5 март: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →{{Ваҡиғалар}}: аныҡлаштырыу |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) өҫтәмә мәғлүмәт |
||
9 юл: | 9 юл: | ||
* {{Флагификация|Иран}}: Ағас ултыртыу көнө. |
* {{Флагификация|Иран}}: Ағас ултыртыу көнө. |
||
;[[Файл:Social_sciences.svg|25px]] Һөнәри |
;[[Файл:Social_sciences.svg|25px]] Һөнәри |
||
* {{Флагификация|Россия}}: Диңгеҙ училищелары көнө. |
|||
* {{Флагификация|Киргизия}}: Суд системаһы хеҙмәткәрҙәре көнө. |
* {{Флагификация|Киргизия}}: Суд системаһы хеҙмәткәрҙәре көнө. |
||
}}</onlyinclude> |
}}</onlyinclude> |
18:30, 4 март 2021 өлгөһө
5 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
5 март Викимилектә |
5 март — григориан стиле буйынса йылдың 64-се (кәбисә йылында 65-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 301 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Әзербайжан: Физик культура һәм спорт көнө.
- Иран: Ағас ултыртыу көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Диңгеҙ училищелары көнө.
- Ҡырғыҙстан: Суд системаһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1705: Пётр I рекруттар йыйыу тураһында указ сығара, был Рәсәй империяһында регуляр армияның барлыҡҡа килеүенә нигеҙ һала.
- 1764: Екатерина II монастырь ерҙәрен һәм крепостной крәҫтиәндәрен дәүләт ҡаҙнаһына күсереү тураһында иғлан итә.
- 1820: Фаддей Беллинсгаузен Антарктиданы асҡандан һуң караптарын йүнәтеү өсөн Австралияға юллана. Был эштән һуң ул бөтә йәйҙе Океания диңгеҙҙәрендә үткәрә, быға тиклем билдәле булмаған 17 утрауҙы аса.
- 1844: Үрге һәм Түбәнге Канаданың баш ҡалаһы Кингстондан Монреалгә күсерелә.
- 1861: Рәсәй империяһының барлыҡ сиркәүҙәрендә крепостной хоҡуҡты бөтөрөү тураһында манифест уҡыла.
- 1866: Англияла Дж.Макгилу степлерға патент алына.
- 1917: Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары Советының тәүге ултырышы була.
- 1918: Совет Рәсәйендә хәрби элемтә хеҙмәте булдырыла.
- 1929: Запорожье драма театры ойошторола.
- 1930: Мәскәүҙә Арбат майҙанында «Художественный» тип аталған тәүге тауышлы фильмдар кинотеатры асыла.
- 1930: Симферополдә урындағы хакимиәт ҡарары буйынса ҡараимдарҙың кенассаһы (ғибәҙәтханаһы) ябыла.
- 1932: СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторола.
- 1936: Мәскәүҙә Үҙәк балалар театры (Рәсәй академия йәштәр театры) асыла.
- 1936: Supermarine Spitfire Бөйөк Британия истребителенең тәүге осошо.
- 1942: Куйбышевта тәүге тапҡыр Дмитрий Шостаковичтың Етенсе симфонияһы башҡарыла.
- 1943: Инглиз реактив самолеты Gloster Meteor тәүге осош яһай.
- 1958: Зеленоград ҡалаһы (Мәскәүҙең юлдаш ҡалаһы) нигеҙләнә, һуңынан ул Мәскәүҙең административ округына әүерелә.
- 1958: «Як-38» тауыштан шәберәк күп маҡсатлы самолетының тәүге осошо.
- 1959: Павел Флоренский Архангельск өлкә суды ҡарары менән икенсе тапҡыр аҡлана.
- 1960: Альберто Корда Че Гевараны фотоға төшөрә, ул фотоһүрәт бөтә донъяға тарала.
- 1960: Элвис Пресли сержант дәрәжәһендә АҠШ армияһында хеҙмәтен тамамлай.
- 1970: «Ядро ҡоралын таратмау тураһында килешеү» үҙ көсөнә инә.
- 1976: Фунт стерлингтың АҠШ валютаһына ҡарата курсы тарихта тәүге тапҡыр 2 долларҙан аҫҡараҡ төшә.
- 1979: «Вояджер-1» йыһан аппараты Юпитерға етә.
- 1989: «Disney Channel» телеканалында «Чип һәм Дейл ярҙамға ашыға» йәнһүрәт сериалының премьераһы була.
- 1995: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәүге һайлау үтә.
- 2000: Бөйөк Британия ғалимдары сусҡаны клонлау буйынса беренсе уңышлы операция яһай.
- 2003: Роберт Кочарян ҡабаттан Әрмәнстан президенты итеп һайлана.
- 2004: Сибайҙа Урал аръяғы йылылыҡ электростанцияһы (ҡеүәте — 27,3 МВт) сафҡа инә.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Сынбулатов Хәйретдин Мостаҡ улы (1905—5.01.1969), хужалыҡ эшмәкәре. 1939–1941 йылдарҙа Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты, 1946 йылдан — район ҡулланыусылар йәмғиәте, 1949–1952 йылдарҙа «Ҡыҙыл доброволец» колхозы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1935) һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әбүбәкер ауылынан.
- Кобелев Александр Иванович (1910—14.10.1975), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры, подполковник, Советтар Союзы Геройы (1944).
