Покровский Егор Арсеньевич: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: күренеште төҙәтеү
26 юл: 26 юл:


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр|2}}
{{Иҫкәрмәләр}}


== Әҙәбиәт ==
== Әҙәбиәт ==

15:31, 10 ғинуар 2021 өлгөһө

Покровский Егор Арсеньевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 13 ғинуар 1834({{padleft:1834|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Корчевской уезд[d], Тверь губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 октябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө табип, педиатр, психолог, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө медицина[1], педиатрия[d][1], психология[1], педагогика[1] һәм movement education[d][1]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының медицина факультеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Покровский Егор Арсеньевич Викимилектә

Покровский Егор Арсеньевич (13 ғинуар (25 ғинуар) 1834 йыл16 октябрь 1895 йыл) — Рәсәй империяһы педиатры, психолог, хәйриә ярҙамы күрһәтеүсе; медицина фәндәре докторы (1870). 19-сы быуатта Рәсәйҙең төрлө халыҡтарында һәм төбәктәрендә балаларҙы физик тәрбиәләүҙе һәм балаларҙың халыҡ уйындарын өйрәнеүсе, уның бала саҡ донъяһы проблематикаһы буйынса китаптары өс быуат рәттән ҡабатлап баҫылып сыға.

Биографияһы

Егор (Георгий) Арсеньевич Покровский 1834 йылдың 13 (25) ғинуарында[2] Тверь губернаһының Корчевский өйәҙе Ново-Никитское ауылында дин әһеле ғаиләһендә тыуған.

1860 йылда Мәскәү университетының медицина факультетын табип дәрәжәһе менән тамамлай һәм Олонец губернаһының Пудож ҡалаһында табип булып эшләй башлай. 1862 йылдан башлап Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй: Бронная урамында Балалар дауаханаһында (ординатор, 1882—1895 йылдарҙа — директор һәм баш табип). 1872 йылда императрица Мария учреждениелары ведомствоһы дүрт айға сит илдәргә ебәрә, унда Берлинда, Венала һәм Парижда балалар клиникаһын ойоштороуҙы өйрәнә. Покровский Политехник музейҙа медик-антропологик күргәҙмәнең (1879) һәм Мәскәүҙә егәрлелек йәмғиәте күргәҙмәһенең (1888) балалар гигиенаһы бүлеген; шулай уҡ Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһендә балаларҙы физик тәрбиәләү тураһында бүлек ойоштора (1889), бының өсөн Почетлы легион орденына лайыҡ була[3].

Табиплыҡтан тыш, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — Мәскәүҙә рус табиптар йәмғиәте ағзаһы була, Мәскәү ҡала думаһы медицина комиссияһының асыҡ рәйесе, тәбиғәт белемен, этнографияны һәм антропологияны яратыусылар Император йәмғиәтенең медицина комиссияһы рәйесе, «Вестник воспитания» психологик-педагогик журналын ойоштороусы һәм мөхәррире (1890—1895 йылдарҙа) була[4]. Иң мөһим хеҙмәттәре балаларҙың үҫеш һәм тәрбиә проблемаларына, физик тәрбиәгә, революцияға тиклемге Рәсәйҙең төрлө халыҡтары һәм төбәктәренең балалар уйындарына арналған. Уның иң билдәле китабы «Детские игры, преимущественно русские (в связи с историей, этнографией, педагогией и гигиеной)», уның тәүге баҫмаһы 1887 йылда бөтә Рәсәй мәғлүмәт тапшырыусыларының 2000-дән ашыу хаты нигеҙендә әҙерләнә. Китап төрлө варианттарҙа 1892 һәм 1895 йылдарҙа, ә һуңынан йөҙ йыл тиерлек үткәс баҫылып сыға.

Покровский шулай уҡ Мәскәү терапия йәмғиәтенең беренсе рәйесе һәм Мәскәү гигиена йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе була.

«Об источнике новообразования соединительной ткани при зарастании просвета кровеносных сосудов» темаһына медицина докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай (1870)[5].

Мәскәүҙә Оло Молчановкала; 1874 йылдан — балалар дауаханаһында эшләгәндә Бронная урамы, 15; 1895 йылдан — Садовая-Кудринская урамы, 15 адресы буйынса йәшәй.

1895 йылдың 16 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Ваганьково зыяратында ерләнгән.

Граф Н. С. Толстойҙың ҡыҙына өйләнгән булған.

Өҫтәмә факттар

Е. А. Покровский бөтә Рәсәйҙән балалар әйберҙәре һәм кәрәк-яраҡтары йыя: сәңгелдәктәр, шыуғыстар, ҡурсаҡтар, кейем, балалар аш-һыуы рецептары, Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың балалар уйындарын. Ул Педагогика музейына тапшырған 100-гә яҡын уникаль экспонат һәм 69 һүрәт һуңынан Политехник музейға эләгә, әммә унда һаҡланмай, ә өлөшләтә башҡа музейҙарға тапшырыла һәм хәҙер Рәсәй этнография музейы коллекцияларының бер өлөшөн тәшкил итә, был хәҙерге заман тикшеренеүселәре тарафынан иҫбат ителгән

Библиография

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Д-р мед. Змеев Лев Фёдорович. Словарь врачей, получивших степень доктора медицины (и хирургии) в Императорском Московском университете до 1863 года. — Санкт-Петербург: Типо-лит. В. Г. Апостолова, 1885. — С. 44, 66. — 67 с.
  • Теория и история игры. Вып.1.Памяти Е. А. Покровского. Отв. ред. В. М. Григорьев, С. В. Григорьев. — М.: ОДИ — International, 1995. −107 с.

Һылтанмалар

  • Крылова И. В. Покровский Егор Арсеньевич // Энциклопедия «Лица Москвы» (ссылка из Архива Интернета по состоянию на 4 марта 2016)
  • Егор (Георгий) Арсеньевич Покровский(недоступная ссылка)
  • Григорьев С. В. Принцип культуросообразности в этно-психолого-педагогическом исследовании традиционного и современного мира игры// Теория и история игры. Вып.2, М., 2002, с. 111—127.

[[Категория::Мәскәү университетының медицина факультеты уҡытыусылары]]