Сәғитов Рәсүл Хәсән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
170 юл: 170 юл:
* [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)<ref>[http://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/66469.html Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Сайт Главы Республики Башкортостан, 2016, 29 декабрь]{{ref-ru}}{{V|29|12|2016}}</ref>
* [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)<ref>[http://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/66469.html Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Сайт Главы Республики Башкортостан, 2016, 29 декабрь]{{ref-ru}}{{V|29|12|2016}}</ref>
* [[Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре]] (2004)<ref>[http://bashkortostan.regnews.org/doc/qw/ar.htm Информационный портал Республики Башкортостан. О присвоении почетного звания «Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан» работникам студии радиовещания Государственного унитарного предприятия «Телерадиовещательная компания „Башкортостан“». Указ Президента РБ от 01.10.2004 N УП-484.]{{ref-ru}}{{V|29|05|2018}}</ref>
* [[Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре]] (2004)<ref>[http://bashkortostan.regnews.org/doc/qw/ar.htm Информационный портал Республики Башкортостан. О присвоении почетного звания «Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан» работникам студии радиовещания Государственного унитарного предприятия «Телерадиовещательная компания „Башкортостан“». Указ Президента РБ от 01.10.2004 N УП-484.]{{ref-ru}}{{V|29|05|2018}}</ref>
* Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2021).
* [[Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия]] лауреаты (2005)
* [[Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия]] лауреаты (2005)
* «2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2012)
* «2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2012)

03:28, 28 май 2021 өлгөһө

Сәғитов Рәсүл Хәсән улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 март 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Нәби ауылы, Иҫке Монасип ауыл Советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел башҡортса‎
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы, радиожурналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Эшмәкәрлек йылдары 1981
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сәғитов Рәсүл Хәсән улы (14 март 1964 йыл) — башҡорт радиожурналисы, яҙыусы һәм тәржемәсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2016), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2005).

Биографияһы

Рәсүл Хәсән улы Сәғитов 1964 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған.

1981 йылда Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағандан һуң бер нисә ай "Ҡыҙыл таң" колхозында эшләй, ноябрҙә комсомол юлламаһы менән райондың «Таң» гәзите редакцияһына эшкә ебәрелә.

Чита ҡалаһында Хәрби-Һауа Көстәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас (1982-1984), Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында юғары белем ала (1990).

1990-1991 йылдарҙа — Белорет районының «Урал» гәзите хеҙмәткәре, Белорет ҡалаһының 1-се мәктәбендә уҡытыусы.

1991 йылда «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына күсә: «Башҡортостан эфиры» гәзите хәбәрсеһе, радиотапшырыуҙар студияһында өлкән мөхәррир, телевидениела ижтимағи-сәйәси программалар ижад берекмәһе етәксеһе, «Башҡортостан эфиры» гәзитенең баш мөхәррире, радиола комментатор була.

Әлеге ваҡытта — «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе[1].

‎Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетын (1998) тамамлай, Мәскәү Телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре һөнәрен камиллаштырыу институтында уҡый (2001).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Радиожурналистикалағы хеҙмәттәре

«Даирә», «Асыҡ студия», «Заман һулышы» радиотапшырыуҙары, «Үткән заман», «Мең туғыҙ йөҙ илле алты», «Мең туғыҙ йөҙ етмеш биш» күп сериялы документаль радиофильмдары, «Тарих теҙмәһе» күп сериялы документаль телевизион фильмы, кескәй радиоспектаклдәр, бер нисә нәфис кинофильмдың башҡортсаға тәржемәһе.

«Асыҡ студия»

30 октябрь 2017. «Асыҡ студия»ла ҡунаҡта Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Рөстәм Нурыев һәм Зәйтүнә Әйле. Рәсүл Сәғитов башҡортса сәй эсергә өйрәтә һәм эш өҫтөндә.

Әҙәби ижады

Ун ике йыйынтыҡта баҫылған хикәйәләре һәм новеллалары уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Урыҫ телендәге яҙмалары республикала нәшер ителгән «Бельские просторы», «Ватандаш», «ЛИФФТ» журналдарында, шулай уҡ Мәскәүҙә сыҡҡан «Журналист», «Журналистика и медиарынок» журналдарында, «Литературная газета»ла донъя күрҙе.

