Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы: өлгөләр араһындағы айырма
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.2 |
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ Тамғалар: Кире алынған |
||
1 юл: | 1 юл: | ||
{{Историческое государство |
{{Историческое государство |
||
|название = Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы |
|название = Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы<br>ئافتۇنۇمییالىُ باشقۇرتۇستان ساتسىُیال سەۋیتتەر يۇمھۇريەتىُ<br>Başqortostan Avtonomijalь Sovet Sotsialistik Respublikahь |
||
|самоназвание = |
|самоназвание = |
||
|статус = '''Автономиялы республикаһы''' |
|статус = '''Автономиялы республикаһы''' |
||
22 юл: | 22 юл: | ||
}} |
}} |
||
'''Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы''' (''Aftanumьjalь Başqortostan Satsьjal Səvittər Jɵmhyrejəte''<ref>[https://bashkirica.com/books/istoricheskie/-3-bashkiry-zauralya-v-bashkirskom-natsionalnom-dvizhenii-nachala-xx-v-/# § 3.БАШКИРЫ ЗАУРАЛЬЯ В БАШКИРСКОМ НАЦИОНАЛЬНОМ ДВИЖЕНИИ НАЧАЛА XX в] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20191218165205/https://bashkirica.com/books/istoricheskie/-3-bashkiry-zauralya-v-bashkirskom-natsionalnom-dvizhenii-nachala-xx-v-/ |date=2019-12-18 }}</ref>Başqortostan Avtonomialь Sovet Sotsialistik Respublikahь<ref>[http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html?params=UmVzb3VyY2UtMTc0ODE/0JrQvtC90YHRgtC40YLRg9GG0LjRj1_QkdCQ0KHQodCgXzE5Mzc&q=конституция| 1937 йылдың 23 июнендә ҡабул ителгән БАССР Конституцияһының Тексты ]</ref>) — [[РСФСР]] составында [[башҡорт]] халҡының автономлы [[республика]]һы. |
'''Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы''' (ئافتۇنۇمییالىُ باشقۇرتۇستان ساتسىُیال سەۋیتتەر يۇمھۇريەتىُ, ''Aftanumьjalь Başqortostan Satsьjal Səvittər Jɵmhyrejəte''<ref>[https://bashkirica.com/books/istoricheskie/-3-bashkiry-zauralya-v-bashkirskom-natsionalnom-dvizhenii-nachala-xx-v-/# § 3.БАШКИРЫ ЗАУРАЛЬЯ В БАШКИРСКОМ НАЦИОНАЛЬНОМ ДВИЖЕНИИ НАЧАЛА XX в] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20191218165205/https://bashkirica.com/books/istoricheskie/-3-bashkiry-zauralya-v-bashkirskom-natsionalnom-dvizhenii-nachala-xx-v-/ |date=2019-12-18 }}</ref>, Başqortostan Avtonomialь Sovet Sotsialistik Respublikahь<ref>[http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html?params=UmVzb3VyY2UtMTc0ODE/0JrQvtC90YHRgtC40YLRg9GG0LjRj1_QkdCQ0KHQodCgXzE5Mzc&q=конституция| 1937 йылдың 23 июнендә ҡабул ителгән БАССР Конституцияһының Тексты ]</ref>) — [[РСФСР]] составында [[башҡорт]] халҡының автономлы [[республика]]һы. |
||
[[1919 йыл]]дың [[20 март]]ында [[Ырымбур губернаһы]]ның төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) биләмәләрендә ойошторола. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше [[Өфө губернаһы]]нда урынлаша һәм [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһынан идара ителә. |
[[1919 йыл]]дың [[20 март]]ында [[Ырымбур губернаһы]]ның төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) биләмәләрендә ойошторола. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше [[Өфө губернаһы]]нда урынлаша һәм [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһынан идара ителә. |
16:51, 26 июль 2024 өлгөһө
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы ئافتۇنۇمییالىُ باشقۇرتۇستان ساتسىُیال سەۋیتتەر يۇمھۇريەتىُ Başqortostan Avtonomijalь Sovet Sotsialistik Respublikahь | |||||
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, Başqortostan Avtonomialь Sovet Sotsialistik Respublikahь | |||||
| |||||
Баш ҡала |
Стәрлетамаҡ | ||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр | |||||
Аҡса берәмеге | |||||
Майҙаны |
156 000 км² (1922)[1] | ||||
Халҡы |
3 950 482 кеше (1989) | ||||
Идара итеү формаһы | |||||
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә | |||||
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (ئافتۇنۇمییالىُ باشقۇرتۇستان ساتسىُیال سەۋیتتەر يۇمھۇريەتىُ, Aftanumьjalь Başqortostan Satsьjal Səvittər Jɵmhyrejəte[2], Başqortostan Avtonomialь Sovet Sotsialistik Respublikahь[3]) — РСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы.
1919 йылдың 20 мартында Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) биләмәләрендә ойошторола. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше Өфө губернаһында урынлаша һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан идара ителә.
Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетының 1922 йылдың 14 июнендәге декреты буйынса рәсми документтарҙа Автономиялы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһы булараҡ йөрөтөлә башлай[4].
1925 йылдың 27 мартында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был Конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләй; уның буйынса Башҡорт АССР-ы Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан тора. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшеү һәм яҙыу хоҡуғын ала. Бер үк ваҡытта республикала йәшәгән аҙ һанлы милләттәргә лә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡытыу хоҡуғы тәьмин ителә. Рәсми телдәр булып башҡорт һәм урыҫ телдәре таныла[5].
1990 йылдың 11 октябрендә «Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителә.
1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы атамаһы Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә[6].
1992 йылдың 31 мартында Рәсәйҙең башҡа республикалары менән бергә Башҡортостан исеменән дә яңы федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Рәсәйҙең Юғары Советы таратылып, Рәсәй Федерацияһының яңы Конституцияһы ҡабул ителгәс, 1993 йылдың 24 декабрендә республиканың да яңыртылған Төп Законы ғәмәлгә инә.
Башҡорт АССР-ы РСФСР составында беренсе авономиялы совет республикаһы була[7].
Төҙөлөүе
Бәләкәй Башҡортостандың ойошторолоуы
1917 йылдағы Февраль революцияһынан һуң башҡорттар торған төбәктәрҙә милли-территориаль автономия ҡороу өсөн милли хәрәкәт башлана. 1917 йылдың июль-август айҙарында Ырымбурҙа I һәм II Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы уҙа; был йыйындарҙа башҡорт халҡының вәкилдәре федератив Рәсәй составында «милли-территориаль рәүештә демократик республика» төҙөргә зарур, тип ҡарар ҡабул итә.
I Бөтә Башҡорт ҡоролтайы Башҡорт Үҙәк Шураһын һайлай (II Ҡоролтай уны ҡабат һайлай). Үҙәк Шура Ырымбурҙа йыйыла һәм 1918-се йылдың ғинуарында үтәсәк Рәсәйҙең Ойоштороу Йыйынына (Учредительное собрание) әҙерләнә башлай. Әммә пландарҙы Октябрь революцияһы боҙа.
1917 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт Үҙәк Шураһы Ырымбур, Пермь, Һамар, Өфө губернаһының өлөштәрен Рәсәй республикаһының автономлы өлөшө — Башҡортостан территориаль-милли автономияһы тип иғлан итә.
Был ҡарар 1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайында раҫлана. «Бәләкәй Башҡортостан» төшөнсәһе 1918 йылдың ғинуарында индерелә — был ваҡытта «Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһында ҡанундар» тигән проект әҙерләнә.
