Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар
Категория МСОПIII (Тәбиғәт ҡомартҡыһы)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны26,6 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты17 август 1965 йыл 
Идара итеүсе ойошмаТуймазы урмансылығы 
Урынлашыуы
55°14′23″ с. ш. 53°51′15″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар

Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар (рус. сосновые боры у устья реки Маты[1]) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы биләмәһендә урынлашҡан ботаник дендрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Һаҡлау зонаһының майҙаны — 26,6 гектар.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусындағы 465-се «Башҡорт АССР-ының тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтарға ботаник дендрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә[1].

Үҫемлектәр япмаһы булған киң япраҡлы-ҡарағай һәм киң япраҡлы-ҡайын-ҡарағай урмандары өҫтөнлөк итә. Икенсе яруста йыш ҡына йүкә осрай. Ҡарағайҙарының йәше — 100—150 йәш. Киң япраҡлы урмандар массивтары араһында үҫкән ошо интрозона ҡарағайлыҡтары — ҡасандыр Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының киңерәк таралған ҡарағай урмандарының һуңғы фрагменттары.

Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар тәбиғәт ҡорматҡыһы өс айырым массив булып урынлашҡан, реликт ҡарағай урмандары 6 өлөшөнән тора.

1-се ҡарағайлыҡ Баҡалы районы Иҫке Маты ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 7 километр алыҫлыҡта, Сөн һәм Маты йылғаларының һыу айырғысында урынлашҡан. Уның сиктәре:

  • төньяҡтан — 55°12'15,88" (төньяҡ киңлек), 53°52'9,07" (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көньяҡтан — 55°11'48,49" (төньяҡ киңлек), 53°51'57,87" (көнсығыш оҙонлоҡ).

2-се ҡарағайлыҡ Баҡалы районы Яңы Троицкий ауылынан көньяҡ-көнығышҡа табан 3 километр алыҫлыҡта Сөн йылғаһының уң яҡ яр буйында урынлашҡан. Уның сиктәре:

  • төньяҡтан — 55°14'23,87" (төньяҡ киңлек), 53°51'15,42" (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көньяҡтан — 55°13'51,69" (төньяҡ киңлек), 53°50'13,93" (көнсығыш оҙонлоҡ).

3-сө ҡарағайлыҡ Баҡалы районы Киләй ауылынан көнсығышҡа табан 1,5 километр алыҫлыҡта Сөн йылғаһының уң яҡ яр буйында урынлашҡан. Уның сиктәре:

  • төньяҡтан — 55°16'48,94" (төньяҡ киңлек), 53°52'16,94" (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көньяҡтан — 55°16'21,42" (төньяҡ киңлек), 53°51'55,24" (көнсығыш оҙонлоҡ).

Хужалыҡта файҙаланыу режимын һәм территорияны зоналарға бүлеүҙе билдәләгән документтар: . Һаҡлау режимы Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең 11.04.2018 йылдың 11 апрелендәге 162-се ҡарары менән билдәләнгән. Ҡарағайлыҡтарҙа тыйылған эшмәкәрлек төрҙәре:

  • теләһә ниндәй ағас ҡырҡыу (һайлап санитар ҡырҡыуҙан тыш);
  • ағас ултыртыу;
  • усаҡ тоҡандырыу;
  • янғын хәүефе булған осорҙа килеү;
  • мал көтөү;
  • файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм сығарыу;
  • ниндәйҙә булһа төҙөлөшөштәр;
  • Һаҡланған үҫемлектәрҙең эстетик төрө боҙолоуға йәки юғалыуға килтереүе, шулай уҡ уның үҫеү шарттарында кире сағылыш табыуы мөмкин булған һәр төрлө эшмәкәрлек.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кучеров Е. В., Кудряшов И. К., Максютов Ф. А. Памятники природы Башкирии. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1974. — 367 с.
  • Мулдашев А. А. Сосновые боры у устья реки Маты // Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. – Изд.2-е, перераб. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — 414 с. — С. 73.
  • Попов Г. В. Леса Башкирии (Их прошлое, настоящее и будущее). — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. — 144 с.
  • Республика Башкортостан. Культурное и природное наследие. (Карта Масштаб 1:50 000). (Пояснительный текст к карте, указатели объектов наследия). — М.: Ин-т Наследия. — 36 с.
  • Федорако Б. И. Вопросы охраны ценных древесных насаждений Башкирской АССР // Охрана природы и озеленение населенных пунктов. — Уфа, 1961. — С. 45-53.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]