Биржа: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8
 
9 юл: 9 юл:


== Сығанаҡтар ==
== Сығанаҡтар ==
* [http://tatarile.org/maglumat/ Татар энциклопедияһы] {{Ref-tt}}
* [http://tatarile.org/maglumat/ Татар энциклопедияһы] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20131207140810/http://tatarile.org/maglumat |date=2013-12-07 }} {{Ref-tt}}
* Федеральный закон от 22.04.96 № 39-AP «О рынке ценных бумаг»
* Федеральный закон от 22.04.96 № 39-AP «О рынке ценных бумаг»



10:08, 9 август 2021, ағымдағы өлгө

Нью-Йорк фонд биржаһы, 1963 йыл

Би́ржа (нидерл. beurs, нем. Börse, франц. bourse, итал. bórsa, исп. bolsa, ингл. exchange) — тауарҙарҙы, финанс инструменттарын һәм сит ил валюталарын күмәртәләп һатыу-алыуҙы ойоштороусо һәм даими эшләүсе баҙар. Беренсе тапҡыр тауар һәм валюта һатыу биржалары 15—16 быуаттарҙа Италияла (Венеция, Генуя, Флоренция) барлыҡҡа килә. 16 быуатта дәүләттең ҡиммәтле ҡағыҙҙары (бурыс йөкләмәләре) менән сауҙа итеү эштәре башлана. 1566 йылда Лондонда Король тауар һәм вексель биржаһы, 17 быуат аҙағында Лондон фонд биржаһы ойоша. Тауарҙар һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатыу буйынса хәҙерге көнгә тиклем эшләп килгән универсаль Амстердам биржаһы 17 быуат башында ойошторола. 1817 йылда АҠШ- та Нью-Йорк фонд биржаһы асыла.

Рәсәйҙә беренсе биржа Пётр I күрһәтмәһе буйынса 1703 йылда Санкт-Петербургта асыла, 18 быуат аҙағында Мәскәүҙә ойоша. 1914 йылда Рәсәйҙә 115 универсаль биржа иҫәпләнә. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән сауҙа итеү ысулы Халыҡ комиссарҙары советының 1917 йылғы 23 декабрь декреты менән бөтөрөлә. 1922—30 йылдарҙа биржалар баҙарҙы көйләүсе дәүләт органы сифатында эшләй. 1930 йылда СССР-да биржалар эшсәнлеге туҡтатыла. 1990 йылдар башында биржалар яңынан эшкә керешә.

Тауар биржаһы — тауар баҙарында күпләп һатыу-алыуҙы ойоштороусы. Бында килешеү сроктары фонд биржаһына ҡарағанда оҙағыраҡ дауам итә (нигеҙҙә — 6-ҙан 24 айға тиклем). Иҡтисадтың монополиялаштырылыуы менән тауар биржаларының мөстәҡиллеге сикләнә (монополияләр, биржаларҙы ситләтеп, тауар менән күберәк үҙҙәре сауҙа итәләр). РФ-ҙа «Биржа тауарҙары һәм биржа сауҙаһы» тураһындағы закон 1992 йылдың 20 февралендә ҡабул ителә. 2007 йылда РФ нефть продукттары һәм газ менән һатыу итеүсе биржалар барлыҡҡа килә, уларҙа иҫәп-хисап һумдарҙа алып барыла. Фонд биржаһында акцияләрҙы, корпоратив облигациялар, опциондар, дәүләт заёмдары облигациялары һ.б. финанс инструменттарын һатыу-алыу ғәмәлгә ашырыла. Унда ҡиммәтле ҡағыҙҙар курсы формалаша. Эре акционерлыҡ компанияләрының акциялары Нью-Йорк һәм Лондон биржаларында. 2006 йылда Нью-Йорк биржаһында Рәсәйҙең 6, ә Лондон биржаһында 16 компанияһының ҡиммәтле ҡағыҙҙары урнынлаштырыла. Килешеүҙәр күләме артыуға карамаҫтан, фонд биржаларының роле сағыштырмаса кәмей, сөнки эре банкылар ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы уҙ клиенттарына һатыу һәм таратыу менән үҙҙәре шөғөлләнә. Сит ил валюталары һәм алтын менән һатыу итеүҙе лә банкылар үҙҙәре башҡара; элегерәк уларҙы ғәмәлгә ашыру өсөн фонд биржалары ҡаршыһында валюта биржалары ойошторолған.

Рәсәйҙә фонд биржаларының эшсәнлеге 1991 йылдың 28 декабрендә раҫланған «РСФСР-ҙа ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы сығарыу һәм әйләнешкә керетеү һәм фонд биржалары тураһындағы нигеҙләмә» менән көйләнә. 1996 йылда РФ-ҙың «Ҡиммәтле ҡағыҙҙар тураһында»ғы федераль законы ҡабул ителгәс, шуға тура килтереп, фонд биржаһы коммерцияһыҙ партнёрлык формаһында ойошторола.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]