Бәләкәй Башҡортостанға түбәндәге төбәктәр индерелә:
Пермь губернаһынан: Красноуфимск өйәҙенең көньяҡ өлөшө; Осинск өйәҙенең көньяҡ өлөшө; Екатеринбург өйәҙенең көньяҡ-көнсығыш өлөшө; Шадринск өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө;
Ырымбур губернаһынан: Силәбе өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө; Троицк өйәҙенең көнбайыш өлөшө; Үрге Урал (Верхнеуральск) өйәҙе, Орск өйәҙенең төньяҡ-көнбайыш өлөшө; Ырымбур өйәҙенең төньяҡ өлөшө;
Өфө губернаһынан: Бөрө өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө; Стәрлетамаҡ өйәҙенең төньяҡ-көнсығыш өлөшө;
Һамар губернаһынан: Боғорослан өйәҙенең көнсығыш өлөшө.
Бәләкәй Башҡортостанға ингән дөйөм ер майҙаны — 78 439 км² самаһы, халҡы — 1 219 900 кеше.
Шул уҡ ваҡытта татар милли хәрәкәте лидерҙары Урал-Иҙел Штаты төҙөү буйынса эш алып бара.
1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Автономлы Совет Башҡортостаны тураһында килешеү» төҙөлә. Был килешеү матбуғатта 1919 йылдың 23 мартында баҫылып сыға, был көн республиканың барлыҡҡа килгән көнө тип рәсми рәүештә таныла.
Килешеү буйынса Автономлы Башҡорт Совет Республикаһы (АБСР) барлыҡҡа килә. «Бәләкәй Башҡортостан» тигән төшөнсә бынан һуң да АБСР-ға ҡарата ҡулланыла.
Республиканың составына Ырымбур губернаһынан Ырымбур өйәҙенең 17 улусы, Орск өйәҙенең 28 улусы, Үрге Урал өйәҙенең 12 улусы, Троицк өйәҙенең 6 улусы, Силәбе өйәҙенең 9 улусы, Быҙаулыҡ өйәҙенең 1 улусы. Пермь губернаһынан Шадринск өйәҙенең 8 улусы, Екатеринбург өйәҙенең 4 улусы, Красноуфимск өйәҙенең 6 улусы һәм 5 айырым ауылы. Өфө губернаһынан Златоуст өйәҙенең 14 улусы, Өфө өйәҙенең 4 улусы һәм тағы 2 улусынан айырым башҡорт ауылдары, Стәрлетамаҡ өйәҙенең 29 улусы индерелә.
Бынан алда Бәләкәй Башҡортостанға индерелгән Затоуст өйәҙенең 7 волосы һәм Златоуст ҡалаһы, Өфө өйәҙенең 6 улусы, Троицк өйәҙенең 4 улусы, Стәрлетамаҡ өйәҙенең 10 улусы АБСР составына халыҡтан һорашып сыҡҡас ҡына индерелә ала.
13 кантондан торған яңы административ-территориаль бүленеш ҡабул ителә. Был кантондар исемләп: Етәр, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Бөрйән-Түңгәүер, Тамъян-Ҡатай, Арғаяш, Ялан, Кущин, Дыуан, Көҙәй, Табын, Юрматы, Тоҡ-Суран.
Үрҙәге «Килешеү» буйынса, Автономлы Башҡорт Совет Республикаһының баш ҡалаһын Советтар съезы (йыйын) билдәләргә тейеш була; бығаса ваҡытлыса рәсми баш ҡала тип Бөрйән улусының Орск өйәҙенең Темәс ауылы билдәләнә (хәҙерге Баймаҡ районында урынлашҡан).
Совет власынан килешеүгә Совнарком рәйесе В. И. Ленин, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе вазифаһын башкарыусы М. Ф. Владимирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И. В. Сталин, ВЦИК секретары А. Енукидзе ҡул ҡуя. Башҡорт Хөкүмәте яғынан Башҡорт Хөкүмәте рәйесе М. А. Ҡулаев, Башҡорт шураһы (советы) ағзаһы М. Д. Халиҡов, Башҡорт ғәскәрҙәре адъютанты Ә. И. Бикбауов ҡул ҡуя.
Был килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡатмарлы шарттарҙа башҡарыла. Граждандар һуғышы киң ҡолас ала, башҡорт ерҙәре берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар ҡулына күсә. Был документ — ике яҡ араһында барған оҙайлы, ауыр һәм әүҙем һөйләшеүҙәр нәтижәһе. Башҡортостандың сәйәси-хоҡуҡи статусы юридик яҡтан нығытыла. Ғәмәлдә Рәсәй составында, сағыштырмаса үҙаллы иҡтисадҡа һәм айырым ғәскәргә эйә булған башҡорт республикаһы барлыҡҡа килә.
Башҡорт Автономияһы төҙөлөү үҙ-ара килешеү һәм тик шарттар нигеҙендә барлыҡҡа килә. Башҡа милли берәмектәргә автономия хоҡуғы «юғарынан» йәғни Совет власы декреты менән бирелә.
Шулай итеп, Башҡортостан Рәсәйҙәге тәүге милли-территориаль республика булып ойошторола.
Колчак ғәскәре һөжүм итеп килгәс, республиканың идаралығы (Башревком) Саранск ҡалаһына күсерелә; унда ул 1919-сы йылдың апреленән авгусына тиклем булып, августың 20-һендә Стәрлетамаҡҡа ҡайта. Стәрлетамаҡ Өфө губернаһында ҡалһа ла, Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһына әүерелә. 1920-сы йылдың 20 авгусында Стәрлетамаҡ ҡалаһы, ноябрь айында Стәрлетамаҡ өйәҙенең 16 улусы шулай уҡ республикаға тапшырыла.
Оло Башҡортостандың барлыҡҡа килеүе
1922 йылдың 14 июнендә «Автономиялы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһының сиктәрен киңәйтеү тураһында» тип аталған ВЦИК декреты менән Өфө губернаһы бөтөрөлә.
Уның Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Златоуст өйәҙҙәре Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһына ҡушыла. Республика составына шулай уҡ |Силәбе губернаһының Мейәс өйәҙе Турғаяҡ, Сыростан, Мейәс улустары һәм Мейәс ҡалаһы индерелә. Бәләкәй Башҡортостандан Силәбе губернаһына Ялан кантоны тапшырыла. Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе 1920 йылда барлыҡҡа килгән яңы Автономиялы Татар Социалистик Совет Республикаһына тапшырыла.
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының рәсми баш ҡалаһы — Өфө.
Юридик яҡтан Өфө губернаһы административ берәмек булараҡ бөтөрөлә, уның ерҙәре Башҡорт Республикаһына күсә. Өфө губернаһының етәкселәре күпселектә Оло Башҡортостандың идаралығына күсә.
ВКП(б)-ның һәм КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары:
- Йомағолов Харис Йомағол улы (1919, ноябрь — 1919, декабрь)
- Каспранский Әхмәткамал Әхмәҙинур улы (1920, март — 1920, май)
- Викман Пётр Михайлович (1920, июль — 1921, май)
- Бейешев Әхмәт Әлмөхәмәт улы (июнь — ноябрь 1921)
- Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (ноябрь 1921 — март 1922)
- Жеканов Андрей Ильич (апрель — сентябрь 1922)
- Нимвицкий Борис Николаевич (1922—1923)
- Восканов Рубен Айрапетович (1923—1924)
- Разумов Михаил Осипович (1924—1926)
- Юревич Эдуард Иванович (1926 — февраль 1930)
- Быкин Яков Борисович (1930 — октябрь 1937)
- Заликин Александр Тарасович (октябрь 1937 — ғинуар 1939)
- Растёгин Григорий Сергеевич (ғинуар — ноябрь 1939)
- Аношин Иван Семёнович (ноябрь 1939 — ғинуар 1942)
- Задионченко Семён Борисович (ғинуар 1942 — ғинуар 1943)
- Игнатьев Семён Денисович (ғинуар 1943—1946)
- Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (1946 — декабрь 1953)
- Игнатьев Семён Денисович (декабрь 1953 — июнь 1957)
- Нуриев Зыя Нурый улы (июнь 1957 — июль 1969)
- Шакиров Миҙхәт Закир улы (июль 1969 — июнь 1987)
- Хәбибуллин Равмер Хәсән улы (июнь 1987 — февраль 1990)
- Горбунов Игорь Алексеевич (февраль / апрель 1990 — август 1991)
Ижтимағи-иҡтисади үҫеше
Совет власы осоронда Башҡортостан ҙур үҫеш кисерә, уның сәнәғәт секторына нигеҙ һалына. республиканың күпселек ҡалалары тап ошо осорҙа төҙөлә.
