалу Викимилектә

Матсалу милли паркы — Эстонияның көнбайыш өлөшөндә, Казари йылғаһының түбәнге ағымында, Балтик диңгеҙенең Матсалу ҡултығының яр буйы һыҙатында һәм Моонзунд архипелагының 50 утрауында урынлашҡан милли парк.

Матсалу милли паркына тәбиғәт комплекстарын һәм ҡоштарҙың төрлө фаунаһын һаҡлау өсөн орнитология заказнигы һәм һунарсылыҡ буйынса уҡыу-тәжрибә хужалығы (тәүҙә ҡурсаулыҡ булараҡ) базаһында 1957 йылда нигеҙ һалына (яҡынса 280 төрө, шул иҫәптән 160-тан ашыуы оя ҡора). Парктың хәҙерге биләмәһендә орнитологик тикшеренеүҙәр 1870 йылдан алып барыла.

4612-се һанлы СССР почта маркаһы. 1976. СССР ҡурсаулыҡтары

Матсалу милли паркы илдең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Парктың территорияһы 486,1 км2 тәшкил итә. Парк үҙ эсенә Матсалу ҡултығын, Казари йылғаһы дельтаһын һәм түбәнге ағымын, тирә-яҡ яр буйы болондарын, ҡамышлы ҡыуаҡлыҡтарҙы һәм урмандарҙы ала[1]. Ҡултыҡтың оҙонлоғо — 18 км, киңлеге — 6 км, әммә тәрәнлеге 1,5 метрҙан артмай[2].

Парктың фаунаһында 275 төр[2] ҡош, 49 төр балыҡ һәм 47 төр имеҙеүселәр иҫәпләнә. Матсалула 772 төр көпшәле үҫемлектәр үҫә.

Көнбайыш Эстония яры буйлап күсмә ҡоштарҙың мөһим миграция маршруттарының береһе үтә. Ҡурсаулыҡта бигерәк тә һыу ҡоштары һәм һаҙ ҡоштары күп. Унда ҡаңғылдаҡ аҡҡоштар, төньяҡ өйрәктәре һәм ваҡ сарлаҡтар осоп үтә. Урман ҡамыштарында ышылдаҡ аҡҡош, ала ҡаҙ оя ҡора. Үләнле болондарҙа йылға өйрәктәре оя ҡора, куликтар күп. Утрауҙарҙа гага, ала өйрәк, аласабыр, аҡсарлаҡ һәм сарлаҡтартар һәм башҡалар оя ҡора.

  1. Matsalu rahvuspark | Kaitsealad. kaitsealad.ee. Дата обращения: 10 сентябрь 2020. Архивировано 9 сентябрь 2020 года.
  2. 1 2 Национальный парк Матсалу // 501 уголок дикой природы, который надо посетить. — Москва: Арт-Родник, 2010. — 544 с. ISBN 978-5-404-00261-4.