- Поляков Владимир Николаевич (1930—27.10.2007), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1965—1986 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Ишембай ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, ҡаланың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Яңы Малыҡлы районы Яңы Сәрмәсән ауылынан.
- Пилюгин Владимир Степанович (1940—22.08.2008), ғалим-химик. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1974 йылдан Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми тикшеренеү технология институтының лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1992—2004 йылдарҙа институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының Ун Майҙан ауылынан.
- Батырбаев Зәит Зәки улы (1955), спортсы, педагог, йәмәғәтсе. Өфөләге 8-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы, республика йыйылма командаһының баш тренеры. Башҡортостан Республикаһының Спорт акробатикаһы федерацияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. СССР-ҙың спорт мастеры. Рәсәй Федерацияһы Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының Физик культура һәм спорт отличнигы (2013).
- Әхтәмов Илдар Фуат улы (1960), ғалим-травматолог ортопед, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1999 йылдан Ҡазан медицина университетының травматология, ортопедия һәм экстремаль хәлдәр хирургияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (2000). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2008), атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1996), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995; Академик Г. А. Илизаров фонды премияһы лауреаты (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы (1931—5.04.2018), нефтсе, хеҙмәт алдынғыһы. 1970—1991 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһе Нефтекама быраулау эштәре идаралығының вышка монтажлау цехы бригадиры. РСФСР-ҙың унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1980—1985). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1970) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1976). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1981).
- Трапезников Валентин Кузьмич (1931), ғалим-үҫемлектәр физиологы. 1963 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты ғилми хеҙмәткәре, 1972 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 йылдан — лаборатория мөдире, 1997—2014 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (2001). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Алатор ауылынан.
- Крюкова Антонина Яковлевна (1936), һаулыҡ һаҡлау һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-терапевт. 1966 йылдан республика дауаханалары терпевы, 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан поликлиника терапияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975).
- Ихсанов Марат Мөхәмәт улы (1941), мәғариф ветераны. 1981—2006 йылдарҙа Күгәрсен районында мәктәп директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Зайцев Александр Николаевич (1951), ғалим-инженер-механик. 1994 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Сығышы менән хәҙерге Белоруссияның Могилёв ҡалаһынан.
- Коряковцева Луиза Мозафар ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Ильясова; 1951), хеҙмәт ветераны, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының элекке режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1951). Сығышы менән хәҙерге Ишембай ҡалаһы биләмәләрендә булған Тирмән-Йылға ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Бирҙин Ғәли Иркәбай улы (1907—25.10.1973), Бөйөк Ватан һуғышында яугиры, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Әхмәҙуллин Мортаза Әхмәҙулла улы (1917—29.08.1986), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мәсетле районы Һөләймән ауылынан.
- Мәүлит Ямалетдин (1947—8.11.2020), шағир, яҙыусы, ҡурайсы, йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Лев Кузнецов (1923—13.08.1992), скульптор-монументалист. 1966 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1976) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1978).
- Гөлсөм Хәбибуллина (1943—22.12.2016), эстрада артисы, 1964—2002 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һүҙ жанры артисы, юмор һәм сатира оҫтаһы. Эстрада артистарының Бөтә Рәсәй конкурсы (Мәскәү) лауреаты. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987).
- Исҡужин Рәмил Кәбир улы (1958), ғалим-хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2007—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Муллағолова Әнисә Муса ҡыҙы (1963), ғалим—әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре кандидаты, доцент. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Богомолов Дмитрий Васильевич (1909—28.01.1961), ғалим-тупраҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1947). Башҡорт АССР-ы тупрағын ҙур масштаблы тикшереү һәм республиканың 1‑се йыйылма тупраҡ картаһын төҙөү етәксеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Сәйәхов Фәнил Лотфрахман улы (1934—20.11.2002), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы; 1995–2002 йылдарҙа Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының Башҡортостан Республикаһындағы фән‑ара бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1996), физика-математика фәндәре докторы (1985), профессор (1987); Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1990).
- Күсимова Суфия Ғилман ҡыҙы (1944), ғалим-театр белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1973—1982 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында факультет деканы, 1983—1987 һәм 1992—2011 йылдарҙа кафедра мөдире. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1974), профессор (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999). Салауат Юлаев ордены (2014) кавалеры.
- Ғайсин Әхтәр Мәғәз улы (1954), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).
- Пушкарёв Василий Александрович (1959), ғалим-табип-онколог. 1996 йылдан Республика клиник онкология диспансерының бүлек мөдире. Медицина фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Абдулла районынан.
- Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы (1969), журналист, яҙыусы. 2013 йылдан — «Тамаша» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Дөйөм исемлек
- 1865: Тимофей Краснобаев, СССР-ҙың ғалим-хирургы, академик.
- 1871: Роза Люксембург, Германия сәйәсмәне.
- 1910: Момофуку Андо, Тайвань һәм Япония эшҡыуары, тиҙ әҙерләнеүсе лапшаны уйлап сығарыусы.
- 1910: Константин Сергеев, балет артисы, балетмейстер, СССР-ҙың халыҡ артисы (1957), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1991).
- 1935: Баадур Цуладзе, СССР актёры, кинорежиссёр, сценарист, Грузия ССР-ының халыҡ артисы (1979).
Был көндө вафат булғандар
- 1827: Пьер Симон Лаплас, Франция астрономы, математик.
- 1953: Иосиф Виссарионович Сталин, СССР етәксеһе.
Йыл көндәре