1920 йылдарҙың аҙағында уҡ Башҡортостанда, Татарстанда һәм күрше төбәктәрҙә нефть ятҡылыҡтары табыла (Иҙел-Урал нефть һәм газ төбәге мәҡәләһен ҡара). 1932-се йылдың майында Ишембай янында беренсе скважиналарҙан нефть сығарыла башлай.
1930 йылдарҙа Совет хөкүмәте ошо төбәктә ҙур нефть сығарыу һәм эшкәртеү базаһын ойоштороу маҡсатын ҡуя. Киләсәктә был нефть эшкәртеү һәм нефтехимия тармаҡтарын төҙөүҙә булышлыҡ итә. Иҙел-Урал төбәге «Икенсе Баҡы» тип атала башлай.
Башҡортостандың Урал аръяғында (Белоретта, Учалыла, Сибайҙа) тау сәнәғәте районы булдырыла. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары мөһим сәнәғәт үҙәктәренә әүерелә.
1920—1938 йылдарҙа республика етәкселәре
Ҡарағыҙ: БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты
-
Мортазин Муса Лот улы (1920—1921)
-
Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (1921—1922)
-
Ҡушаев Хәфиз Ҡушай улы (1922—1929)
-
Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (1929—1931)
-
Таһиров Авзал Мөхөтдин улы (1931—1937)
-
Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (1937—1938)
Бөйөк Ватан һуғышы осоро
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостанға Рәсәйҙең үҙәгенән һәм көньяғынан йөҙҙән ашыу предприятиелар, тиҫтәләрсә госпиталдәр, ҡайһы бер үҙәк хөкүмәт органдары эвакуациялана; 278 мең ҡасаҡ күсеп килә, шуларҙың 104 меңе — Өфөгә.
Һуғыш ваҡытында бик күп хәрби частар, шул иҫәптән Башҡорт атлы дивизияһы әҙерләнә. «Полководец Суворов», «Александр Невский», «Салават Юлаев» һәм «Уфимец» бронепоездарын эшләп, фронтҡа ебәрәләр[8].
Башҡортостанда табылған нефть ятҡылыҡтары һуғышта еңеү өсөн ифрат ныҡ булышлыҡ итә.
Административ-территориаль бүленеше
1930 йылғаса Башҡортостанда улус-кантон бүленеше була. Мәҫәлән, 1926 йылда Башҡорт АССР-ында 8 кантон була, атап үткәндә Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантоны. Былар 117 улусҡа һәм 1 852 ауыл советына бүленә. 1930 йылдың 20 авгусында райондарға бүленеш индерелә. 1952 йылдың майында Башҡорт АССР-ы Өфө һәм Стәрлетамаҡ өлкәһенә бүленә. Киләһе йылдың апрелендә был ҡарар юҡҡа сығарыла, Башҡорт АССР-ы берҙәм төбәк булараҡ 54 районға бүленә.
