Фәҡирлектә үткән тереклек: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл: 3 юл:


== Сюжеты ==
== Сюжеты ==
Хикәйәнең сюжеты ул осорҙа ысынбарлыҡта күҙәтелгән реаль тормош күренешен һүрәтләүгә ҡоролған. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтендә яңы һүҙ булып яңғырай. Төп геройҙары байҙар, муллалар, сауҙагәрҙәр, шәкерттәр булған әҙәбиәт донъяһына әлегә тиклем билдәле булмаған герой — ауыл ярлылары килеп инә.
«Фәҡирлектә үткән тереклек» хикәйәһе — тәнҡитле реализм өлгөһө. Хикәйәнең сюжеты ул осорҙа ысынбарлыҡта күҙәтелгән реаль тормош күренешен һүрәтләүгә ҡоролған. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтендә яңы һүҙ булып яңғырай. Төп геройҙары байҙар, муллалар, сауҙагәрҙәр, шәкерттәр булған әҙәбиәт донъяһына әлегә тиклем билдәле булмаған герой — ауыл ярлылары килеп инә.


Ниғмәтулла һәм уның ҡатыны Сәрүиҙең ауыр тормошо трагикомик ситуацияларға ҡуйылып бәйән ителә. Автор ауылдаштарының ҡатмарлы һәм юҡсылыҡта үткән михнәтле тормошон тәрән теләктәшлек һәм йәлләү тойғолары менән һүрәтләй. Әммә Мәжит Ғафури был ҡараңғылыҡтан сығыу юлын аңлата алмай<ref>[https://wikisource.org/wiki/Фәҡирлек_менән_үткән_тереклек Фәҡирлектә үткән тереклек]</ref>.
Ниғмәтулла һәм уның ҡатыны Сәрүиҙең ауыр тормошо трагикомик ситуацияларға ҡуйылып бәйән ителә. Ниғмәтулла буран мәлендә вафат була, ә Сәрүи тағы ла бер фәҡир иргә кейәүгә сыға. Әммә уның менән дә оҙаҡ йәшәмәй. низағлашып айырыла. Автор ауылдаштарының ҡатмарлы һәм юҡсылыҡта үткән михнәтле тормошон тәрән теләктәшлек һәм йәлләү тойғолары менән һүрәтләй. Әммә Мәжит Ғафури был ҡараңғылыҡтан сығыу юлын аңлата алмай<ref>[https://wikisource.org/wiki/Фәҡирлек_менән_үткән_тереклек Фәҡирлектә үткән тереклек]</ref> .


== Төҙөлөү тарихы ==
== Төҙөлөү тарихы ==
26 юл: 26 юл:
* [[Ашау етмәү]]
* [[Ашау етмәү]]
== Әҙәбиәт ==
== Әҙәбиәт ==
* ''История башкирской литературы''. Т.1: С древнейших времен до начала XX вкека/Мажит Гафури (421—428 с.) — Уфа: Китап. 2012. — 560 с. ISBN 978-5-295-05562-1 (т.1) ISBN 978-5-295-05561-4
* ''История башкирской литературы''. Т.1: С древнейших времен до начала XX вкека/Мажит Гафури (421—428 с.) — Уфа: Китап, 2012. — 560 с. ISBN 978-5-295-05562-1 (т.1) ISBN 978-5-295-05561-4
* ''Мажит Гафури: новый взгляд на творчество поэта'' / Ф.Ш. Сибагатов. — Уфа: Китап, 2020 — 280 с. ISBN 978-5-295-07507-0

== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* [https://wikisource.org/wiki/Фәҡирлек_менән_үткән_тереклек Фәҡирлектә үткән тереклек]
* [https://wikisource.org/wiki/Фәҡирлек_менән_үткән_тереклек Фәҡирлектә үткән тереклек]

06:05, 24 июль 2021 өлгөһө

Фәҡирлектә үткән тереклек
Атамаһы Фәҡирлектә үткән тереклек
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1902

«Фәҡирлектә үткән тереклек» — Башҡорт АССР-ының тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 1902 йылда яҙылған хикәйәһе[1].

Сюжеты

«Фәҡирлектә үткән тереклек» хикәйәһе — тәнҡитле реализм өлгөһө. Хикәйәнең сюжеты ул осорҙа ысынбарлыҡта күҙәтелгән реаль тормош күренешен һүрәтләүгә ҡоролған. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтендә яңы һүҙ булып яңғырай. Төп геройҙары байҙар, муллалар, сауҙагәрҙәр, шәкерттәр булған әҙәбиәт донъяһына әлегә тиклем билдәле булмаған герой — ауыл ярлылары килеп инә.

Ниғмәтулла һәм уның ҡатыны Сәрүиҙең ауыр тормошо трагикомик ситуацияларға ҡуйылып бәйән ителә. Ниғмәтулла буран мәлендә вафат була, ә Сәрүи тағы ла бер фәҡир иргә кейәүгә сыға. Әммә уның менән дә оҙаҡ йәшәмәй. низағлашып айырыла. Автор ауылдаштарының ҡатмарлы һәм юҡсылыҡта үткән михнәтле тормошон тәрән теләктәшлек һәм йәлләү тойғолары менән һүрәтләй. Әммә Мәжит Ғафури был ҡараңғылыҡтан сығыу юлын аңлата алмай[2] .

Төҙөлөү тарихы

«Фәҡирлектә үткән тереклек» әҫәре 1902 йылда яҙыла. Һәм 1904 йылда Ҡазанда донъя күрә.

Фәҡирлек һүрәтләнеше

Филология фәндәре кандидаты М.С. Арыҫланова Мәжит Ғафуриҙың «Фәҡирлектә үткән тереклек» әҫәрендәге аяныс ярлылыҡты «яҙыусы ҡулланған лексик берәмектәр аша күрәбеҙ» ти:

« мейес, ул аҙыраҡ алға табан ҡыйшайған, ҡолап емерелмәһен өсөн мейескә терәү һуҡҡандар; күҙ алдына ҡыйшайып, емерелеп барған, йылылыҡ

бирмәгән мейес килеп баҫа; ярыҡлы мейес аша төтөн сыға; ямаған ҡыҙыл аласа тышлы ике мендәр; мендәрҙең тышын яңыртыу өсөн, әлбиттә, аҡса юҡ; ең төптәре йыртылған иҫке бер тун; был кейем бер йылылыҡ та бирмәй, башҡа кейер әйбер булмағас, ташламайҙар; сығанаҡтары ватылған иҫке бер һандыҡ; һандыҡ ватыҡ, әммә нәмә һалыр өсөн, күрәһең, башҡа өй йыһазы юҡ; сынаяҡтар ҡоршап, нығытылып ҡуйылғандар; ҡалаҡтар китек; бер-ике бөртөк шырпы менән ике тин аҡса; [3]

»

Әҫәр геройҙарының портреты ла бында бик ярлы кешеләр йәшәүенә ишаралай: Сәрүиҙең башында «түбәһе туҙып тишелгән» яулыҡ. Ниғмәтулла «иҫке шарф ураған... тишек бүрек, сабата кейгән».

«Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра», ти халыҡ мәҡәле. Уларҙың телмәре лә тупаҫ, «һөйләшкәндә бер-береһе менән асыуланышҡан кеше кеүек ҡаты-ҡаты, ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшәләр ине». Һүҙҙәрҙе ҡабатлау аша автор көсөргәнешлек картинаһын бирә. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр кире һәм түбән дәрәжә икәнлеге асыҡ күренә[4].

Тәнҡит

« Шағирҙың тәүге ижады бер яҡтан дин фанатизмына ҡаршы булһа, икенсенән, ул осорҙағы ябай кешеләрҙең фәҡир тормошон һүрәтләүе лә беҙҙе әсе хәҡиҡәткә алып ҡайта. Ярлы һәм бай араһындағы ҙур айырманың булыуы, айырыуса балаларҙы йәлләү тойғоһо уның һәр шиғырында һәм әҫәрендә ярылып ята. Ғафуриҙың «Фәҡирлектә үткән тереклек» тигән әҫәрен, ундағы яҙмыштарҙы әле лә тыныс ҡына уҡып булмай[5] Шағирҙың алтын донъяһында... «Башҡортостан ҡыҙы» »

.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • История башкирской литературы. Т.1: С древнейших времен до начала XX вкека/Мажит Гафури (421—428 с.) — Уфа: Китап, 2012. — 560 с. ISBN 978-5-295-05562-1 (т.1) ISBN 978-5-295-05561-4
  • Мажит Гафури: новый взгляд на творчество поэта / Ф.Ш. Сибагатов. — Уфа: Китап, 2020 — 280 с. ISBN 978-5-295-07507-0

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Фәҡирлектә ʏткән тереклек. Ғафури Мәжит
  2. Фәҡирлектә үткән тереклек
  3. [1] М. Ғафуриҙың «Фәҡирлектә үткән тереклек» әҫәрендә лексик үҙенсәлектәр. 29-33 бб.
  4. [2] М. Ғафуриҙың «Фәҡирлектә үткән тереклек» әҫәрендә лексик үҙенсәлектәр. 29-33 бб.
  5. Шағирҙың алтын донъяһында... 2015, 21 август