Конфуцианлыҡ — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
Нет описания правки
 
== Тарихы ==
Боронғо донъяның күп уҡымышлылары кеүек уны ла бөтәһенән элек кеше үҙе ҡыҙыҡһындырған. Конфуций тәғлимәте — кешеләргә нимәгә ынтылырға, йәмғиәттә йәшәгәндә ниндәй ҡағиҙәләргә таянып эш итергә кәрәклеген, ғаиләлә мөнәсәбәттәр нисек төҙөлөргә, тәбиғәткә ҡараш ниндәй булырға тейешлеген өйрәткән. Был аҡыл эйәһе боронғо алла — Күкте өлгө итеп һанаған. «Тәбиғәт закондарына ярашлы рәүештә кешегә биш матур сифат: аҡыллылыҡ, кеше һөйөүсәнлек, тоғролоҡ, ололарҙы хөрмәтләү һәм ҡыйыулыҡ хас булырға тейеш; уларһыҙ кешеләр тормошонда тәртип булмаясаҡ», — тигән ул. Конфуций һайлап алынғандар ғына был сифаттарға эйә, шулай ҙа һәр кем уға ынтылырға тейеш, тип иҫәпләгән. Аҡыл эйәһенең фекеренсә аҡылға нигеҙләнеп төҙөлгән йәмғиәт ҡоролошо кешегә үҙ-үҙен камиллаштырыу мөмкинлеген бирергә һәм бөтәһенә лә файҙа килтерергә тейеш булған. Дәүләтте Конфуций кесе кеше олоһона (ябай кеше аҡһөйәккә) буйһонорға тейеш булған ҙур бер ғаилә тип ҡараған. Дәүләттә иң өлкән кеше — хаким — Күк улы. «Батша — ул халыҡ өсөн атай ҙа, әсәй ҙә, — тип өйрәткән аҡыл эйәһе. — Батшаға хеҙмәт итеүсе һәр кем, аҡһөйәкме ул йә ябай кешеме, ярлы йә баймы, үҙ ғүмерендә бер ниндәй шарттарҙа ла батшаға ҡаршы баш күтәрергә тейеш түгел». Конфуций һәр кеше йәмғиәттә Күк билдәләгән урынын ныҡлы белергә тейеш тигән фекерҙе яҡлаған. «Хаким — хаким, сановник — сановник, атай — атай, ул — ул булып ҡалырға тейеш», — тигән ул.
 
«Тәбиғәт закондарына ярашлы рәүештә кешегә биш матур сифат: аҡыллылыҡ, кеше һөйөүсәнлек, тоғролоҡ, ололарҙы хөрмәтләү һәм ҡыйыулыҡ хас булырға тейеш; уларһыҙ кешеләр тормошонда тәртип булмаясаҡ», — тигән ул. Конфуций һайлап алынғандар ғына был сифаттарға эйә, шулай ҙа һәр кем уға ынтылырға тейеш, тип иҫәпләгән. Аҡыл эйәһенең фекеренсә аҡылға нигеҙләнеп төҙөлгән йәмғиәт ҡоролошо кешегә үҙ-үҙен камиллаштырыу мөмкинлеген бирергә һәм бөтәһенә лә файҙа килтерергә тейеш булған.
 
Дәүләтте Конфуций кесе кеше олоһона (ябай кеше аҡһөйәккә) буйһонорға тейеш булған ҙур бер ғаилә тип ҡараған. Дәүләттә иң өлкән кеше — хаким — Күк улы. «Батша — ул халыҡ өсөн атай ҙа, әсәй ҙә, — тип өйрәткән аҡыл эйәһе. — Батшаға хеҙмәт итеүсе һәр кем, аҡһөйәкме ул йә ябай кешеме, ярлы йә баймы, үҙ ғүмерендә бер ниндәй шарттарҙа ла батшаға ҡаршы баш күтәрергә тейеш түгел». Конфуций һәр кеше йәмғиәттә Күк билдәләгән урынын ныҡлы белергә тейеш тигән фекерҙе яҡлаған. «Хаким — хаким, сановник — сановник, атай — атай, ул — ул булып ҡалырға тейеш», — тигән ул.
 
Конфуций бер сиктән икенсеһенә ташланыуҙан ҡасыуҙы хуп күргән (урталыҡ принцибы). Аҡыл эйәһе власть үҙе лә халыҡ алдында яуаплы булырға тейеш, шунһыҙ халыҡ уға ышанмай башлаясаҡ, тигән. «Дәүләт хакимы булырға теләгән кеше, — тигән ул, — үҙе уртаса йәшәргә, ҡолдары менән идара иткәндә мәрхә-мәтлелек күрһәтергә тейеш».
 
Үҙенең тормошсанлығы менән ҡыҙыҡтырған Конфуций тәғлимәте дингә әүерелгән. Уның нигеҙендә идеаль йәмғиәт, идеаль ғаилә төҙөргә һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырырға мөмкин булып тойолған.
 
== Конфуцианлыҡ һәм уның мәсьәләлре ==
=== Төп төшөнсәләр===
13 251

үҙгәртеү

Навигация