Ярлы Кәрим: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
21 юл: 21 юл:

Ярлы башҡорт йырҙарын,

Ярлы башҡорт йырҙарын,

Эйе, мин бер һандуғас,

Эйе, мин бер һандуғас,

Башҡорт — йәшел-йәш бер ҡайын.

Башҡорт — йәшел-йәш бер ҡайын <ref>[https://vk.com/im?sel=50536211&w=wall-196702306_3217%2F11a200c35e4ac29dd0 Аҡбуҙат журналы]</ref>.

== Иҫтәлеге ==
== Иҫтәлеге ==

18:40, 16 февраль 2021 өлгөһө

Ярлы Кәрим
татар. Габдулла Әхмәтвали улы Кәримов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
СССР
Тыуған көнө 16 июнь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Айыт, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1937
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Туған тел татар теле
Һөнәр төрө шағир
Уҡыу йорто Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты

Ярлы Кәрим (Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримов) — (16 июнь 1901 йыл — 1937) — шағир, журналист, 1917—1919 йылдарҙағы милли хәрәкәт эшмәкәре. Милләте башҡорт.

Биографияһы

Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримов 1901 йылдың 16 июнендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Бишбүләк районы) Айыт ауылында донъяға килгән. Атаһы ауылдың муллаһы булған.

Башланғыс белемде ауылдың мәхәллә мәктәбендә ала, артабан Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә белем ала.

Бөйөк Октябрь революцияһы осоронда мәҙрәсәлә уҡыуын ташлай һәм Совет власы урынлаштырыу өсөн көрәш башлаған милли хәрәкәттә ҡатнаша. Беренсе шиғырҙарын яҙып баҫтыра. 1919 йылда ул партия сафтарына алына, һуңғараҡ Ҡыҙыл Армия составында Петроградты Юденич ғәскәренән һаҡлау өсөн һуғыша, шунда ҡаты яралана.

1921—1922 йылдарҙа Мәскәүҙә шағир Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетында уҡый, әҙәби ижад менән шөғөлләнә.1926 йылға тиклем Ҡазанда, Өфөлә һәм Башҡортостан йөмһүриәтнең Белорет кантонында гәзит һәм партия эшендә була. Элекке яралары уның сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшата, һәм ул 1937 йылда Өфөлә вафат була.

Әҙәби мираҫы

Ярлы Кәрим күренекле башҡорт совет шағиры Фатих Кәримдең бер туған ағаһы, энеһенә ул әҙәби ижады һәм тормош үрнәге менән шәхес һәм яҙыусы булараҡ үҫешеүенә ҙур йоғонто яһай. Уның әҙәби мираҫы күләм яғынан ҙур түгел. Был мираҫҡа 1919—1925 йылдар араһында Төркөстан фронтының органы «Ҡыҙыл маяҡ» гәзитендә, Өфө, Ҡазан, Мәскәүҙәге матбуғатта баҫылып сыҡҡан бер нисә тиҫтә шиғыр ғына инә. Улар араһында «Мин ҡайттым» шиғыры:
Мин үҙем башҡорт ауылында
Тыуып үҫкән бер бала.
Шуға ла бик-бик беләм
Башҡорт эсендә ни яна
Эйе, мин йырлайым иҙелгән
Ярлы башҡорт йырҙарын,
Эйе, мин бер һандуғас,
Башҡорт — йәшел-йәш бер ҡайын [1].

Иҫтәлеге

2020 йылдың 25 декабрендә Айыт ауылының күп функциялы үҙәгендә башҡорт шағиры Ярлы Кәримгә бағышланған мемориаль таҡтаташ асылған[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар