Матюшенко Борис Павлович
Матюшенко Борис Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 2 ноябрь 1883 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 март 1944 (60 йәш) |
Вафат булған урыны | Прага, Богемия һәм Моравия протектораты |
Хәләл ефете | Мария Григорьевна Матюшенко-Гоженко[d] |
Һөнәр төрө | дипломат |
Уҡыу йорто | Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Революционная украинская партия[d] |
Ойошма ағзаһы | Научное общество имени Тараса Шевченко[d] |
Матюшенко Борис Павлович (2 ноябрь 1883 йыл, Санкт-Петербург — 25 март 1944 йыл, Прага) — украин совет һәм йәмәғәт, сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Медицина докторы (1912 йыл), профессор, табип-гигиенист[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй армияһы офицеры ғаиләһендә тыуа. Гимназияны һәм Киев университетының медицина факультетын тамамлай (1909 йыл). Киев университетына ҡараған клиникала һәм Киев ҡатын-ҡыҙҙыр медицина университетында ассистент һәм хәрби табиб булып эшләй. 1903 йылдан — РУП (Революцион Украина партияһының) актив ағзаһы, 1905 йылдың декабренән — УСДРП (Украина социаль-демократик эшселәр партияһы) ағзаһы, актив революцион эшмәкәрлек алып барған өсөн ҡулға алына һәм Киевтан һөрөп ебәрелә.
1914 йылда хәрби врач булараҡ ғәмәлдәге армияға мобилизациялана. 1917 йылдың йәйенә Көньяҡ-Көнбайыш фронттың хәрби часттарында һәм госпиталдәрендә хеҙмәт иткә.
1917 йылдың августынан Украина Үҙәк радаһы йөкләмәһе буйынса Украинала сәләмәтлек һаҡлау хеҙмәтен ойоштороу эшен башлай, эске эштәр генераль секретариаты ҡарамағындағы медицина-санитария идарәһын етәкләй. Украина Халыҡ Республикаһы йәшәгән осорҙа сәләмәтлек һаҡлау һәм попечителлек министрлығының сәләмәтлек һаҡлау департаменты мөдире булып эшләй. 1918 йылдың ноябренән 1919 йылдың февраленә тиклем Украин Халыҡ Республикаһының һаулыҡ һаҡлау һәм попечителлек министры вазифаһын биләй.[2]
1920—1921 йылдарҙа Сит илдәрҙәге украин Ҡыҙыл тәре бюроһын етәкләй. 1921 йылдың декабренән Прагалағы Ирекле Украин университетында уҡыта..
Подебрадала (Чехословакия) Украина хужалык академияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Прагала Карл университетының медицина докторы, Чехословакия Социалистик Республикаһы Евгенистика институтының ике кафедраһы етәксеһе булып эшләй.
Чехословакия Социалистик Республикаһының Украина табибтары Союзына 1922 йылда нигеҙ һалыусы була һәм 1923—1935 йылдарҙа Чехословакия Социалистик Республикаһының Украина табибтары союзын үҙе етәкләй, 1923—1925 йылдарҙа союздың баҫма органы — «Украина Медицина Вестнигы»н мөхәррирләй һәм баҫтыра. «Латин-украин медицина һүҙлеге» мөхәррире.
Прагала вафат була. Борис Матюшенко хөрмәтенә Киевта урам аталған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Матюшенко Борис Павлович | Енциклопедія Сучасної України . Дата обращения: 10 сентябрь 2020.
- ↑ Матюшенко Борис Павлович - Реферати статті публікації - ОСВІТА ПЛАЗА . osvita-plaza.in.ua. Дата обращения: 10 сентябрь 2020.