Дуплищев Михаил Илларионович: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
1 юл: 1 юл:
{{Ук}}
{{Ук}}
'''Дуплищев Михаил Илларионович''' ({{lang-en|Михайло Іларіонович Дуплiщев}}; [[16 ноябрь]] [[1912 йыл]] — [[18 февраль]] [[1993 йыл]]) — [[СССР]] һәм [[Украина]] ғалимы, техник фәндәре докторы (1960), профессор (1960).
'''Дуплищев Михаил Илларионович''' ({{lang-uk|Михайло Іларіонович Дуплiщев}}; [[16 ноябрь]] [[1912 йыл]] — [[18 февраль]] [[1993 йыл]]) — [[СССР]] һәм [[Украина]] ғалимы, техник фәндәре докторы (1960), профессор (1960).


Ракета техникаһын проектлау, конструкцияһын төҙөү, эксперименталь эшкәртеп еткереү мәсьәләләре буйынса 100-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән монографиялар һәм дәреслектәр, шулай уҡ бер нисә уйлап табыу авторы.
Ракета техникаһын проектлау, конструкцияһын төҙөү, эксперименталь эшкәртеп еткереү мәсьәләләре буйынса 100-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән монографиялар һәм дәреслектәр, шулай уҡ бер нисә уйлап табыу авторы.

15:40, 15 ноябрь 2021 өлгөһө

Дуплищев Михаил Илларионович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Украина
Тыуған көнө 16 ноябрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Октябрьское[d], Поворинский район[d], Воронеж өлкәһе
Вафат булған көнө 1993
Вафат булған урыны Днепр, Украина
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Днепровский национальный университет имени Олеся Гончара[d]
Центральный научно-исследовательский институт машиностроения[d]
Көньяҡ (конструкторлыҡ бюроһы)
Уҡыу йорто Волгоград дәүләт техник университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный деятель науки и техники Украины Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы заслуженный деятель науки и техники Украинской ССР

Дуплищев Михаил Илларионович (укр. Михайло Іларіонович Дуплiщев; 16 ноябрь 1912 йыл18 февраль 1993 йыл) — СССР һәм Украина ғалимы, техник фәндәре докторы (1960), профессор (1960).

Ракета техникаһын проектлау, конструкцияһын төҙөү, эксперименталь эшкәртеп еткереү мәсьәләләре буйынса 100-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән монографиялар һәм дәреслектәр, шулай уҡ бер нисә уйлап табыу авторы.

Биографияһы

1912 йылдың 16 ноябрендә Воронеж губернаһы Ҡалмыҡ ауылында (хәҙер Воронеж өлкәһе Поворинский районы Октябрьское ауылы) крәҫтиәндәр Илларион Алексеевич һәм Домна Фроловна Дуплищевтарҙың ғаиләһендә тыуған. Атаһы 1914 йылда Беренсе донъя һуғышының урыҫ-герман фронтында һәләк була. Ул Георгий тәреһе кавалеры була.

Белеме

1937 йылда Сталинград механик институтын (хәҙер Волгоград дәүләт техник университеты), 1940 йылда Ленинградта оборона сәнәғәте инженерҙарының квалификацияһын күтәреү институтын һәм 1951 йылда оборона сәнәғәте академияһын тамамлай. КПСС ағзаһы.

Академияны тамамлағандан һуң кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләү өсөн аспирантурала ҡалдыралар. 1950—1953 йылдарҙа академияла кафедра менән мөдирлек итеүсе академик Михаил Клавдиевич Тихонравов диссертация эшенең фәнни етәксеһе була. Михаил Илларионович 1960 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Эшмәкәрлеге

Сталинград механик институтын тамамлағандан һуң Йәшел Үҙәндә (|Зеленодольск) һәм Новочеркасскиҙа оборона сәнәғәте заводтарында эшләй. 1941—1945 йылдарҙа Пермдә тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһында баш инженер-конструктор булып эшләй, үҙйөрөшлө ҡоролмалар төҙөү һәм эшләүҙә ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Һарытауҙа баш конструктор урынбаҫары булып эшләй. 1948 йылдан башлап С. П. Королев етәкләгән НИИ-88 ғилми-тикшеренеү институтында (хәҙерге машиналар эшләү Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында) өлкән инженер булып эшләй.

1952—1955 йылдарҙа Михаил Илларионович Силәбе өлкәһендәге Златоуст ҡалаһында махсус конструкторлыҡ бюроһы етәксеһе (генераль конструкторы һәм баш инженеры) була[1]. 1955—1960 йылдарҙа «Южное» конструкторлыҡ бюроһының баш конструкторы урынбаҫары. Бер үк ваҡытта, 1955 йылдың сентябренән 1960 йылдың февраленә тиклем Днепропетровск дәүләт университетының (ДГУ, хәҙер Олесь Гончар исемендәге Днепропетровск милли университеты) физика-техник факультетында 1-се кафедра мөдире була. 1960 йылдың февраленән 1990 йылдың апреленә тиклемге осорҙа тулыһынса ДГУ-ның физика-техник факультетында эшләй, техник механика кафедраһы мөдире (1966—1981), машина деталдәре кафедраһы профессоры (1981—1987), техник механика кафедраһы профессоры (1987—1990). Уның етәкселегендә 25 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана, докторлыҡ диссертациялар консультанты булып тора.

1993 йылдың 18 февралендә Днепропетровскиҙа вафат була. Ҡыҙы — Ольга Михайловна Дуплищева, «Южное» конструкторлыҡ бюроһының баш инженеры булып эшләй, космос тармағының Почетлы хеҙмәткәре.[2]

Пермь крайының архив эштәре буйынса агентлығында М. И. Дуплищевҡа ҡағылышлы документтар бар.[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1959)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы,
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» (1976) миҙалы,
  • «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» (1970) миҙалы.[4]
  • СССР космонавтика федерацияһы М. И. Дуплищевты «Академик М. К. Янгель исемендәге миҙал» менән бүләкләй (1987).
  • СССР юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығының Почет грамотаһы (1987).
  • Украина ССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989).

Әҙәбиәт

  • Дуплищева Ольга Михайловна. Наставник инженеров и ученых // Днепропетровск : АРТ-пресс, 2007. — 228, [1] с. : ил., портр., факс., табл.; 20 см. (Серия «Золотой фонд Днепропетровского физтеха»); ISBN 978-966-348-117-3.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар