Троицк һыуһаҡлағысы: өлгөләр араһындағы айырма
Һәҙиә (фекер алышыу | өлөш) "Троицкое водохранилище" битен тәржемә итеп төҙөлгән |
(айырмалар юҡ)
|
18:32, 7 март 2021 өлгөһө
Троицк һыуһаҡлағысы[1] — яһалма һыу ятҡылығы. 1960 йылда Рәсәйҙең Силәбе һәм Ҡаҙағстандың Кустанай өлкәләре сигендә, Уй йылғаһында төҙөлгән. Троицк ГРЭС -ы плотинаһын төҙөү буйынса эштәр тамамланыуға .һыуһаҡлағыс булдырыла.
Географияһы
Һыуһаҡлағыс Уйылға (рус. Увелька) йылғаһының Уй (рус. Уй, ҡаҙ. Ой) йылғаһына ҡушылған еренән алып Троицк (ГРЭС ) плотинаһына тиклем урынды биләй. , Һул яҡ ярында — Бобровка ҡасабаһы , уң ярында Кварцит ҡасабаһы урынлашҡан [1]. Һыу көҙгөһенең бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 161 метр[2] тәшкил итә. Тулы күләме — 45 млн м3. Файҙалы күләме — 22 млн м3[3]. Һыу көҙгөһөнең майҙаны — 10,85 км2.
Хайуандар донъяһы
Быуала суртан, алабуға, ҡорман, һыла, ҡасаба, аҡ амур, сабаҡ, канал йәйене, карп, толстолобик,опто, ҡыҙылғанат[4] тереклек итә. 2018 йылда һаҙан селбәрәләре ебәрелә [5].
Плотина эргәһендә Троиск балыҡсылыҡ хужалығы урынлашҡан.
Антропоген йөкләнеш
Һыуһаҡлағыс Троицк ГРЭС-ын һыуытыу өсөн хеҙмәт итә һәм эсәр һыу менән тәьмин итеү сығанағы булып тора.
Гидротехник ҡоролмалар составына : һыу үткәргес тимер бетон плотина ; 4 насос станцияһы; 2 ситкә ебәрә торған каналдар (өҫкө һәм түбән).
Әҙәбиәт
- Ярушина М. И., Танаева Г. В., Еремкина Т. В. Флора водорослей водоемов Челябинской области. — Екатеринбург: УрО РАН, 2004.
Иҫкәрмә
- ↑ 1,0 1,1 Лист карты N-40-64 Толбазы. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
- ↑ В. И. Бархатов, И. П. Добровольский, Ю. Ш. Капкаев. Рациональное использование природных ресурсов Челябинской области: монография: в 2 ч. Ч. 1. — Челябинск: Изд-во Челяб. гос. ун-та, 2015. — С. 76. — 282 с.
- ↑ Государственный доклад «О состоянии и использовании водных ресурсов Российской Федерации в 2016 году». — М.: НИА-Природа, 2017. — С. 275. — 300 с.
- ↑ Троицкое водохранилище .
- ↑ В Троицкое водохранилище «переехали» мальки сазана (14 ноябрь 2019). Дата обращения: 10 сентябрь 2020.