Китаптары

  • Күк томан. Коллектив йыйынтыҡ: хикәйәләр һәм новеллалар. — Өфө: Китап. — 1998. — 288 бит.
  • Дөрөҫ һүҙ: Балалар өсөн хикәйәләр. — Өфө: Китап. — 2009. — 24 бит.
  • Донъя йәме. Хикәйәләр. — Өфө: Эшлекле династия. — 2010. — 244 бит.
  • Ямғырҙан һуңғы ҡояш. Хикәйәләр. — Өфө: Ғилем. — 2011.— 128 бит.
  • Имен-аман тороғоҙ! Документаль әҫәр. — Өфө: Китап. — 2013. — 400 бит.
  • Словом красен человек. — Уфа: Китап. — 2017. — 216 с.[2].
  • Алтындан алдын мәсьәлә. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы. — 2017. — 256 бит[3].
  • Такого я мнения. — Уфа: Башкирская энциклопедия. — 2019. — 176 с.
  • Һүҙем менән сығам илемә. — Өфө: Прокопий. — 2019. — 236 бит.
  • Бына шул бөгөн мөһим: Сығыштар, мәҡәләләр, интервью, хикмәтле хикәйәләр. — Өфө: Прокопий, 2019. — 166 бит.
  • Уй туйы. / Кудрявый дымок за мотоциклом. / Wedding in dream. / Башҡ., рус, ингл. телдәрендә. — Өфө: Прокопий, 2020. — 132 бит.
  • Улыбка сквозь годы: Рассказы, жизненные истории, статьи. / Рус телендә. — Уфа, Прокопий, 2020. — 160 с.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре, мәҡәләләре, интервьюлары

  • Донъя тарайманы ла, ҡарайманы ла // "Башҡортостан" гәзите, 2021 йыл, 5 ғинуар.
  • Ҡыҙыҡ әле, бик ҡыҙыҡ! // "Башҡортостан" гәзите, 2021 йыл, 12 ғинуар.

Әҙип тураһында матбуғатта

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)[5]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004)[6]
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2021).
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005)
  • «2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2012)
  • «2006 йылдағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа актив ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе (2008)
  • Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы Маҡтау грамотаһы (2005).
  • Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының Маҡтау грамотаһы (2014)
  • Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Маҡтау грамотаһы (2014, 2019).
  • Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты Маҡтау грамотаһы (2014).
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы үткәргән «Мәғлүмәти киңлек: Власть — Йәмғиәт — Киң мәғлүмәт саралары» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе дипломы (2012).
  • Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының һайлауҙарҙы яҡтыртыу буйынса үткәргән конкурсы еңеүсеһе дипломы (2012).
  • 2016 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсында өсөнсө урын бирелеүе дипломы (2016).
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» номинацияһы дипломы (2017).
  • Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының Рәхмәт хаты (2018).
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы (2019).
  • Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2019).
  • Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы Рәхмәте (2019).
  • Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Маҡтау грамотаһы (2019).
  • «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы (2019).
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының 25 йыллығына арналған конкурста беренсе урын дипломы (2020).
  • "Янги Овоз" Үҙәк Азия Яҙыусылар һәм тарихсылар берлеге Ҡырғыҙстан бүлексәһенең "Туран Биримдиги" миҙалы (2020).
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Рәхмәт хаты (2020).
  • "Башҡортостан" гәзитенең 2020 йылғы лауреаты тип иғлан ителеүе айҡанлы баҫманың Маҡтау грамотаһы (2020).
  • Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы Маҡтау грамотаһы (2021).

Иҫкәрмәләр

  1. радиоһы сайты. Ижади төркөм. Рәсүл Сәғитов
  2. 2,0 2,1 Башҡорт журналисы Рәсүл Сәғитовтың алтынсы китабы донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 4 апрель  (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2017)
  3. Журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитовтың сираттағы китабы баҫылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 21 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2017)
  4. Өфөлә билдәле журналист студенттарҙы үҙенең китабы менән таныштырҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 27 апрель (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2017)
  5. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Сайт Главы Республики Башкортостан, 2016, 29 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2016)
  6. Информационный портал Республики Башкортостан. О присвоении почетного звания «Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан» работникам студии радиовещания Государственного унитарного предприятия «Телерадиовещательная компания „Башкортостан“». Указ Президента РБ от 01.10.2004 N УП-484. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 май 2018)

Сығанаҡтар

Һылтанмалар