Дәүләт наградалары
-
1935 йылдың 15 марты — сәнәғәт һәм ауыл хужалығындағы уңыштар өсөн
-
1957 йылдың 13 июне —
үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыу уңайынан һәм сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштар өсөн -
1959 йылдың 21 марты — коммунистик төҙөлөштәге уңыштар, республиканың 50 йыллығы уңайынан
-
1972 йылдың 29 декабре — СССР-ҙың 50 йыллығы айҡанлы һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуҙағы уңыштар өсөн
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Башҡортостан Республикаһы
- Өфө губернаһы
- Ырымбур губернаһы
- Арғаяш Милли Округы
- Оло Башҡортостан
- Тарихи Башҡортостан
Иҫкәрмәләр
- ↑ С.Ф.Ҡасимов Тәржемәсе М.Х.Хужин. / Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ § 3.БАШКИРЫ ЗАУРАЛЬЯ В БАШКИРСКОМ НАЦИОНАЛЬНОМ ДВИЖЕНИИ НАЧАЛА XX в 2019 йыл 18 декабрь архивланған.
- ↑ 1937 йылдың 23 июнендә ҡабул ителгән БАССР Конституцияһының Тексты
- ↑ ДӘҮЛӘТ ҠОРОЛОШО 2020 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ Башинформ: 85 йыл элек БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителгән (рус.)
- ↑ Закон Башкирской ССР от 25 февраля 1992 года № ВС-10/12 «Об изменении наименования государства Башкирская Советская Социалистическая Республика»
- ↑ БСЭ т.4 1950 год стр 347
- ↑ История создания и развития военного комиссариата Республики Башкортостан 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
Сығанаҡтар
- История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001). Сборник документов и материалов. — Уфа: Китап, 2003. — 536 с.
- Гатауллин Р. Ш. Динамика административно-территориального подчинения исторического Башкортостана. //Материалы IV Всероссийской научно-практической конференции Организация территории: Статика, динамика, управление. / БГПУ им. Акмуллы, Башкортостанстат. — Уфа: Башкортостанстат, 2007. — 288 с.
- Уральская историческая энциклопедия. Под ред. В. В. Алексеева. Екатеринбург, Уральское отделение РАН, 1999
Әҙәбиәт
- Очерки по истории Башкирской АССР / Под ред.: А. П. Смирнова, Н. В. Устюгова, А. И. Харисова, Г. Ф. Шафикова, Р. Г. Кузеева; Академия наук СССР, Башкирский филиал. Институт истории, языка и литературы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1956. — Т. I, часть первая. — 304 с. — 10 000 экз. (в пер.)
- История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001): Сборник документов и материалов. — Уфа: Китап, 2003. — 536 с.
- Гатауллин Р. Ш. Динамика административно-территориального подчинения исторического Башкортостана // Материалы IV Всероссийской научно-практической конференции «Организация территории: Статика, динамика, управление» / БГПУ им. Акмуллы, Башкортостанстат. — Уфа: Башкортостанстат, 2007. — 288 с.
- Уральская историческая энциклопедия / Под ред. В. В. Алексеева. — Екатеринбург: Уральское отделение РАН, 1999.
Һылтанмалар
- YouTube сайтында Образование Большой Башкирии
- YouTube сайтында «Мятеж». Крестьянские восстания в Уфимской губернии 1918-1920 гг. и образование "Большой Башкирии"
- Муллаян Давлетшинович Халиков — государственный и политический деятель 2018 йыл 4 май архивланған.
- Муллаян Давлетшинович Халиков — Личность в башкирской истории
- Историческая среда: «Преемник Валидова»(недоступная ссылка)
- Всемирный исторический проект (whp057.narod.ru) 2009 йыл 14 декабрь архивланған.
- Рождение Башкирской Республики. В 9-ти частях — YouTube сайтында Видео
- Награды — История Башкирского народа (стр. 48) 2016 йыл 4 март архивланған.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |