Эстәлеккә күсергә

Маурер Дора

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡыя яҙылыш

Маурер Дора
мадьярса  Maurer Dóra
Фотография
Тыуған:

11 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Будапешт, Венгрия[4][5]

Үлгән:

14 февраль 2026({{padleft:2026|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[6][7] (88 йәш)

Ил:

 Венгрия[8]

 Работы

Дора Маурер (11 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][2][3][…], Будапешт[4][5] — 14 февраль 2026({{padleft:2026|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[6][7] (88 йәш)) — 50 йылдан ашыу карьераға эйә венгр рәссамы[9]. Ул бөтә: кино һәм фотография, һынлы сәнғәт, спектакль һәм скульптура өлкәләрендә лә тиерлек эшләй[10]. 1970 йылдарҙа авангард эштәре арҡаһында танылыу ала, артабан Маурерҙың эштәрендә заманса йоғонтолар сағыла башлай. Уның сәнғәте математик һәм ҡатмарлы системалы процестарға нигеҙләнгән. Маурерҙың күпселек эштәре тамашасыға варианттарҙы күрһәтеү һәм тамашасының был варианттар менән нимә эшләй алыуына арналған. Уның күп кенә эштәре ябай ғәмәлдәрҙе емерә, шуға күрә тамашасы әҫәрҙе хәрәкәт фотоһы итеп түгел, ә хәрәкәт итеп ҡабул итә. Бынан тыш, Дора Маурер Будапештта нәфис сәнғәт факультеты профессоры[11]һәм кураторы була.

Маурер 1950-cе йылдарҙа рәссам-графикка уҡый[12]. 1970-се йылдарҙа фотография һәм, йыш ҡына музыканттар менән хеҙмәттәәшлек итеп, хәрәкәт итеүсе һындар менән эшләй башлай. Шулай уҡ ул ижади перформатив оҫталыҡ дәрестәре алып бара. 1970-се йылдарҙан башлап ул күп ваҡыт геометрик һәм абстракт һүрәттәр һәм картиналар ижад итә[12].

2019-2020 йылдарҙа Тейт Заманса галереяһында уның эштәренең ҙур ретроспектив күргәҙмәһе үтә[12]. White Cube галереяһы Маурерҙы 2019 йылда күрһәтә башлай[13]. Шулай уҡ уны Карл Костял тәҡдим итә.

2026 йылдың 14 февралендә 88 йәшендә вафат була[14].

Дора Маурерҙың хеҙмәттәрендә геометрик, математик һәм концептуаль системалар[15] барлыҡҡа килә. Дора Маурер, тамашасы уның сәнғәтен хәрәкәт булараҡ күрһен өсөн, ябай хәрәкәт кеүек әйберҙәрҙе күрһәтеүҙең төрлө циклдарын тикшерә. Ул тамашасыға төрлө объекттар менән нимә эшләргә мөмкинлеген күрһәтә, уның нимә эшләргә тейешлеге тураһында уйланырға мәжбүр итә. Маурерҙың бөтә эштәре геометрик композицияларҙан һәм биҙәктәрҙән ғибәрәт. Ул композицияны, һүрәттәрҙе, һыҙаттарҙы, һыҙаттарҙың киңлеген, төҫтәрҙе, мөйөштәрҙе һәм башҡа күп нәмәләрҙе бик эҙмә-эҙлекле (методично) ҡуллана. Уның иң билдәле эштәренең ҡайһы берҙәре «Хәрәкәттең кире ҡайтарыла торған һәм үҙгәреүсән фазалары» һәм һуңғы «Түшәмдәр» («Перекрытия») серияларынан — квази-фотоһүрәттәренән эшләнгән.

Маурер, үҙенең эштәрен уның нимәгә һәләтле булыуына ябай миҫал, тип раҫлаһа ла, күп тәнҡитселәр уларға сәйәси йөкмәтке бирергә ярата. Элек кешеләр, уның эштәре үҙе үҫкән социалистик үткәндең өлгөһө, тип әйтә ине. Әммә Маурер үҙенең сәнғәтен сәйәси тип иҫәпләмәй һәм был идеяны ижадта иҫәпкә алмай. Маурер был турала шулай тигән: кешеләрҙең уның эшен сәйәси тип атауының берҙән-бер сәбәбе — ул ваҡытта башҡарылған бөтә нәмә сәйәси булған[16]. Был тәнҡиттең күп өлөшө уның 1960-1980-се йылдарҙағы эшенә ҡағылышлы әйтелгән.

Маурер сюрреалистик офорттарҙы 1961 йылда, был материалдың техник мөмкинлектәрен тикшереү маҡсатында, эшләй башлай. 1969/1970 йылдарҙа ул ваҡытҡа нигеҙләнгән әҫәрҙәр ижад итә башлай, уларҙа ваҡыт, арауыҡ һәм энергия ваҡиғаға йоғонто яһай. «Время» (1973—1980) эксперименталь фильмында ул аҡ туҡыманы, уны мөмкин тиклем бәләкәсәйтеп, ни бары ете аҙымда ғына, ҡара фонға һала. Һүрәт үҙе икегә, һуңынан дүрткә һәм, ниһайәт, һигеҙгә бүленгәнлектән, ә йыйыу процесының этаптары бер үк ваҡытта башҡарылғанлыҡтан, ҡайһы бер урындарҙа туҡыманың аҡ төҫтәге йөҙлөгө ҡушыла, һөҙөмтәлә бер һүрәтләнеш барлыҡҡа килә[17].

Шәхси күргәҙмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дора Маурер, Карл Костял, Лондон, 2015 йыл[18]
  • Музей Риттер — Фотоһүрәттәр (снимки), 2014 йылдың 18 октябре — 2015 йылдың 19 апреле
  • 5-тән 6, куратор Кэтрин Костял, White Cube Mason Yard, 2016 йылдың 24 майы — 2016 йылдың 9 июле[19]
  • Дора Маурер, куратор Кэтрин Костял, White Cube, Бермондси, 2019 йылдың 12 сентябре — 3 ноябре[20]
  • Хәҙерге заман Тейт галереяһы, 2019 йылдың 5 авгусы — 2020 йылдың 5 июле[12][21]
  • Дора Маурер — SUMUS — Беҙ бергә, Де Аппель, Амстердам, 8 июля 2023 йылдың 8 июле — 23 сентябре[22]

Төркөмдәге күргәҙмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ради Пита. Карл Костял, Стокгольм, 2016 йыл[23]
  1. 1 2 Dora Maurer // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) — F.A. Brockhaus, 1796.
  2. 1 2 Delarge J. Dora MAURER // https://www.ledelarge.fr/15837_artiste_MAURER_Dora (фр.) — Paris: Gründ, Jean-Pierre Delarge, 2001. — ISBN 978-2-7000-3055-6
  3. 1 2 Архив изобразительного искусства — 2003.
  4. 1 2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118800981 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  5. 1 2 Центр искусств и медиатехнологий — 1997.
  6. 1 2 Meghalt Maurer Dóra
  7. 1 2 Meghalt Maurer Dóra képzőművész — Heti Világgazdaság.
  8. ↑ https://www.moma.org/artists/42457 (ингл.)
  9. ↑ Dora Maurer. Artinfo. Дата обращения: 28 апрель 2012. Архивировано 23 сентябрь 2011 года.
  10. ↑ Dóra Maurer review – the gentle art of subversion. the Guardian (11 август 2019). Дата обращения: 12 апрель 2024. Архивировано 2 апрель 2024 года.
  11. ↑ Wannieck Gallery. Dora Maurer. Wannieck Gallery. Дата обращения: 28 апрель 2012. Архивировано из оригинала 29 ноябрь 2013 года.
  12. 1 2 3 4 Tate. Dóra Maurer – Exhibition at Tate Modern (билдәһеҙ). Tate. Дата обращения: 28 февраль 2020. Архивировано 17 ғинуар 2022 года.
  13. ↑ Shaw. Dora Maurer: 'a lack of market was positive for my work'. www.theartnewspaper.com (5 сентябрь 2019). Дата обращения: 7 апрель 2020. Архивировано 14 август 2020 года.
  14. ↑ András, Lendvai Meghalt Maurer Dóra (венг.). index.hu (14 февраль 2026). Дата обращения: 14 февраль 2026.
  15. ↑ Balvanyos. Dora Maurer. E-Flux. Дата обращения: 28 апрель 2012. Архивировано 3 июнь 2016 года.
  16. ↑ Rappolt. Dora Maurer. Art Review. Дата обращения: 28 апрель 2012. Архивировано из оригинала 7 декабрь 2013 года.
  17. ↑ Radical Women Artists behind the Iron Curtain. — ISBN 978-3-96098-527-3.
  18. ↑ Dóra Maurer – Carl Kostyál (билдәһеҙ). Дата обращения: 19 ғинуар 2022. Архивировано 2 декабрь 2021 года.
  19. ↑ White Cube – Dora Maurer Masons Yard 2016 (ингл.). whitecube.com. Дата обращения: 28 февраль 2020. Архивировано 28 февраль 2020 года.
  20. ↑ White Cube – Dora Maurer Bermondsey 2019 (ингл.). whitecube.com. Дата обращения: 28 февраль 2020. Архивировано из оригинала 28 февраль 2020 года.
  21. ↑ Tate. Dóra Maurer – Exhibition at Tate Modern. Tate. Дата обращения: 7 август 2021. Архивировано 17 ғинуар 2022 года.
  22. ↑ Dóra Maurer – SUMUS – We Are Together - Archive - de Appel Amsterdam. www.deappel.nl. Дата обращения: 12 декабрь 2023. Архивировано 12 декабрь 2023 года.
  23. ↑ For Pete’s Sake – Carl Kostyál (билдәһеҙ). Дата обращения: 19 ғинуар 2022. Архивировано 27 ғинуар 2022 года.