Пропаганда — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
2792 байт өҫтәлгән ,  8 месяцев назад
Нет описания правки
 
Проапаганданы күпләп ҡулланыу [[Беренсе донъя һуғышы]] йылдарында башлана. Күп дәүләттәр алдында еңеүгә ирешеү өсөн мобилизация зарарлыға һәм йәмғиәттең тарҡаулығы проблемаһы килеп баҫа. Дәүләт сәәсәтен аҡлау һәм нығытыу өсөн төрлө алымдар, фотографиялар, радиотапшырыуҙар ҡулланыла. Шул ваҡытта киң мәғлүмәт сараларының пропаганда таратыуҙа урыны билдәләнә.
 
== Пропаганда теориялары ==
Дөйөм алғанда, пропаганда теориялары киң мәғлүмәт сараларына, уларҙың йөкмәткеһенә, йоғонтоһона иғтибарҙы йүнәлткән тәүге теориялар була: тикшеренеүселәр ошо йәки мәғлүмәт ярҙамында киң мәғлүмәт сараларының кешеләргә нисек йоғонто яһай алыуын аңлатырға тырыша, һөҙөмтәлә улар билдәле бер ҡараштарҙы үҙләштерә. Шуға ярашлы, пропаганданың тәүге теориялары бихевиоризм һәм фрейдизм идеяларына нигеҙләнә; уларҙың киҫелешендә ярайһы уҡ пессимистик ҡараштар булған, кешенең тышҡы психологик йоғонтоға ҡарата юғары дәрәжәлә йомшаҡлығы һәм шәхестең рациональ үҙ-үҙеңде тота алмауы күҙ уңында тотола.
 
[[Беренсе донъя һуғышы]]нан һуңғы осорға хас булған үрҙә һаналған идеялар дөйөмләштерелмәй, әммә һуңыраҡ уларға «тылсымлы пуля теорияһы» тигән исем бирелә. Был теорияға ул ваҡытта булған психологик һәм социологик ҡараштар менән тап килеү юғары дәрәжәлә хас була һәм хәрби пропаганданың йоғонтоһо тураһында мәғлүмәт менән нығытыла. Һуңыраҡ уның төп положениелары ышанысһыҙ тип кире ҡағыла.
 
Көнбайыш тикшеренеүселәренең был осорҙа, 1930-сы йылдар аҙағына тиклем, пропагандаға иғтибары америка тибындағы сәйәси системаға һәм йәмғиәттең демократик ҡоролошона янау менән бәйле була: пропаганданың ирекле таралыуы [[демократия]] өсөн үлемесле булыр тигән фекер йәшәй. Әммә иһә пропаганданы тыйыу аралашыу азатлығын сикләүҙе тәшкил итер ине — демократик дәүләттең төп принциптарының береһе.
 
Төп теориялар булараҡ Г. Лассвелл, У. Липпман һәм Дж. Дьюи ижад иткән пропаганда теориялары телгә алына.
 
== Пропаганда маҡсаттары ==
20 377

үҙгәртеү

Навигация